“Әгәр ҙә ки бергәләп юлға сығаһығыҙ икән, үҙ-ара кәңәшләшеп, берегеҙҙе етәксе итеп ҡуйығыҙ”, – тигән бер хәҙисендә Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһис-сәләм. Мәғлүм булыуынса, динебеҙҙә был йәһәттән айырым вазифалар билдәләнгән. Араларында имам-мөхтәсиб һәм имам-хатиптарға урындағы мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге ышанып тапшырылған.Улар борон-борондан рухи етәксе, белемле, тәрбиәле, әҙәп-әхлаҡлы, өммәтте традицион Ислам нигеҙендә хаҡ юлдан алып барған мөьмин башлыҡ булып танылған. Әле лә дини юлбашсыларға тап шундай ышаныс бағлана. Имам-мөхтәсиб һәм имам-хатиптар мәсеттә вәғәз һөйләү менән бергә гелән халыҡ араһында булырға, аңлатыу эше алып барырға бурыслы. Үҙҙәре башҡаларға һәр яҡлап үрнәк күрһәтеп йәшәргә тейеш. Бигерәк тә йәштәргә ҡарата иғтибарлы булыу мөһим.
Был йәһәттән Ишембай районындағы диндарҙарҙың эшмәкәрлеге күптәргә өлгө. Унда төбәгебеҙҙә киң билдәле имам-мөхтәсиб Илшат хәҙрәт Хафизов етәкселегендә барлыҡ мәхәлләләр тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара, бер-береһенә ярҙам итеп, кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсатҡа ынтылып йәшәй. Халыҡ менән осрашыуҙар, аңлатыу эштәре даими үткәрелә. Ағымдағы йыл сараларын ғына күҙ уңында тотҡанда, мәҫәлән, Ҡарайған ауылында район имам-хатиптарының сираттағы йыйылышы ойошторолған. Унда өммәт эсендәге татыулыҡты, башҡа дини берләшмәләр, конфессиялар менән бәйләнеште нығытыу, мәхәллә булдырыуҙың юридик аспекттары тураһында сығыштар яңғыраған, шулай уҡ шәриғәт ҡанундарын үтәү, сабыйҙарға исем ҡушыу, никах үткәреү кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәш ҡоролған. Йыйылышта район ҡатын-ҡыҙҙары араһында мартта Ҡөрьән уҡыу конкурсы ойошторорға ҡарар ителгән. Сара Йәнырыҫ мәсетендә үткәреләсәк.
Райондың имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов күптән түгел шулай уҡ Тирмәнйылға ауылындағы иман йортонда (һүрәттә) булып, йома намаҙы уҙғарған, өммәттең бөгөнгө бурыстары, татыулыҡты һаҡлау мөһимлеге тураһында сығыш яһаған. Аҙаҡ һорауҙарға яуап биргән, район кимәлендә планлаштырылған дөйөм сараларға бәйле фекерҙәрҙе тыңлаған. Артабан урындағы имам-хатип Радик хәҙрәт Дәминдәров Ҡөрьән өйрәнеү буйынса дәрес үткәргән.
Ошоноң кеүек саралар Ишембай мәсеттәрендә даими уҙғарылып килә, ыңғай һөҙөмтә бирә. Ысынлап та, күп нәмә юл күрһәтеүсегә бәйле. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Етәксенең әйткәнен ҡабул ҡылығыҙ” тигән мәғәнәләге хәҙистәре бар. Аҡыллы, әхлаҡлы, хаҡ фекерле әйҙәүсе генә башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә ала, тип тә өйрәтә динебеҙ. Шундай остаздар – һәр заманда төп терәк-таяныс.
Ишембай районы.