Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала ситтә йөрөһә...
– Мәсеттә төрлө саралар, дини байрамдар ойошторолһа, беҙҙең имам-хатип балаларҙы алып килеүҙе өнәмәй. “Ҡыҫылып, тауыш сығарып, башты ауырттырып йөрөмәһендәр”, – ти. Бындай осраҡта үҙебеҙгә алмаш булырҙай быуын тәрбиәләй алырбыҙмы һуң?
С. ХӘМИТОВА.
Көйөргәҙе районы.


Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ураҙа тотҡан хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һүҙҙе һеҙгә түҙемлек, сабырлыҡ теләүҙән башлайыҡ. Аллаһ Тәғәлә һәммәгеҙҙең дә изге ғибәҙәтегеҙҙе, доғалары­ғыҙҙы ҡабул ҡылһын, рәхмәтен насип әйләһен, иншаллаһ!
Ғаиләле кешенең иң ҙур бурысы ниндәй? Әлбиттә ки, яҡшы балалар үҫтереү. Йәмғиәтебеҙҙә лә – ҙур ғаиләбеҙҙә – йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа – ергә мәңгегә килмәгән. Әммә ул үҙ артынан яҡшы исем, өлгө, үрнәк, лайыҡлы алмаш ҡалдырырға бурыслы. Йәшәйеш ҡанундарын, йолаларын, динен, телен, мәҙәниәтен һәм башҡа рухи ҡиммәттәрен дауам итерҙәй, һаҡларҙай ул-ҡыҙҙары юҡ икән, бындай кешенең ғүмер һөрөүенән ни фәтүә? Тимәк, йәштәргә дөрөҫ юл күрһәтмәгән йәмғиәттең дә тамыры ныҡлы түгел тигән һүҙ. Әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, мәсеткә балаларға юл ябырға тырышалар икән, дини киләсәгебеҙҙе ниндәй итеп күҙ алдына килтерергә? Кем өсөн төҙөлгән һуң ул иман йорто? Айырым быуын вәкилдәренә генәме? Быуындар бәйләнеше булмаһа, аҙан тауышы оҙаҡ яңғырармы? Дин бер көнлөкмө? Тәрбиәләп тормаһаң, баҫыу мул ашлыҡ менән һөйөндөрәме, баҡса емешкә туйындырамы?
Ислам – ғаиләне, туғанлыҡты, ҡәрҙәшлекте, берҙәмлекте юғары күтәргән, кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсатҡа ынтылып йәшәргә өйрәткән дин. Бындай тәрбиә һәр өйҙә, белем усаҡтарында, шулай уҡ иман йорттарында алып барылырға тейеш. Кемдер (әлеге осраҡта хатта ки имам-хатип!) баланың мәсеткә инеүен өнәмәй икән, ул динебеҙҙең төп нигеҙен аңламай, күҙ буяу, бәлки, үҙен иманлы итеп күрһәтеү өсөн генә йөрөй тип уйларға урын бар. Йәш кеше барыһын да күреп, белеп, өйрәнеп үҫергә тейеш. Әлбиттә ки, урынһыҙға шаулап, ҡамасаулап, йүгереп йөрөүҙән тыйыу зарур. Бала үҙенең ҡайҙа икәнен, нимәгә килгәнен аңларға, тәртип һаҡларға тейеш. Тиктормаҫ бәләкәстәр өсөн биләмәлә уйын майҙансыҡтары яһау айырыуса отошло. Бындай күренеш, әл-хәмдү лил-ләһ, күп иман йорттарына хас хәҙер. Мәсет янында уйнап үҫкән бала, иншаллаһ, киләсәктә лә ошо изге урындан ситкә тайпылмаҫ.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йәш быуын һәр саҡ күҙ уңыбыҙҙа булырға тейеш. Уларһыҙ тормоштоң, эш-ғәмәлдәрҙең киләсәге юҡ. Пәйғәмбәребеҙҙең өлгөһөн онотмайыҡ. Ул балалар менән һәр саҡ үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлдәрен һорашҡан, уйнаған, шаярған. “Бәләкәстәргә бүләк бирегеҙ, – тип өйрәткән. – Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә бер ваҡыт яңы уңыштың тәүге емештәрен алып килгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ: “Эй, Аллаһ! Илгә бәрәкәт бир, уңыштарыбыҙ мул булһын!” – тип теләп, емештең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға һонған. Йәнә бер миҫал. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сәждәлә оҙаҡ тороуына аптыраған сәхәбәләр: “Эй, Аллаһ илсеһе! Намаҙҙы бөгөн оҙағыраҡ уҡының. Нимә булды?” – тип һораған. “Елкәмә ейәнем менеп ултырғайны, уның күңелен ҡырмайым тип, сәждәнән оҙаҡ торманым”, – тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ.
Ошо үрнәкте тотоп, дауам итеп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Балаларыбыҙ гелән яныбыҙҙа булһын, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларлыҡ, байытырлыҡ, лайыҡлы дауам итерлек көслө ихтыярлы, әҙәпле, әхлаҡлы, ата-әсәһенең генә түгел, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең ғорурлығы булып үҫһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523