Алһаң, ташлама17.03.2017
– Балалар баҡсаһына йөрөгән улым йәнлек-ҡоштар һатылған магазин янынан үткән һайын уларҙың төрлөһөн һатып алыуҙы һорап илай. Минең иһә бер ҙә генә теләгем юҡ. Исламда был йәһәттән ниҙәр әйтелә икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Г. ҒӘНИЕВА.
Яңауыл ҡалаһы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Донъяла беҙҙең менән бергә Аллаһ Тәғәлә тарафынан яралтылған йөҙләгән мең йән эйәһе йәшәй. Ҡөрьәндә йәнлектәрҙең 16 төрө телгә алынған. “Ер йөҙөндәге барлыҡ йән эйәләре һәм ике ҡанатында осҡан ҡоштар һеҙҙең кеүек үк төркөм булып тора. Беҙ Китапта бер ниҙе лә төшөрөп ҡалдырманыҡ. Аҙаҡ барыһы ла Раббы янына йыйылыр”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Унда шулай уҡ “Күктәге һәм Ерҙәге бөтөн нәмәнең – ҡояштың, айҙың, йондоҙҙарҙың, тауҙарҙың, ағастарҙың, йәнлектәрҙең һәм күп кешенең – Аллаһҡа сәждә ҡылғанын күрмәйһеңме ни?” тигән һүҙҙәр ҙә бар. Әҙәм балаларынан башҡаларҙың Раббыбыҙға нисек, ни рәүешле баш эйеүе Хаҡ Тәғәләгә генә билдәле.
Һуңғы ваҡытта йәнлек-ҡоштарҙың хоҡуғы тураһында йыш телгә алына башланы. Бының, мәғлүм ки, етди сәбәптәре бар. Аллаһ биргән ниғмәттәргә ҡарата кешелекһеҙ мөнәсәбәт күрһәтелә: урмандар ҡырҡыла, һыу ятҡылыҡтары бысратыла, файҙалы ҡаҙылмалар алыу маҡсатында фаунаға зыян килтерелә һ.б. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы биш быуатта ер йөҙөнән 900 төр үҫемлек һәм йәнлек юҡҡа сыҡҡан. Күҙаллауҙарынса, яҡын киләсәктә был исемлеккә тағы ун меңдән ашыу йән эйәһе өҫтәлеүе ихтимал. Тимәк, хәл ҡатмарланғандан-ҡатмарлана. Биш быуат эсендә юҡҡа сыҡҡан йәнлек һәм ҡоштарҙың яртыһының тиерлек һуңғы 50-60 йылға тура килеүе лә ныҡлы уйланырға мәжбүр итә.
Эйе, хәҙер ҡалаларҙа төрлө йәнлектәр, ҡоштар һатылған магазиндар күп. Бер бала ла уларҙың эргәһенән тыныс ҡына үтеп китә алмайҙыр. Ата-әсә, алдағыһын уйламайынса, сабыйына бесәй, тутыйғош, гөбөргәйел һ.б. һатып алып бирә. Уларҙы уйынсыҡ урынына күргән балаларҙың күпселеге “бүләк”тән тиҙ ялҡа. Һөҙөмтәлә өлкәндәр үкенә башлай, “артыҡ тамаҡ”тан ҡотолоу сараһын эҙләргә тотона. Баҡсаға ташлап ҡалдырылған меҫкен йән эйәләре, подъездарҙы ҡыҙырған йонсоу бесәйҙәр, сүплектәрҙә соҡонған ас эттәр... Уларҙың бындай хәлгә төшөүендә кем ғәйепле? Алдағыһын уйламаған яуапһыҙ, йәнһеҙ әҙәмдәр.
Һәр йән эйәһе яҡшы мөнәсәбәткә хоҡуҡлы. Уларға хәстәрлек күрһәтеү – ҙур сауап. Билдәле хәҙисте иҫкә төшөрөп үтәйек. Юлдағы бер кеше ныҡ һыуһай башлаған. Бәхетенә күрә, ҡоҙоҡ тапҡан. Бик тәрәндә икән уныһы. Кеше, төшөп етеп, туйғансы һыу эскән дә кире күтәрелгән. Сыҡһа, өҫтә телен һалындырған эт ултыра икән. “Минең һымаҡ эҫенән йонсоған бит бисара”, тип йәлләп, кеше кире ҡоҙоҡҡа төшөп киткән. Аяҡ кейеменә һыу тултырып алып, уны тештәре араһына ҡыҫып сығарған...
Эт тигәндән, шуны ла әйтеп үтеү кәрәктер: Исламда был йорт хайуанын өйҙә тотоу тыйыла. Йөнө ҡойолоуы, һеләгәйе “нәжес” тип һанала, йәғни таҙа булмағандар төрөнә индерелә. Әммә был уны ыҙалатырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Һәр хужа йорт-ихатаһында тәрбиәләнгән йән эйәһе өсөн Аллаһ Тәғәлә алдында яуап тота. Хәстәрлек күрһәтмәй, ашатмай, ҡарамай, үлтереүгә дусар итә икән, үҙен туранан-тура йәһәннәмгә илтә тигән һүҙ.
Пәйғәмбәрҙәр бөтөн йән эйәләренең яҡлаусыһы булған. Бер нисә хәҙискә күҙ һалайыҡ: “Аттың ялын ҡырҡмағыҙ – йылынан мәхрүм итмәгеҙ”, “Ишәккә тамға ҡуйған Аллаһтан ҡәһәр алыр” һ.б. Бесәйен ашатмаған, эсермәгән, бикле тотҡан ҡатындың йәһәннәм утында яныуы тураһындағы хәҙисте лә иҫтән сығармаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Йорт хайуаны, ҡош алыр алдынан тәү сиратта ниндәй яуаплы аҙым яһауығыҙҙы аңларға тейешһегеҙ. Баланың теләген үтәйем, еңмешләнеүен баҫайым, тип кенә уйлап, аҙаҡ ҙур гонаһҡа батыуығыҙ ихтимал. Иң мөһиме – йән эйәләрен ысын күңелдән яратырға кәрәк. Шул саҡта ғына, иншаллаһ, изге ғәмәл бәрәкәт килтерер. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.