“Аслыҡты үткәргән, күберәк үлән ашап үҫкән балалар беҙ”, –тип йылмайып ҡаршы алды ул беҙҙе. Күпме генә ауырлыҡ кисерһә лә, донъяны яратыуы, күңеленең көрлөгө, йор теллелеге менән әсир итте Юғары Ҡарыш ауылында йәшәгән Йәннәтеләсмә Нурғәлиева. Кешеләр менән аралашыуҙан йәм табып йәшәй, бер минут та тик тормай. Ул 1922 йылдың сентябрендә Көндәшле ауылында тыуған. Ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләне. Апай алты балалы ишле ғаиләлә үҫкән.
– Атайлы булдыҡ, ҡәҙерлебеҙҙең тырышлығы арҡаһында астан үлмәнек. Барыһын да баштан үткәрҙек, әммә Аллаһ Тәғәлә ярҙамынан айырманы, – ти ул.
Ауыр йылдарҙа үҙенә ни бары дүрт класс белем алыу бәхете тейһә лә, шул осорҙа ятлаған шиғырҙарын әле лә сатнатып һөйләй апай. Белемдең баһаһын, ҡәҙерен белгән ул. Артабан уҡырға замандың әсе елдәре генә кәртә ҡуйған. Уҡый-яҙа белә, әле лә ил, район хәле менән ҡыҙыҡһына, яңылыҡтарҙы ҡарап бара, гәзитте күҙлекһеҙ уҡый.
– Атай-әсәйем иртәнге намаҙға торғанда ут ҡабыҙмай ине, – тип хәтерләй динһеҙлек осорон Йәннәтеләсмә апай. – Дини ғәмәл үтәгәндәрен берәйһе һиҙеп ҡалһа, килтереп тороп тәҙрәгә һуғыр ине. Шулай ҙа, һис нигә ҡарамаҫтан, атай-әсәйем ураҙа тотто. Хәтеремдә, бер ваҡыт өй һайын инеп, Ҡөрьән китаптарын йыйып алдылар. Беҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, йәшереп ҡалырға өлгөрҙөк. Динһеҙлектең сигенә сығып, хатта ки мәсет манараларын емерә башланылар. Тап шундайҙар аҙаҡ интегеп үлде.
Йәннәтеләсмә Хәмзә ҡыҙы биш йыл Свердловск яғында торф сығарыуҙа ҡатнаша. Уңғанлығы, өлгөрлөгө арҡаһында бында ла асыҡмай, үҙ-үҙен ҡарай, иптәштәренә лә ярҙам итә. Тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтҡас, Ҡариҙелгә урман ҡырҡыу эшенә юллана. Ә артабанғы яҙмышы Юғары Ҡарыш менән бәйле. Шул ауыл егете Ғабдрахман Туҡтамыш улына кейәүгә сығып, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғүмере колхоз эшендә үтә. 1952 йылда тыуған Зөбәржәт исемле ҡыҙын күтәреп ураҡҡа йөрөгән сағын әлегеләй хәтерләй инәй. “Ҡайтҡанда ҡарауылсы эшселәрҙе баҫыу ҡапҡаһынан ҡапшап сығара торғайны, – ти ул. – Бер ус ашлыҡ алып ҡайтырға теләүең өсөн дә харап булыуың ихтимал, хатта ки төрмәгә оҙаталар ине. Бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, хөрриәттә йәшәйбеҙ, бөтөн нәмәбеҙ бар. Шөкөр итә беләйек.
Инәйҙең ире вафат булыуына күп йылдар уҙған. Бала юғалтыу ҡайғыһын да кисергән ул. Шулай ҙа бирешмәгән. “Әсәй бер ҡасан да тик тормай, һәр ваҡыт хәрәкәттә”, – тип һоҡланыу белдерә балалары. Әле инәй Юғары Ҡарышта ҡыҙы Зөбәржәт менән йәшәй. Барлыҡ ауылдаштары яҡын күрә, ярата үҙен. Хәле саҡ ҡына насарланып китһә лә, ярҙам итергә әҙерҙәр.
– Әсәй – барыбыҙҙың да директоры, – тип йылмая балалары. – Иртә менән бөтөн эштәрҙе билдәләп ҡуя. Үҙе лә бер минут тик тормай. Себештәрҙе ашата, малды ҡарарға ярҙамлаша. Баҡсала бер сүп күрмәҫһең! Беҙгә генә түгел, күршеләргә лә күҙ-ҡолаҡ. Ғөмүмән, әсәй, 95-кә етһә лә, һаман беҙҙе ҡарай әле...
Алда әйткәнемсә, инәй бала сағында ятлаған шиғырҙарын әле лә онотмаған. Өҫтәүенә үҙенең дә ижад емештәре бар. Шиғырҙары араһынан бер өҙөктө иғтибарығыҙға тәҡдим итәм:
Тәҙрә төптәрем еҫле гөл,
Һыуҙар һипсе, ҡоротма.
Тәҙрәңә ҡоштар килһә,
Һин уларҙы ҡурҡытма.
Ҡоштар булып беҙ килербеҙ,
Ассы тәҙрәңде, ҡыума.
Йәннәтеләсмә инәйҙең оҙаҡ йәшәү сере ябай: үс тота белмәй, гелән хәрәкәттә, кешеләргә һәр ваҡыт изгелек ҡылырға тырыша. Ғәжәп киң күңелле, асыҡ сырайлы ул. Шулай, иншаллаһ, йылмайып ет йөҙөңә, ағинәй!
Балтас районы.