Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәү көсө – күңелдә
Йәшәү көсө – күңелдә Донъя – һы­нау йорто. ­Ал­лаһ биргән һәр көнөбөҙ имти­хандарҙан хасил. Әҙәм балаһының алдында гелән ике юл тора: Раббыбыҙ ҡушҡан ҡағиҙә буйынса ғәмәл ҡылыу йәки унан ситкә ки­теү. Шуға ҡарап әжерен дә алаһың.

“Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дең “Әл-Бәҡара” сүрә­һендә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай: кемдеңдер ғаи­ләһенә ҡыйынлыҡ килә, икенселәрҙең мал-тыуары, емеш-елә­ге, донъяһы зыян күрә, өсөнсөләр үҙҙәре ауыр хәлдә ҡала... Быларҙың барыһын да Аллаһ Тәғәлә имтихан ҡылыу өсөн ебәрә.
Ә һынауҙы кеше түҙемлек менән, хаҡ юлдан ситкә китмәйенсә үткәрергә тейеш, тиелгән дини китаптарҙа. Был, әлбиттә, тик ултырырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Ауырлыҡтан арыныу юлын эҙләү зарур. Йөҙә белмәгән кеше һыуға ҡолап төшөп, унан сығыу өсөн бер ниндәй тырышлыҡ күрһәтмәһә, батасаҡ бит. Шуның шикелле яҙмышыңдағы һынауҙы лайыҡлы үтеү, ҡыйынлыҡтарҙы еңеү өсөн бөтөн көсөңдө һалырға кәрәк. Дин белгестәре был йәһәттән тәбиғәт күренештәренән өлгө алырға саҡыра. Мәҫәлән, күсер ҡоштар, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, тормошто дауам иттереү, бала сығарыу өсөн күпме юл үтә! Тамыры өҫтөнә асфальт йәйеп үтһәләр ҙә, уны тишеп килеп сыҡҡан үлән-сәскәләр, ҡаялар араһында ҡыҫылып булһа ла үҫеүен дауам иткән ағастарға ҡарайыҡ. Эйе, йәшәү көсө күңелдә булырға тейеш.
Йылдың дүрт миҙгелен алып ҡарайыҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙ йәме, бәрәкәте бар. Ауырлыҡтары ла күп. Шуларҙы ваҡытында лайыҡлы күтәрә белһәң, алда еңеллек көтөр. Мәҫәлән, эҫе йәйҙә сыҙамлыҡ, тырышлыҡ менән мал аҙығы әҙерләһәң, ҡышты тыныс үткәрерһең. Шуның шикелле тормошта осраған ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайынса, уларҙы еңеү юлдарын ваҡытында табып, ҡыйын саҡтарҙа бер-беребеҙгә ярҙам итеп, шатлыҡ-ҡайғыны уртаҡлашып йәшәргә насип итһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521