Донъя – һынау йорто. Аллаһ биргән һәр көнөбөҙ имтихандарҙан хасил. Әҙәм балаһының алдында гелән ике юл тора: Раббыбыҙ ҡушҡан ҡағиҙә буйынса ғәмәл ҡылыу йәки унан ситкә китеү. Шуға ҡарап әжерен дә алаһың.
“Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дең “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай: кемдеңдер ғаиләһенә ҡыйынлыҡ килә, икенселәрҙең мал-тыуары, емеш-еләге, донъяһы зыян күрә, өсөнсөләр үҙҙәре ауыр хәлдә ҡала... Быларҙың барыһын да Аллаһ Тәғәлә имтихан ҡылыу өсөн ебәрә.
Ә һынауҙы кеше түҙемлек менән, хаҡ юлдан ситкә китмәйенсә үткәрергә тейеш, тиелгән дини китаптарҙа. Был, әлбиттә, тик ултырырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Ауырлыҡтан арыныу юлын эҙләү зарур. Йөҙә белмәгән кеше һыуға ҡолап төшөп, унан сығыу өсөн бер ниндәй тырышлыҡ күрһәтмәһә, батасаҡ бит. Шуның шикелле яҙмышыңдағы һынауҙы лайыҡлы үтеү, ҡыйынлыҡтарҙы еңеү өсөн бөтөн көсөңдө һалырға кәрәк. Дин белгестәре был йәһәттән тәбиғәт күренештәренән өлгө алырға саҡыра. Мәҫәлән, күсер ҡоштар, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, тормошто дауам иттереү, бала сығарыу өсөн күпме юл үтә! Тамыры өҫтөнә асфальт йәйеп үтһәләр ҙә, уны тишеп килеп сыҡҡан үлән-сәскәләр, ҡаялар араһында ҡыҫылып булһа ла үҫеүен дауам иткән ағастарға ҡарайыҡ. Эйе, йәшәү көсө күңелдә булырға тейеш.
Йылдың дүрт миҙгелен алып ҡарайыҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙ йәме, бәрәкәте бар. Ауырлыҡтары ла күп. Шуларҙы ваҡытында лайыҡлы күтәрә белһәң, алда еңеллек көтөр. Мәҫәлән, эҫе йәйҙә сыҙамлыҡ, тырышлыҡ менән мал аҙығы әҙерләһәң, ҡышты тыныс үткәрерһең. Шуның шикелле тормошта осраған ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайынса, уларҙы еңеү юлдарын ваҡытында табып, ҡыйын саҡтарҙа бер-беребеҙгә ярҙам итеп, шатлыҡ-ҡайғыны уртаҡлашып йәшәргә насип итһен.