Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иман нуры балҡый йөҙөндә
Иман нуры балҡый йөҙөндә Халҡыбыҙ элек-электән иманлы, әҙәпле, инсафлы, киң күңелле
булыуы менән дан алған. Пәйғәмбәребеҙ ҙә мөьмин-мосолманды әҙәпкә саҡырып торған, дин юлына баҫҡандарҙы хуплаған. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн күп ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә, халыҡ иман юлына баҫа.

Күңеле менән изгелек таратҡан, ауылдаштарын иманға саҡырған, дин дәрестәрен алып барған Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылында йәшәгән Сулпан Сөләймәнованы олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Оҙаҡ йылдар Магнитогорск ҡалаһында йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән Сулпан Ҡасим ҡыҙының тырышлығы менән ауылдағы оло быуын инәйҙәренә намаҙ уҡыу тәртибен өйрәнеү буйынса һабаҡтар бирелә, дини дәрестәр ойошторола. Ауылда Аллаһ йорто булмағанлыҡтан, ағи­нәйҙәр йома намаҙҙарын аҙна һайын алмашлап бер йортта үткәрә, артабан мәжлес һәр кем килтергән күстәнәстәр менән табында дауам итә.
– Иман барҙа – әҙәп бар, ти халыҡ әйтеме. Беҙҙең бергәләп ултырыуҙы баштараҡ кемдер оҡшатмаһа йәки ҡабул итмәһә, әле үрҙәге әйтемдәгесә, иманлы, әҙәпле булыуыбыҙ, ғәйбәт һөйләмәйенсә, фәҡәт телебеҙҙә дин һабаҡтарын өйрәнеүҙе маҡсат итеп алыуыбыҙға тулыһынса инанғас, күп ҡатын-ҡыҙ беҙгә ҡушылды. Динле булыу балаларыбыҙ, уларҙың киләсәге өсөн бик кәрәкле. Иманлы, тәүфиҡлы, тәрбиәле, ата-әсәһен ихтирам иткән балалар үҫтерергә теләһәк, иң элек үҙебеҙгә дин юлына баҫырға кәрәк, – ти Сулпан Сөләймәнова.
Ауыл халҡы бергәләп Ҡорбан ғәйетен, Ураҙа байрамдарын үткәрә, балалар өсөн дини һабантуйҙар ойоштора. “Яҡшы ололар булмаған ерҙә яҡшы йәштәр ҙә булмай”, – тип өйрәтә беҙҙе дин. Ошо хәҡиҡәтте тотоп, ауылдың хөрмәтле ағинәйе Сулпан Ҡасим ҡыҙы балаларҙың иманға яҡынайыуын хуплай, уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, төрлө аят-сүрәләр өйрәтә.
Иҫке Балапан ауылында элек-электән иманлы, ғилемгә ынтылған халыҡ йәшәгән, шунлыҡтан ауыл халҡы мәсет төҙөү тураһында хыяллана һәм был юҫыҡта эш башлаған. Башланғыс бар, иң мөһиме – Сулпан Сөләймәнова кеүек әйҙәүселәр булғанда, ауылда мәсет тә, иман да булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523