Билдәле булыуынса, күптән түгел етемдәрҙе ғаиләгә алыу тәртибенә үҙгәреш индерелде: опека органдары бығаса талап иткән документтар исемлеге ҡыҫҡартылды. Опекун, попечитель булырға теләгәндәргә, мәҫәлән, милеккә хоҡуҡты, хөкөмгә тарттырылғанлыҡты раҫлаған, Пенсия фондынан бирелгән белешмәләр юллап йөрөргә кәрәкмәй.“Яңы ҡағиҙә эште күпкә еңеләйтәсәк, – тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһында. – Исемлектән төшөп ҡалған белешмәләрҙе урындағы хакимиәттәрҙең опека бүлеге белгестәре үҙҙәре электрон документ әйләнеше аша йүнләп аласаҡ. Бындай эш тәжрибәһе сит илдәрҙең күбеһендә ҡулланыла. Тимәк, рәсми ҡағыҙ йыйыу бурысының күп өлөшө граждандарҙан чиновниктарға күсә”.
Етемдәрҙе ғаиләгә алыуҙы еңелләштереү илдә ҡуйылған күптәнге маҡсаттың – балалар йорттарын кәметеүҙең – бер өлөшө икәне билдәле. Сабый үҫмер өй йылыһын тойоп буй еткерергә тейеш, шул саҡта ғына ул бөтөн күңелле, киләсәктә ныҡлы ғаилә ҡорорға әҙер ышаныслы кеше булып үҫәсәк тигән фекер өҫтөнлөк алды. Был мәсьәләгә динебеҙҙә ҡараш нисек?
Билдәле булыуынса, Исламда шундай ҡанун йәшәй: әгәр ҙә кемдеңдер балаһы етем ҡала икән, уны туғандары яңғыҙ итмәй, дәүләт ҡурсауына тапшырмай, ә үҙ ғаиләһенә ала. Һуңғы йылдарҙа бындай күренештең беҙҙең йәмғиәткә лә хас була барыуына шаһитбыҙ. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, 14 йәшкә тиклемге балаларҙы – опекаға, ә 14 – 18 йәшлектәрҙе попечителлеккә алырға мөмкин. Бындай сара Исламда хуплана. Тәрбиәгә алынған баланы йорт хужалары үҙенекеләй ҡарарға, ашатып-эсерергә, уҡытырға, рухи һәм физик йәһәттән үҫтерергә бурыслы. Ҡөрьәндә был хаҡта күп урында зекер ителеп, етемгә ҡарата мәрхәмәтле булыу зарурлығы тәҡрарланған. Сит балаларға үҙеңдеке кеүек ҡара – һинекеләрҙең дә бит шундай хәлдә ҡалыуы ихтимал, Аллаһтан ҡурҡ, тип өйрәтә изге китап. Шулай уҡ етемдең милкенә хоҡуҡһыҙ рәүештә ҡул һуҙған кешенең тамуҡ утында янасағы әйтелә.
“Мосолмандарҙың өйҙәре араһында иң яҡшыһы – етем хаҡында хәстәрлек күрелгәне”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Атай-әсәйһеҙ ҡалып, күңел йылыһы, иғтибар тоймай үҫкәндәрҙең алдағы тормошҡа кире йоғонто яһауы ихтимал. Шуға ла бындай хәлде булдырмау – дәүләттең генә түгел, тотош йәмғиәттең бурысы. Бәғзе берәү етемде тәрбиәгә ала икән, тимәк, уның менән бергә үҙенең, балаларының, тыуыр быуындарының яҡты киләсәген хәстәрләй. Йәмғиәттең именлеге өсөн һәр кем яуаплы.
Исламда тәрбиәгә алынған баланы үҙ атаһының исеме менән йөрөтөргә ҡушыла. Шулай Аллаһ алдында ғәҙел була, тиелә. Ата-әсәһенең кем икәнен белмәү сәбәпле, баланы үҙеңдеке итеп рәсмиләштергән хәлдә лә, ул аңларлыҡ йәшкә еткәс, ипләп кенә төшөндөрөү зарур. Шулай уҡ ғәҙеллек, намыҫ билдәһе был.