Үткән быуатта, ил халҡы диндән ситләштерелгән осорҙа, рухи ҡиммәтебеҙҙе күңел төпкөлөндә һаҡлап, тамырын һулытмаған өлкән быуын. Улар үҙ тоғролоғо, намыҫы менән Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшкәнгә бөгөн Ислам йәшәйешебеҙҙең төп терәгенә әйләнә баралыр. Замандаштарыбыҙҙың иман йорттарына йыш ҡына олатай-өләсәйҙәренең исемен ҡушыуы ла – динде һаҡлап ҡалған өлкән быуынға оло хөрмәт билдәһе.
Күптән түгел Мәләүез районының Муллағол ауылында асылған мәсеттең “Нәсимә” тип аталыуы ла ҡәрҙәштәребеҙҙе үткән быуатҡа әйләнеп бағып, шул заман һулышын йәнә бер ҡат күңеленән үткәрергә, уйланырға мәжбүр иткәндер. Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлихов иман йортона өләсәһенең исемен ҡушып, динебеҙ тамырҙарын һаҡлап ҡалған өлкән быуынға ихтирам-хөрмәт тойғоһон мәңгеләштереүгә өлөш индерҙе. Мәсет күрше төбәктә йәшәгән ошо яҡташыбыҙҙың ярҙамы һәм Муллағол ауылы халҡының берҙәм тырышлығы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡалҡып сыҡҡан.
– Яҙмышы ҡайҙа ғына илтмәһен, бәләкәй Ватанын онотмаған, уны төҙөкләндереүгә, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға, урындағы халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә үҙ өлөшөн индергән яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт! – тине мәсетте асыу тантанаһында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. – Иман йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ булһын, бында дини байрамдар гөрләп үтһен, мосолман йолалары уҙғарылһын. Традицион Ислам нигеҙҙәрен нығытыу йәһәтенән берҙәм эш алып барайыҡ.
Район етәксеһе Рөстәм Шәмсетдиновтың әйтеүенсә, Мәләүез төбәгенең бөгөнгө уңыш-ҡаҙаныштары ҡырҡтан ашыу милләт вәкилдәренең бер ғаиләләй дуҫ, татыу йәшәүенә, бер-береһенең тарихын, телен, мәҙәниәтен, йолаларын хөрмәт итеүенә бәйле. Хакимиәт тә халыҡтар араһындағы күркәм мөнәсәбәтте һаҡлау, һәр ҡайһыһының рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән даими эш алып бара.
Иман йортон асыу тантанаһында шулай уҡ Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Көйөргәҙе, Федоровка, Күгәрсен, Стәрлебаш, Ейәнсура райондары етәкселәре, имамдар, ошо тирәләге ауылдар халҡы ҡатнашты. Улар муллағолдарҙы күркәм байрам менән ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
– Мәсет барлыҡ быуын вәкилдәрен бергә туплаған урынға әйләнһен ине, – тине мәрхәмәтле яҡташыбыҙ Азат Сәлихов та. – Хаҡ юлдан тайпылмайыҡ.
Тантананан һуң намаҙ уҡылғас, ҡунаҡтар мәсет биләмәһенә ағас үҫентеләре ултыртты.
Мәләүез районы.