Халҡыбыҙ элек-электән иманлы, әҙәпле, инсафлы, киң күңелле
булыуы менән дан алған. Пәйғәмбәребеҙ ҙә мөьмин-мосолманды әҙәпкә саҡырып торған, дин юлына баҫҡандарҙы хуплаған. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн күп ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә, халыҡ иман юлына баҫа. Күңеле менән изгелек таратҡан, ауылдаштарын иманға саҡырған, дин дәрестәрен алып барған Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылында йәшәгән Сулпан Сөләймәнованы олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Оҙаҡ йылдар Магнитогорск ҡалаһында йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән Сулпан Ҡасим ҡыҙының тырышлығы менән ауылдағы оло быуын инәйҙәренә намаҙ уҡыу тәртибен өйрәнеү буйынса һабаҡтар бирелә, дини дәрестәр ойошторола. Ауылда Аллаһ йорто булмағанлыҡтан, ағинәйҙәр йома намаҙҙарын аҙна һайын алмашлап бер йортта үткәрә, артабан мәжлес һәр кем килтергән күстәнәстәр менән табында дауам итә.
– Иман барҙа – әҙәп бар, ти халыҡ әйтеме. Беҙҙең бергәләп ултырыуҙы баштараҡ кемдер оҡшатмаһа йәки ҡабул итмәһә, әле үрҙәге әйтемдәгесә, иманлы, әҙәпле булыуыбыҙ, ғәйбәт һөйләмәйенсә, фәҡәт телебеҙҙә дин һабаҡтарын өйрәнеүҙе маҡсат итеп алыуыбыҙға тулыһынса инанғас, күп ҡатын-ҡыҙ беҙгә ҡушылды. Динле булыу балаларыбыҙ, уларҙың киләсәге өсөн бик кәрәкле. Иманлы, тәүфиҡлы, тәрбиәле, ата-әсәһен ихтирам иткән балалар үҫтерергә теләһәк, иң элек үҙебеҙгә дин юлына баҫырға кәрәк, – ти Сулпан Сөләймәнова.
Ауыл халҡы бергәләп Ҡорбан ғәйетен, Ураҙа байрамдарын үткәрә, балалар өсөн дини һабантуйҙар ойоштора. “Яҡшы ололар булмаған ерҙә яҡшы йәштәр ҙә булмай”, – тип өйрәтә беҙҙе дин. Ошо хәҡиҡәтте тотоп, ауылдың хөрмәтле ағинәйе Сулпан Ҡасим ҡыҙы балаларҙың иманға яҡынайыуын хуплай, уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, төрлө аят-сүрәләр өйрәтә.
Иҫке Балапан ауылында элек-электән иманлы, ғилемгә ынтылған халыҡ йәшәгән, шунлыҡтан ауыл халҡы мәсет төҙөү тураһында хыяллана һәм был юҫыҡта эш башлаған. Башланғыс бар, иң мөһиме – Сулпан Сөләймәнова кеүек әйҙәүселәр булғанда, ауылда мәсет тә, иман да булыр.