Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәләкәй Ватан хаҡына
Бәләкәй Ватан хаҡынаҮткән быуатта, ил халҡы диндән ситләштерелгән осорҙа, рухи ҡиммәтебеҙҙе күңел төпкөлөндә һаҡлап, тамырын һулытмаған өлкән быуын. Улар үҙ тоғролоғо, намыҫы менән Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшкәнгә бөгөн Ислам йәшәйешебеҙҙең төп терәгенә әйләнә баралыр. Замандаштарыбыҙҙың иман йорттарына йыш ҡына олатай-өләсәйҙәренең исемен ҡушыуы ла – динде һаҡлап ҡалған өлкән быуынға оло хөрмәт билдәһе.

Күптән түгел Мәләүез райо­ны­ның Муллағол ауылында асылған мәсеттең “Нәсимә” тип аталыуы ла ҡәрҙәштәребеҙҙе үткән быуатҡа әйләнеп бағып, шул заман һулы­шын йәнә бер ҡат күңеленән үткә­рергә, уйланырға мәжбүр иткән­дер. Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлихов иман йортона өләсәһенең исемен ҡушып, динебеҙ тамырҙарын һаҡ­лап ҡалған өлкән быуынға ихтирам-хөрмәт тойғоһон мәңгеләш­те­реүгә өлөш индерҙе. Мәсет күр­ше төбәктә йәшәгән ошо яҡта­шы­быҙҙың ярҙамы һәм Муллағол ауылы халҡының берҙәм тырыш­лығы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡалҡып сыҡҡан.
– Яҙмышы ҡайҙа ғына илтмә­һен, бәләкәй Ватанын онотмаған, уны төҙөкләндереүгә, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға, урындағы халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә үҙ өлөшөн индергән яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт! – тине мәсетте асыу тантанаһында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. – Иман йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ булһын, бында дини байрам­дар гөрләп үтһен, мосолман йолалары уҙғарылһын. Традицион Ис­лам нигеҙҙәрен нығытыу йәһә­тенән берҙәм эш алып барайыҡ.
Район етәксеһе Рөстәм Шәм­сет­диновтың әйтеүенсә, Мәләүез төбәгенең бөгөнгө уңыш-ҡаҙаныш­тары ҡырҡтан ашыу милләт вә­килдәренең бер ғаиләләй дуҫ, татыу йәшәүенә, бер-береһенең тарихын, телен, мәҙәниәтен, йолаларын хөрмәт итеүенә бәйле. Хакимиәт тә халыҡтар араһындағы күркәм мөнәсәбәтте һаҡлау, һәр ҡайһыһының рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән даими эш алып бара.
Иман йортон асыу тантана­һында шулай уҡ Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Көйөргәҙе, Федоровка, Күгәрсен, Стәрлебаш, Ейәнсура райондары етәкселәре, имамдар, ошо тирәләге ауылдар халҡы ҡатнашты. Улар мулла­ғол­дарҙы күркәм байрам менән ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
– Мәсет барлыҡ быуын вәкил­дәрен бергә туплаған урынға әйләнһен ине, – тине мәрхәмәтле яҡташыбыҙ Азат Сәлихов та. – Хаҡ юлдан тайпылмайыҡ.
Тантананан һуң намаҙ уҡылғас, ҡунаҡтар мәсет биләмәһенә ағас үҫентеләре ултыртты.

Мәләүез районы.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә