Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктән йөрәккә күсер изгелек
Йөрәктән йөрәккә күсер изгелек Иман йорттарының һаны буйынса республика төбәктәре араһында тәүге урындарҙың береһен биләгән Баймаҡта яңыраҡ йәнә бер дини тантана үтте: районда 60-сы мәсет асылды. Әбделкәрим ауылы халҡы был көндө тулҡынланып
ҡаршы алды.

Улар изге эште үҙ көсө менән атҡарып сыға. Һәр кем төҙөлөшкә ҡулынан килгәнсә өлөш индерә: аҡсалата ярҙам күрһәтә, өмәлә ҡатнаша, бер-береһен ҡеүәтләй, дәртләндерә. Урындағы ауыл Советы хеҙмәткәрҙәренең, эшҡыуарҙарҙың даими булышлығы, имам-хатип Хөсәйен Ғәбитовтың тырышлығы, ойоштороу оҫталығы – мәсеттең тиҙ арала төҙөлөүенең төп нигеҙе. Хәйрулла Ишморатовтың манараны үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйыуын да әбделкәримдәр рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.
Мәғлүм ки, иман йорто буш торорға тейеш түгел. Хәҙистә әйтелеүенсә, бындай күренештең үкенескә килтереүе ихтимал. Борон-борондан динле, иманлы булыуы менән танылған Әбделкәрим халҡы иһә, һис шикһеҙ, мәсеттең тупһаһына саң ҡундырмаҫ.
– Әл-хәмдү лил-ләһ, халҡыбыҙ әкренләп дингә ҡайта хәҙер, – ти имам-хатип Хөсәйен Ғәбитов. – Мәсеткә йәштәр күпләп йөрөй, балаларыбыҙ иманлы, тәүфиҡлы булып үҫә. Тимәк, иншаллаһ, Аллаһ йорто буш тормаҫ.




***

1437 һижри йыл да аҙағына яҡынлаша. Ошо арауыҡта республи­кабыҙҙа ике тиҫтәгә яҡын мәсет асылды. Иман йорто булмаған ауылдар йылдан-йыл аҙая.
Мәғлүм ки, мәсеттәр күберәк кемдең­дер башланғысы, финанс ярҙамы, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡтың уртаҡ көсө менән төҙөлә. Изгелек йөрөтә әҙәм балаһын. Был тойғо тормоштоң нигеҙен тәшкил итә. Яғымлы ҡараштан йылмайыу тыуа, ҡояш нурынан ер йылына, хәстәр­лектән гөлдәр сәскә ата... Шуның шикелле мәрхәмәтлек күрһәттең икән, үҙеңдең дә, башҡаларҙың да күңеле йомшара, тирә-йүн йәмләнеп, донъя яҡтырып киткәндәй була. Ерҙә ятып ҡалмай шәфҡәтлелек. Ул, йөрәктәрҙән йөрәктәргә күсеп, үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтасаҡ.
“Әл-Бәҡара” сүрәһендә былай тиелгән: “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреү­селәр гүйә ки орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Тимәк, ихлас күңелдән башҡарылған эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.
Әҙәм балаһы барлыҡ изге ғәмәлдәрҙе Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейеш. Был йәһәттән Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Изгелекте баш­ҡалар күрһен өсөн эшләүҙе, маҡтаныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай”, – тигән. Мәсет төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кем был ғәмәлен ихлас күңелдән башҡарһын, иман йорттары Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән тормошо­боҙҙо нурлаһын, күңелдәре­беҙҙе яҡтыртһын, еребеҙҙең бәрәкәтен арттырһын, иншаллаһ. Яҡынлашып килгән Ҡорбан байрамын да ғибәҙәт­ханаларыбыҙҙа бергә йыйылып, мәжлес ҡороп, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡла­шып үткәрергә яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523