Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ“Әгәр ҙә ки бергәләп юлға сығаһығыҙ икән, үҙ-ара кәңәшләшеп, берегеҙҙе етәксе итеп ҡуйығыҙ”, – тигән бер хәҙисендә Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһис-сәләм. Мәғлүм булыуынса, динебеҙҙә был йәһәттән айырым вазифалар билдәләнгән. Араларында имам-мөхтәсиб һәм имам-хатиптарға урындағы мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге ышанып тапшырылған.

Улар борон-борондан рухи етәксе, белемле, тәрбиәле, әҙәп-әхлаҡлы, өммәтте традицион Ислам нигеҙендә хаҡ юлдан алып барған мөьмин башлыҡ булып танылған. Әле лә дини юлбашсыларға тап шундай ышаныс бағлана. Имам-мөхтәсиб һәм имам-хатиптар мәсеттә вәғәз һөйләү менән бергә гелән халыҡ араһында булырға, аңлатыу эше алып барырға бурыслы. Үҙҙәре башҡаларға һәр яҡлап үрнәк күрһәтеп йәшәргә тейеш. Бигерәк тә йәштәргә ҡарата иғтибарлы булыу мөһим.
Был йәһәттән Ишембай райо­нындағы диндарҙарҙың эшмә­кәрлеге күптәргә өлгө. Унда төбәгебеҙҙә киң билдәле имам-мөхтәсиб Илшат хәҙрәт Хафизов етәкселегендә барлыҡ мәхәлләләр тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара, бер-береһенә ярҙам итеп, кәңәш­ләшеп, уртаҡ маҡсатҡа ынтылып йәшәй. Халыҡ менән осрашыуҙар, аңлатыу эштәре даими үткәрелә. Ағымдағы йыл сараларын ғына күҙ уңында тотҡанда, мәҫәлән, Ҡа­райған ауылында район имам-хатиптарының сираттағы йыйылышы ойошторолған. Унда өммәт эсендәге татыулыҡты, башҡа дини берләшмәләр, конфессиялар менән бәйләнеште нығытыу, мәхәллә булдырыуҙың юридик аспекттары тураһында сығыштар яңғыраған, шулай уҡ шәриғәт ҡанундарын үтәү, сабыйҙарға исем ҡушыу, никах үткәреү кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәш ҡоролған. Йыйылышта район ҡатын-ҡыҙҙары араһында мартта Ҡөрьән уҡыу конкурсы ойошторорға ҡарар ителгән. Сара Йәнырыҫ мәсетендә үткәреләсәк.
Райондың имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов күптән түгел шулай уҡ Тирмәнйылға ауылындағы иман йортонда (һүрәттә) булып, йома намаҙы уҙғарған, өммәттең бөгөнгө бурыстары, татыулыҡты һаҡлау мөһимлеге тураһында сығыш яһаған. Аҙаҡ һорауҙарға яуап биргән, район кимәлендә план­лаштырылған дөйөм сараларға бәйле фекерҙәрҙе тыңлаған. Артабан урындағы имам-хатип Радик хәҙрәт Дәминдәров Ҡөрьән өйрәнеү буйынса дәрес үткәргән.
Ошоноң кеүек саралар Ишембай мәсеттәрендә даими уҙғарылып килә, ыңғай һөҙөмтә бирә. Ысынлап та, күп нәмә юл күрһәтеүсегә бәйле. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Етәксенең әйткәнен ҡабул ҡылығыҙ” тигән мәғәнәләге хәҙистәре бар. Аҡыллы, әхлаҡлы, хаҡ фекерле әйҙәүсе генә башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә ала, тип тә өйрәтә динебеҙ. Шундай остаздар – һәр заманда төп терәк-таяныс.

Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 154

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 141

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 270

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 267

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 747

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 359

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 355

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 430

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 293

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 286

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 261

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 508