Еребеҙҙә барлыҡ тереклекте уятып, тирә-йүнгә йән индереп йәнә яҙ килде. 1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы – көтөп алған байрамдарыбыҙҙың береһе. Ислам динендә лә хеҙмәт мөһим урында тора.
Ислам – хеҙмәт дине. “Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт бирер”, – тиелгән “Ҡөрьән”дә. Мәҫәлән, иген сәсһәң, уны үҫтерер, бер бойҙайҙы меңләтә арттырып бирер. Тырышып мал-тыуар ҡарайһың икән, уны ла ишәйтер һ.б.Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Ҡулыңды һелкет, Аллаһы Тәғәлә ризыҡ бирер” тигән. Йәғни Исламда “Алма беш – ауыҙға төш” тип көтөп ятыу юҡ. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм эш һөйөү мөһимлеген үҙ тормошо аша күрһәтеп, хеҙмәткә әйҙәп йәшәгән. “Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын”, – тигән ул бер хәҙисендә. Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡаршыһына крәҫтиән тап була. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күрешергә әйтә, хеҙмәтсе ҡулын артҡа йәшерә. “Ни өсөн миңә ҡулыңды бирмәйһең”, – тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Иген игеп сөйәлләнеп ҡатҡан ҡулдарым менән күрешергә оялам”, – тип яуап биргән эшсе. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Бир ҡулыңды, ошо хеҙмәт иткән ҡулды Аллаһ Тәғәлә лә, уның Пәйғәмбәре лә һөйә”, – тигән.
Исламда эшкә өйрәнеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙамлашыу, хеҙмәтең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу талабы юғары тора. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм йәннәттән төшкәндән һуң ерҙә беренсе булып ер һөргән, мал ҡараған. Бөтә пәйғәмбәрҙәребеҙ ҙә сауҙа менән шөғөлләнгән, мал-тыуар ҡараған. Бер егет көнө буйы мәсеттә намаҙ уҡый икән. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Был егет көнө буйы мәсеттә ултыра, уны кем ашата икән”, – тип һораған. Эргәһендә берәү: “Уның ҡустыһы бар, ул эшләй, ашата, ғаиләһен ҡарай”, – тип яуап биргән. “Был егеткә ҡарағанда эшләү күпкә хәйерлерәк”, – тигән. Шуға күрә Исламда кешенең өҫтөнә йөк булыу юҡ, һөнәр алыу бар. “Һөнәре бар һыуҙың үренә йөҙөр” тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Хатта ки хеҙмәт итеү төрлө хикәйәләрҙә лә ҙур урында тора. Бер батшаның улы сибәр ҡыҙҙы күреп ҡала. Уға ғашиҡ була. Тормош юлдашы итер өсөн атаһына барып, ҡыҙҙың ҡулын һорай. Атаһы уның ниндәй нәҫелдән булыуын һорашҡан, алдағы тормоштарын күҙаллау өсөн һорауҙар биргән. “Беҙҙең байлығыбыҙ беҙҙән һуң да ҡаласаҡ, мин батшаның улы”, – тип яуап биргән егет. “Байлығығыҙ юҡҡа сыҡһа, һеҙ нисек тормош алып барырһығыҙ. Әгәр ҙә һөнәрең булһа, ҡыҙымды бирергә ризамын”, – тип яуаплаған. Егет ҡайтып китә, бер һөнәрсегә барып, тал сыбығынан төрлө кәрзиндәр үрергә өйрәнә.
Һөнәр тормошта кәрәк. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Ғилемде бишектән алып гүргә кергәнсе өйрәнегеҙ”, – тип әйткән. Ғилем – ул һөнәрҙең бер төрө. Балаларыбыҙҙа ла һөнәргә һөйөү тәрбиәләйек. Донъя тырышлыҡ менән бара. Эшләгән, һөнәрле кеше тормошон матур итеп алып бара, ғаиләһен ҡарай. Ялҡау кеше иһә тормошонда күп ауырлыҡтар кисерә.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Хеҙмәтсенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни эш хаҡын бир” тигән һүҙҙәрен дә оноторға ярамай. Һәр ерҙә ғәҙеллек булырға тейеш. Икенсе кешенең өлөшөнә керһәң, уны рәнйетһәң, табылған аҡсаның бәрәкәте китәсәк. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.