Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылмайып ет йөҙөңә!
Йылмайып ет йөҙөңә! “Аслыҡты үткәргән, күберәк үлән ашап үҫкән балалар беҙ”, –тип йылмайып ҡаршы алды ул беҙҙе. Күпме генә ауырлыҡ кисерһә лә, донъяны яратыуы, күңеленең көрлөгө, йор теллелеге менән әсир итте Юғары Ҡарыш ауылында йәшәгән Йәннәтеләсмә Нурғәлиева. Кешеләр менән аралашыуҙан йәм табып йәшәй, бер минут та тик тормай. Ул 1922 йылдың сентябрендә Көндәшле ауылында тыуған. Ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләне. Апай алты балалы ишле ғаиләлә үҫкән.
– Атайлы булдыҡ, ҡәҙерлебеҙҙең тырышлығы арҡаһында астан үлмә­нек. Барыһын да баштан үткәрҙек, әммә Аллаһ Тәғәлә ярҙамынан айырманы, – ти ул.
Ауыр йылдарҙа үҙенә ни бары дүрт класс белем алыу бәхете тейһә лә, шул осорҙа ятлаған шиғырҙарын әле лә сатнатып һөйләй апай. Белемдең баһаһын, ҡәҙерен белгән ул. Артабан уҡырға замандың әсе елдәре генә кәртә ҡуйған. Уҡый-яҙа белә, әле лә ил, район хәле менән ҡыҙыҡһына, яңылыҡтарҙы ҡарап бара, гәзитте күҙлекһеҙ уҡый.
– Атай-әсәйем иртәнге намаҙға торғанда ут ҡабыҙмай ине, – тип хәтерләй динһеҙлек осорон Йәннәтеләсмә апай. – Дини ғәмәл үтәгәндәрен берәйһе һиҙеп ҡалһа, килтереп тороп тәҙрәгә һуғыр ине. Шулай ҙа, һис нигә ҡарамаҫтан, атай-әсәйем ураҙа тотто. Хәтеремдә, бер ваҡыт өй һайын инеп, Ҡөрьән китаптарын йыйып алдылар. Беҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, йәшереп ҡалырға өлгөрҙөк. Динһеҙлектең сигенә сығып, хатта ки мәсет манараларын емерә башланылар. Тап шундайҙар аҙаҡ интегеп үлде.
Йәннәтеләсмә Хәмзә ҡыҙы биш йыл Свердловск яғында торф сығарыуҙа ҡатнаша. Уңғанлығы, өлгөрлөгө арҡаһында бында ла асыҡмай, үҙ-үҙен ҡарай, иптәштәренә лә ярҙам итә. Тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтҡас, Ҡариҙелгә урман ҡырҡыу эшенә юллана. Ә артабанғы яҙмышы Юғары Ҡарыш менән бәйле. Шул ауыл егете Ғабдрахман Туҡтамыш улына кейәүгә сығып, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғүмере колхоз эшендә үтә. 1952 йылда тыуған Зөбәржәт исемле ҡыҙын күтәреп ураҡҡа йөрөгән сағын әлегеләй хәтерләй инәй. “Ҡайтҡанда ҡарауылсы эшселәрҙе баҫыу ҡапҡаһынан ҡапшап сығара торғайны, – ти ул. – Бер ус ашлыҡ алып ҡайтырға теләүең өсөн дә харап булыуың ихтимал, хатта ки төрмәгә оҙаталар ине. Бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, хөрриәттә йәшәйбеҙ, бөтөн нәмәбеҙ бар. Шөкөр итә беләйек.
Инәйҙең ире вафат булыуына күп йылдар уҙған. Бала юғалтыу ҡайғы­һын да кисергән ул. Шулай ҙа биреш­мәгән. “Әсәй бер ҡасан да тик тормай, һәр ваҡыт хәрәкәттә”, – тип һоҡланыу белдерә балалары. Әле инәй Юғары Ҡарышта ҡыҙы Зөбәржәт менән йәшәй. Барлыҡ ауылдаштары яҡын күрә, ярата үҙен. Хәле саҡ ҡына насар­ланып китһә лә, ярҙам итергә әҙерҙәр.
– Әсәй – барыбыҙҙың да директоры, – тип йылмая балалары. – Иртә менән бөтөн эштәрҙе билдәләп ҡуя. Үҙе лә бер минут тик тормай. Себештәрҙе ашата, малды ҡарарға ярҙамлаша. Баҡсала бер сүп күр­мәҫһең! Беҙгә генә түгел, күршеләргә лә күҙ-ҡолаҡ. Ғөмүмән, әсәй, 95-кә етһә лә, һаман беҙҙе ҡарай әле...
Алда әйткәнемсә, инәй бала сағында ятлаған шиғырҙарын әле лә онотмаған. Өҫтәүенә үҙенең дә ижад емештәре бар. Шиғырҙары араһынан бер өҙөктө иғтибарығыҙға тәҡдим итәм:
Тәҙрә төптәрем еҫле гөл,
Һыуҙар һипсе, ҡоротма.
Тәҙрәңә ҡоштар килһә,
Һин уларҙы ҡурҡытма.
Ҡоштар булып беҙ килербеҙ,
Ассы тәҙрәңде, ҡыума.
Йәннәтеләсмә инәйҙең оҙаҡ йәшәү сере ябай: үс тота белмәй, гелән хәрәкәттә, кешеләргә һәр ваҡыт изгелек ҡылырға тырыша. Ғәжәп киң күңелле, асыҡ сырайлы ул. Шулай, иншаллаһ, йылмайып ет йөҙөңә, ағинәй!
Балтас районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519