Туҡланыу – йәшәүҙе тәьмин иткән сараларҙың береһе. Аҙыҡты белеп, дөрөҫ ҡулланыу сәләмәтлек өсөн үтә лә мөһим. Шуға ла динебеҙҙә ризыҡланыуға ҙур иғтибар бүленә. Аҡылға зыян килтергән, иҫәрләндергән, хәлһеҙлек, һүлпәнлек тыуҙырған аҙыҡ бөтөнләй тыйыла, хәрәм тип һанала. Ә ураҙала асығыуҙың нигеҙе ниҙә һуң?Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, әҙәм балаһын юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә уның хәлен, нимәгә көсө етеүен яҡшыраҡ белә. Ураҙаның беҙ аңлап бөтмәгән хикмәттәре бихисап. Асығыу тәү сиратта әҙәм балаһына ризыҡтың, ерҙәге ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә. Көн дауамында ашамай йөрөгән кеше аҙыҡҡа мохтаждарҙың, сирлеләрҙең хәленә төшөнөп, күңеле миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек тойғолары менән тулылана.
Икенсенән, ураҙа тотҡан әҙәм балаһы тормоштоң төрлө шарттарына, ауыр мәлдәренә әҙер була. Мәҫәлән, ҡайҙалыр аҙашып ҡалып, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше бирешмәҫ, ауырлыҡты башҡаларға ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер.
Шул уҡ ваҡытта был күркәм ғәмәл кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайта. Әйтәйек, күп ауылдарҙа әле кис һайын ауыҙ асырға саҡырышалар. Ә бындай мөнәсәбәт, ризыҡ бүлешеү, хәл-әхүәл белешеү, кәңәшләшеү, фекер алышыу, ҡайғы-шатлығың менән уртаҡлашыу Исламда ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ауыҙ асырға килгәндәр саҡырылған йорттоң ҡотон арттыра, уҡылған аяттар, изге теләктәр нур өҫтәй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Ризыҡтың бәрәкәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күплегендә”, – тигән икән, тимәк, ҡунаҡ саҡырыу, бергә ифтар ҡылыу һәр кемдең тормошона яҡтылыҡ, яҡшылыҡ өҫтәй. “Әгәр ҙә кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тиелгән хәҙистә.
Сәхәр мәлендә лә, ауыҙ асҡанда ла ризыҡтың туҡлыҡлыһын, файҙалыһын һайларға тәҡдим ителә. Көн дауамында ашамай йөрөгәндән һуң ашҡаҙанды ҡапыл тулыландырырға, аҙыҡты саманан тыш ҡабул итергә ярамай. Ныҡ шәрбәтле йәки тоҙло ризыҡтарҙы ҡулланыу организмға насар тәьҫир итер.