Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алға ҡарап йәшәргә тигәйнең...”
“Алға ҡарап йәшәргә тигәйнең...”...Ауылға нисек ҡайтып еткәнемде лә иҫләмәйем. Тыуған йортома инеп, үҙ урыныма барып йығылдым. Әсәйем менән атайым ни әйтергә белмәй шаҡ ҡатҡан...

“Ниңә? Кемгә насарлығым тейҙе? Ниндәй гонаһтарым өсөн?..” Әрнегән йәнемде һаман йолҡҡолап, һорау артынан һорау яуа. Уларға яуап эҙләргә, уйларға хәлем дә юҡ инде хәҙер. Ҡараңғылыҡҡа сумғандан-сумам, упҡындың бөтөнләй йотоуына ла ҡаршылығым юҡ...
Ирем менән ун дүрт йыл элек өйләнештек. Икебеҙ ҙә юғары уҡыу йортон тамамлаған осор ине. Ҡалала осрашып, бер күреүҙән ғашиҡ булышып, мәңге айырылмаҫҡа һүҙ ҡуйыштыҡ. Туйҙан һуң иһә бер һүҙҙән Себергә китергә ҡарар иттек. Үҙебеҙҙә йәш белгескә тиҙ арала күтәрелеү мөмкин түгеллеген беләбеҙ. Әллә күпме көс түгергә, шул уҡ ваҡытта тығында йәшәргә тура киләсәк. Себерҙә иһә аҡсаны тиҙерәк тупларбыҙ ҙа, ҡайтып, теләгән урындан фатир алып, ихласлап үҙ шөғөлөбөҙгә тотонорбоҙ. Ундағы туғандарыбыҙ ҙа күптән саҡыра...
Йәһәт байыу тураһында хыялланыу ғына еңел икән ул. Ситтә көндәлек ауыр хеҙмәткә юлыҡҡас, бының ҡасанға ҡәҙәр дауам итере хаҡында уйлау ҙа ҡурҡыныс була башланы. Тәүҙә дәрт тә, дарман да ташып тора ине, ә дүрт-биш йылдан күңел һүрелә төштө кеүек. Хыял­дарыбыҙ ҙа тоноҡланып ҡалғандай тойолдо. Йәшәүҙең башҡа ҡиммәт­тәре хаҡында уйҙар тынғылыҡ бирмәй башланы. Утыҙға етеп киләбеҙ, ә һаман балабыҙ юҡ... Йәштәштәребеҙ, ана, тыуған төйә­гендә ул-ҡыҙҙар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Беҙҙең кеүек һәр тинен һанамайҙар ҙа шикелле. Эшләйҙәр, табалар, йүнләйҙәр, файҙаға тотоналар, киләсәген хәстәрләйҙәр – йәшәйҙәр! Ә беҙ?
Өҫтәүенә бындағы һалҡындан һаулыҡҡа ла мандымай башла­ғайным. Ауырға ҡала алмауым сәбәбе менән табипҡа күренгәс, проб­лемалар “тауы” тағы ла бейегәйҙе: йылдар буйы өҙлөкһөҙ дауаланыу курстары, укол-дарыуҙар, әммә алға китеш юҡлығы, бөтә ғәйепте иремә өйөргә тырышып янъял ҡуптарыу...
Ун ике йылдан тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ. Баш ҡаланан иркен фатир алдыҡ, ирем тиҙ арала һөнәре буйынса яҡшы эшкә урынлашты. Ә миңә өй эштәре менән булырға, күберәк ял итергә кәңәш бирҙе. Күңелем китек... Нисек тыныс йәшәмәк кәрәк? Тағы дауахана юлын тапай башланым. Һуңғы сиктә бала тыуҙырыу йәһәтенән заманса алымды файҙаланып ҡарағайныҡ, уныһы ла уңышһыҙ булып, өмөтөм селпәрәмә килде.
Ә бер нисә айҙан һеңгәҙәтә һуғыр- лыҡ хәбәр ишеттем. Кемдән бит әле – иремдән. “Быны мин һиңә күптән әйтергә тейеш инем дә бит, – тине. – Булдыра алманым, ғәфү ит. Минең Себерҙә өс йәшлек ҡыҙым үҫә. Әсәһенең уны тәрбиәләгеһе килмәй. Баланы үҙемә алам. Бергәләп тәрбиәләйек...”
Бына ошо һүҙҙәрҙән һуң ҡайтып йығылдым да инде тыуған йортома. Йылдар дауамында күңелде өткән өмөтһөҙлөк яраһына хыянат тоҙо һибелде...
– Бәй, апай, һин һаман ятаһыңмы ни? Ҡайтҡаныңа аҙна үтте бит инде!
Көр тауышҡа әйләнеп ҡараһам, ике туған ҡустым йылмайып баҫып тора. Уның алдында уңайһыҙланып, тороп ултырҙым.
– Хәлеңде лә һөйләмәйһең, эреләнгәнһең, – тип шаяртыбыраҡ һүҙ башланы ҡустым. – Ҡырҡҡа етеп килгәндә шулай биҙунланып ятыр икән кеше. Инәй менән бабайҙы олоғайған көндәрендә ҡара ҡайғыға һалып... Йә, һөйлә, ни булды?
Элек тә серем һыйған ҡустыма барыһын да бәйән ҡылдым. Кисерештәрем яңынан урғылып сығып, илай-илай һөйләнем. Ҡустым иһә, тыңлап бөткәс, көтмәгәндә шатлыҡлы тауыш менән: “Еҙнәйҙең ҡыҙы бармы? – тип ҡабатлап һораны. – Бергәләп тәрбиәләйек тиме?” “Эйе, ә ниңә көләһең? Мыҫҡыл итәһеңме әллә?”
– Ни эшләп көләйем инде, апай, – тип уйсан яуапланы ҡустым. – Бәхет тәбаһа был! Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәте. Һынауҙар, яңылышлыҡтар аша килгән бәхет. Артҡа түгел, алға ҡарап йәшәргә кәрәк, тип өйрәтә торғайның бит үҙең...
Шул саҡта ғына ҡустымдың үҙ хәлен иҫемә төшөрөп, уны ҡосаҡлап алдым. Бер йәшендә фалиж һуғып, ғүмерлеккә ғәрип ҡалһа ла, ҡултыҡ таяҡтарына таянып һәр саҡ хәрәкәттә булған, ауылдаштары күңеленә өмөт-ышаныс өҫтәп гел көр кәйефтә йәшәгән кеше бит ул... Үҙе хәлендәге утыҙ йәшлек ҡыҙға өйләнергә лә йыйына әле. Яҙмыш һынауына һынмаған, һығылмаған ҡустымды һис кем ғәрипкә иҫәп­ләмәй, ул үҙе берәүгә лә ауырлыҡ һалмай, һыҡтамай, мыжымай, зар­ланмай... Ә мин? Бөтөн ағзам теүәл көйө шыңшып, олоғайған атай-әсәйемә ҡайғы булып ятсы әле. Аллаһ Тәғәләнең биргәненә шөкөр итмәйсә. Иремдең ситкә йөрөгәнендә үҙемдең ғәйебем юҡмы ни? Барлыҡ хата-яңылышлыҡтарҙы артта ҡал­дырып, ғәфү итеп, яҡтыға ынтылырға кәрәк! Ғүмер бер генә...

(Өфөлә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 401

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497