Иман йорттарының һаны буйынса республика төбәктәре араһында тәүге урындарҙың береһен биләгән Баймаҡта яңыраҡ йәнә бер дини тантана үтте: районда 60-сы мәсет асылды. Әбделкәрим ауылы халҡы был көндө тулҡынланып
ҡаршы алды.Улар изге эште үҙ көсө менән атҡарып сыға. Һәр кем төҙөлөшкә ҡулынан килгәнсә өлөш индерә: аҡсалата ярҙам күрһәтә, өмәлә ҡатнаша, бер-береһен ҡеүәтләй, дәртләндерә. Урындағы ауыл Советы хеҙмәткәрҙәренең, эшҡыуарҙарҙың даими булышлығы, имам-хатип Хөсәйен Ғәбитовтың тырышлығы, ойоштороу оҫталығы – мәсеттең тиҙ арала төҙөлөүенең төп нигеҙе. Хәйрулла Ишморатовтың манараны үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйыуын да әбделкәримдәр рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.
Мәғлүм ки, иман йорто буш торорға тейеш түгел. Хәҙистә әйтелеүенсә, бындай күренештең үкенескә килтереүе ихтимал. Борон-борондан динле, иманлы булыуы менән танылған Әбделкәрим халҡы иһә, һис шикһеҙ, мәсеттең тупһаһына саң ҡундырмаҫ.
– Әл-хәмдү лил-ләһ, халҡыбыҙ әкренләп дингә ҡайта хәҙер, – ти имам-хатип Хөсәйен Ғәбитов. – Мәсеткә йәштәр күпләп йөрөй, балаларыбыҙ иманлы, тәүфиҡлы булып үҫә. Тимәк, иншаллаһ, Аллаһ йорто буш тормаҫ.
***
1437 һижри йыл да аҙағына яҡынлаша. Ошо арауыҡта республикабыҙҙа ике тиҫтәгә яҡын мәсет асылды. Иман йорто булмаған ауылдар йылдан-йыл аҙая.
Мәғлүм ки, мәсеттәр күберәк кемдеңдер башланғысы, финанс ярҙамы, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡтың уртаҡ көсө менән төҙөлә. Изгелек йөрөтә әҙәм балаһын. Был тойғо тормоштоң нигеҙен тәшкил итә. Яғымлы ҡараштан йылмайыу тыуа, ҡояш нурынан ер йылына, хәстәрлектән гөлдәр сәскә ата... Шуның шикелле мәрхәмәтлек күрһәттең икән, үҙеңдең дә, башҡаларҙың да күңеле йомшара, тирә-йүн йәмләнеп, донъя яҡтырып киткәндәй була. Ерҙә ятып ҡалмай шәфҡәтлелек. Ул, йөрәктәрҙән йөрәктәргә күсеп, үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтасаҡ.
“Әл-Бәҡара” сүрәһендә былай тиелгән: “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр гүйә ки орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Тимәк, ихлас күңелдән башҡарылған эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.
Әҙәм балаһы барлыҡ изге ғәмәлдәрҙе Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейеш. Был йәһәттән Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн эшләүҙе, маҡтаныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай”, – тигән. Мәсет төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кем был ғәмәлен ихлас күңелдән башҡарһын, иман йорттары Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән тормошобоҙҙо нурлаһын, күңелдәребеҙҙе яҡтыртһын, еребеҙҙең бәрәкәтен арттырһын, иншаллаһ. Яҡынлашып килгән Ҡорбан байрамын да ғибәҙәтханаларыбыҙҙа бергә йыйылып, мәжлес ҡороп, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып үткәрергә яҙһын.