Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәстәрлек нигеҙе – именлек
Хәстәрлек нигеҙе – именлекБилдәле булыуынса, күптән түгел етемдәрҙе ғаиләгә алыу тәртибенә үҙгәреш индерелде: опека органдары бығаса талап иткән документтар исемлеге ҡыҫҡартылды. Опекун, попечитель булырға теләгәндәргә, мәҫәлән, милеккә хоҡуҡты, хөкөмгә тарттырылғанлыҡты раҫлаған, Пенсия фондынан бирелгән белешмәләр юллап йөрөргә кәрәкмәй.

“Яңы ҡағиҙә эште күпкә еңеләйтәсәк, – тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһында. – Исемлектән төшөп ҡалған белеш­мә­ләрҙе урындағы хакимиәттәрҙең опека бүлеге белгестәре үҙҙәре электрон документ әйләнеше аша йүнләп аласаҡ. Бындай эш тәжрибәһе сит илдәрҙең күбеһендә ҡулланыла. Тимәк, рәсми ҡағыҙ йыйыу бурысының күп өлөшө граждандарҙан чиновниктарға күсә”.
Етемдәрҙе ғаиләгә алыуҙы еңелләштереү илдә ҡуйылған күптәнге маҡсаттың – балалар йорттарын кәметеүҙең – бер өлөшө икәне билдәле. Сабый үҫмер өй йылыһын тойоп буй еткерергә тейеш, шул саҡта ғына ул бөтөн күңелле, киләсәктә ныҡлы ғаилә ҡорорға әҙер ышаныслы кеше булып үҫәсәк тигән фекер өҫтөнлөк алды. Был мәсьәләгә динебеҙҙә ҡараш нисек?
Билдәле булыуынса, Исламда шундай ҡанун йәшәй: әгәр ҙә кемдеңдер балаһы етем ҡала икән, уны туғандары яңғыҙ итмәй, дәүләт ҡурсауына тапшырмай, ә үҙ ғаиләһенә ала. Һуңғы йылдарҙа бындай күренештең беҙҙең йәмғиәткә лә хас була барыуына шаһитбыҙ. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, 14 йәшкә тиклемге балаларҙы – опекаға, ә 14 – 18 йәшлектәрҙе попечителлеккә алырға мөмкин. Бындай сара Исламда хуплана. Тәрбиәгә алынған баланы йорт хужалары үҙенекеләй ҡарарға, ашатып-эсерергә, уҡытырға, рухи һәм физик йәһәттән үҫтерергә бурыслы. Ҡөрьәндә был хаҡта күп урында зекер ителеп, етемгә ҡарата мәрхәмәтле булыу зарурлығы тәҡрарланған. Сит балаларға үҙеңдеке кеүек ҡара – һинекеләрҙең дә бит шундай хәлдә ҡалыуы ихтимал, Аллаһтан ҡурҡ, тип өйрәтә изге китап. Шулай уҡ етемдең милкенә хоҡуҡһыҙ рәүештә ҡул һуҙған кешенең тамуҡ утында янасағы әйтелә.
“Мосолмандарҙың өйҙәре араһында иң яҡшыһы – етем хаҡында хәстәрлек күрелгәне”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Атай-әсәйһеҙ ҡалып, күңел йылыһы, иғтибар тоймай үҫкәндәрҙең алдағы тормошҡа кире йоғонто яһауы ихтимал. Шуға ла бындай хәлде булдырмау – дәүләттең генә түгел, тотош йәмғиәттең бурысы. Бәғзе берәү етемде тәрбиәгә ала икән, тимәк, уның менән бергә үҙенең, балаларының, тыуыр быуындарының яҡты киләсәген хәстәрләй. Йәмғиәттең именлеге өсөн һәр кем яуаплы.
Исламда тәрбиәгә алынған баланы үҙ атаһының исеме менән йөрөтөргә ҡушыла. Шулай Аллаһ алдында ғәҙел була, тиелә. Ата-әсәһенең кем икәнен белмәү сәбәпле, баланы үҙеңдеке итеп рәсмиләштергән хәлдә лә, ул аңларлыҡ йәшкә еткәс, ипләп кенә төшөндөрөү зарур. Шулай уҡ ғәҙеллек, намыҫ билдәһе был.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 230

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 198

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 320

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 313

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 828

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 425

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 416

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 506

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 372

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 360

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 307

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 573