Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош йәме хеҙмәттә
Тормош йәме хеҙмәттәЕребеҙҙә барлыҡ тереклекте уятып, тирә-йүнгә йән индереп йәнә яҙ килде. 1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы – көтөп алған байрамдарыбыҙҙың береһе. Ислам динендә лә хеҙмәт мөһим урында тора.
Ислам – хеҙмәт дине. “Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт бирер”, – тиелгән “Ҡөрьән”дә. Мәҫәлән, иген сәсһәң, уны үҫтерер, бер бойҙайҙы меңләтә арттырып бирер. Тырышып мал-тыуар ҡарайһың икән, уны ла ишәйтер һ.б.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Ҡулыңды һелкет, Аллаһы Тәғәлә ризыҡ бирер” тигән. Йәғни Исламда “Алма беш – ауыҙға төш” тип көтөп ятыу юҡ. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм эш һөйөү мөһимлеген үҙ тормошо аша күрһәтеп, хеҙмәткә әйҙәп йәшәгән. “Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын”, – тигән ул бер хәҙисендә. Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡаршыһына крәҫтиән тап була. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күрешергә әйтә, хеҙмәтсе ҡулын артҡа йәшерә. “Ни өсөн миңә ҡулыңды бирмәйһең”, – тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Иген игеп сөйәлләнеп ҡатҡан ҡулдарым менән күрешергә оялам”, – тип яуап биргән эшсе. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Бир ҡулыңды, ошо хеҙмәт иткән ҡулды Аллаһ Тәғәлә лә, уның Пәйғәмбәре лә һөйә”, – тигән.
Исламда эшкә өйрәнеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙамлашыу, хеҙмәтең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу талабы юғары тора. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм йәннәттән төшкәндән һуң ерҙә беренсе булып ер һөргән, мал ҡараған. Бөтә пәйғәмбәрҙәребеҙ ҙә сауҙа менән шөғөлләнгән, мал-тыуар ҡараған. Бер егет көнө буйы мәсеттә намаҙ уҡый икән. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Был егет көнө буйы мәсеттә ултыра, уны кем ашата икән”, – тип һораған. Эргәһендә берәү: “Уның ҡустыһы бар, ул эшләй, ашата, ғаиләһен ҡарай”, – тип яуап биргән. “Был егеткә ҡарағанда эшләү күпкә хәйерлерәк”, – тигән. Шуға күрә Исламда кешенең өҫтөнә йөк булыу юҡ, һөнәр алыу бар. “Һөнәре бар һыуҙың үренә йөҙөр” тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Хатта ки хеҙмәт итеү төрлө хикәйәләрҙә лә ҙур урында тора. Бер батшаның улы сибәр ҡыҙҙы күреп ҡала. Уға ғашиҡ була. Тормош юлдашы итер өсөн атаһына барып, ҡыҙҙың ҡулын һорай. Атаһы уның ниндәй нәҫелдән булыуын һорашҡан, алдағы тормоштарын күҙаллау өсөн һорауҙар биргән. “Беҙҙең байлығыбыҙ беҙҙән һуң да ҡаласаҡ, мин батшаның улы”, – тип яуап биргән егет. “Байлығығыҙ юҡҡа сыҡһа, һеҙ нисек тормош алып барырһығыҙ. Әгәр ҙә һөнәрең булһа, ҡыҙымды бирергә ризамын”, – тип яуаплаған. Егет ҡайтып китә, бер һөнәрсегә барып, тал сыбығынан төрлө кәрзиндәр үрергә өйрәнә.
Һөнәр тормошта кәрәк. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Ғилемде бишектән алып гүргә кергәнсе өйрәнегеҙ”, – тип әйткән. Ғилем – ул һөнәрҙең бер төрө. Балаларыбыҙҙа ла һөнәргә һөйөү тәрбиәләйек. Донъя тырышлыҡ менән бара. Эшләгән, һөнәрле кеше тормошон матур итеп алып бара, ғаиләһен ҡарай. Ялҡау кеше иһә тормошонда күп ауырлыҡтар кисерә.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Хеҙмәтсенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни эш хаҡын бир” тигән һүҙҙәрен дә оноторға ярамай. Һәр ерҙә ғәҙеллек булырға тейеш. Икенсе кешенең өлөшөнә керһәң, уны рәнйетһәң, табылған аҡсаның бәрәкәте китәсәк. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521