Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асыҡҡан кеше ризыҡтың ҡәҙерен белер
Асыҡҡан кеше ризыҡтың ҡәҙерен белер Туҡланыу – йәшәүҙе тәьмин иткән сараларҙың береһе. Аҙыҡты белеп, дөрөҫ ҡулланыу сәләмәтлек өсөн үтә лә мөһим. Шуға ла динебеҙҙә ризыҡланыуға ҙур иғтибар бүленә. Аҡылға зыян килтергән, иҫәрләндергән, хәлһеҙлек, һүлпәнлек тыуҙырған аҙыҡ бөтөнләй тыйыла, хәрәм тип һанала. Ә ураҙала асығыуҙың нигеҙе ниҙә һуң?


Дини китаптарҙа әйтел­гәнсә, әҙәм балаһын юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә уның хәлен, нимәгә көсө етеүен яҡшыраҡ белә. Ураҙаның беҙ аңлап бөт­мәгән хикмәттәре бихисап. Асығыу тәү сиратта әҙәм балаһына ризыҡтың, ерҙәге ниғмәттәрҙең ҡәҙерен бе­лергә өйрәтә. Көн дауамында ашамай йөрөгән кеше аҙыҡҡа мохтаждарҙың, сирлеләрҙең хәленә төшө­нөп, күңеле миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек тойғолары менән тулылана.
Икенсенән, ураҙа тотҡан әҙәм балаһы тормоштоң төрлө шарттарына, ауыр мәлдәренә әҙер була. Мәҫәлән, ҡайҙалыр аҙашып ҡалып, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше бирешмәҫ, ауырлыҡты башҡаларға ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер.
Шул уҡ ваҡытта был күркәм ғәмәл кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайта. Әй­тә­йек, күп ауылдарҙа әле кис һайын ауыҙ асырға саҡы­рышалар. Ә бындай мөнә­сәбәт, ризыҡ бүлешеү, хәл-әхүәл белешеү, кәңәшләшеү, фекер алышыу, ҡайғы-шат­лығың менән уртаҡлашыу Исламда ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ауыҙ асырға килгәндәр саҡы­рылған йорттоң ҡотон арттыра, уҡылған аяттар, изге теләктәр нур өҫтәй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Ризыҡтың бәрәкәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күплегендә”, – тигән икән, тимәк, ҡунаҡ саҡырыу, бергә ифтар ҡылыу һәр кемдең тормошона яҡтылыҡ, яҡшылыҡ өҫтәй. “Әгәр ҙә кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тиелгән хәҙистә.
Сәхәр мәлендә лә, ауыҙ асҡанда ла ризыҡтың туҡлыҡлыһын, файҙалыһын һайларға тәҡдим ителә. Көн дауамында ашамай йөрө­гәндән һуң ашҡаҙанды ҡапыл тулыландырырға, аҙыҡты саманан тыш ҡабул итергә ярамай. Ныҡ шәр­бәтле йәки тоҙло ризыҡ­тарҙы ҡулланыу организмға насар тәьҫир итер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 211

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 184

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 305

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 300

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 804

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 404

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 393

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 488

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 357

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 335

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 291

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 555