Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алһаң, ташлама
– Балалар баҡсаһына йөрөгән улым йәнлек-ҡоштар һатылған магазин янынан үткән һайын уларҙың төрлөһөн һатып алыуҙы һорап илай. Минең иһә бер ҙә генә теләгем юҡ. Исламда был йәһәттән ниҙәр әйтелә икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Г. ҒӘНИЕВА.
Яңауыл ҡалаһы.


Башҡортостан мосол­манда­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Донъяла беҙҙең менән бергә Аллаһ Тәғәлә тарафынан яралтыл­ған йөҙләгән мең йән эйәһе йәшәй. Ҡөрьәндә йәнлектәрҙең 16 төрө телгә алынған. “Ер йөҙөндәге барлыҡ йән эйәләре һәм ике ҡанатында осҡан ҡоштар һеҙҙең кеүек үк төркөм булып тора. Беҙ Китапта бер ниҙе лә төшөрөп ҡалдырманыҡ. Аҙаҡ барыһы ла Раббы янына йыйылыр”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Унда шулай уҡ “Күктәге һәм Ерҙәге бөтөн нәмәнең – ҡояштың, айҙың, йондоҙҙарҙың, тауҙарҙың, ағастарҙың, йәнлектәрҙең һәм күп кешенең – Аллаһҡа сәждә ҡылғанын күрмәйһеңме ни?” тигән һүҙҙәр ҙә бар. Әҙәм балаларынан башҡаларҙың Раббыбыҙға нисек, ни рәүешле баш эйеүе Хаҡ Тәғәләгә генә билдәле.
Һуңғы ваҡытта йәнлек-ҡоштарҙың хоҡуғы тураһында йыш телгә алына башланы. Бының, мәғлүм ки, етди сәбәптәре бар. Аллаһ биргән ниғмәттәргә ҡарата кешелекһеҙ мөнәсәбәт күрһәтелә: урмандар ҡырҡыла, һыу ятҡылыҡтары бысратыла, файҙалы ҡаҙылмалар алыу маҡсатында фаунаға зыян килтерелә һ.б. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы биш быуатта ер йөҙөнән 900 төр үҫемлек һәм йәнлек юҡҡа сыҡҡан. Күҙаллауҙарынса, яҡын киләсәктә был исемлеккә тағы ун меңдән ашыу йән эйәһе өҫтәлеүе ихтимал. Тимәк, хәл ҡатмарланғандан-ҡатмарлана. Биш быуат эсендә юҡҡа сыҡҡан йәнлек һәм ҡоштарҙың яртыһының тиерлек һуңғы 50-60 йылға тура килеүе лә ныҡлы уйланырға мәжбүр итә.
Эйе, хәҙер ҡалаларҙа төрлө йәнлектәр, ҡоштар һатылған магазиндар күп. Бер бала ла уларҙың эргәһенән тыныс ҡына үтеп китә алмайҙыр. Ата-әсә, алдағыһын уйламайынса, сабыйына бесәй, тутыйғош, гөбөргәйел һ.б. һатып алып бирә. Уларҙы уйынсыҡ урынына күргән балаларҙың күпселеге “бүләк”тән тиҙ ялҡа. Һөҙөмтәлә өлкәндәр үкенә башлай, “артыҡ тамаҡ”тан ҡотолоу сараһын эҙләргә тотона. Баҡсаға ташлап ҡалдырылған меҫкен йән эйәләре, подъездарҙы ҡыҙырған йонсоу бесәйҙәр, сүплектәрҙә соҡонған ас эттәр... Уларҙың бындай хәлгә төшөүендә кем ғәйепле? Алдағыһын уйламаған яуапһыҙ, йәнһеҙ әҙәмдәр.
Һәр йән эйәһе яҡшы мөнәсәбәткә хоҡуҡлы. Уларға хәстәрлек күрһәтеү – ҙур сауап. Билдәле хәҙисте иҫкә төшөрөп үтәйек. Юлдағы бер кеше ныҡ һыуһай башлаған. Бәхетенә күрә, ҡоҙоҡ тапҡан. Бик тәрәндә икән уныһы. Кеше, төшөп етеп, туйғансы һыу эскән дә кире күтәрелгән. Сыҡһа, өҫтә телен һалындырған эт ултыра икән. “Минең һымаҡ эҫенән йонсоған бит бисара”, тип йәлләп, кеше кире ҡоҙоҡҡа төшөп киткән. Аяҡ кейеменә һыу тултырып алып, уны тештәре араһына ҡыҫып сығарған...
Эт тигәндән, шуны ла әйтеп үтеү кәрәктер: Исламда был йорт хайуанын өйҙә тотоу тыйыла. Йөнө ҡойолоуы, һеләгәйе “нәжес” тип һанала, йәғни таҙа булмағандар тө­рөнә индерелә. Әммә был уны ыҙалатырға мөмкин ти­гәнде аңлатмай. Һәр хужа йорт-ихатаһында тәрбиә­ләнгән йән эйәһе өсөн Аллаһ Тәғәлә алдында яуап тота. Хәстәрлек күрһәтмәй, ашатмай, ҡарамай, үлтереүгә дусар итә икән, үҙен туранан-тура йәһәннәмгә илтә тигән һүҙ.
Пәйғәмбәрҙәр бөтөн йән эйәләренең яҡлаусыһы булған. Бер нисә хәҙискә күҙ һалайыҡ: “Аттың ялын ҡырҡмағыҙ – йылынан мәхрүм итмәгеҙ”, “Ишәккә тамға ҡуйған Аллаһтан ҡәһәр алыр” һ.б. Бесәйен ашатмаған, эсермәгән, бикле тотҡан ҡатындың йәһәннәм утында яныуы тураһындағы хәҙисте лә иҫтән сығармаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Йорт хайуаны, ҡош алыр алдынан тәү сиратта ниндәй яуаплы аҙым яһауығыҙҙы аңларға тейешһегеҙ. Баланың теләген үтәйем, еңмешләнеүен баҫайым, тип кенә уйлап, аҙаҡ ҙур гонаһҡа батыуығыҙ ихтимал. Иң мөһиме – йән эйәләрен ысын күңелдән яратырға кәрәк. Шул саҡта ғына, иншаллаһ, изге ғәмәл бәрәкәт килтерер. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523