Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер былай ҙа ҡыҫҡа
– Ике туған һеңлем кейәүгә сығырға әҙерләнеп йөрөй ине, ағаһы баҡыйлыҡҡа күсеп ҡуйҙы. Ни эшләргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Никахты ҡасан үткәрергә: мәрхүмдең ҡырҡ көнө үткәсме, әллә йыллығын көтөргәме?

Ә. ҒАЙСИНА.
Стәрлетамаҡ районы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмиллә­һир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кә­рим”­дә ғаилә тормошонда, йәшә­йеш барышында осрауы ихтимал төрлө хәл­дәр ха­ҡында бихисап аят-кәримә әйтел­гән. Донъя, әлбит­тә ки, шыма ғына юлдан бармай. Һәр әҙәм ба­лаһы­на төрлө яҙ­мыш насип ителә.
Ауырлыҡ – Ал­лаһ Тәғәләнең һы­науы. Ошоно онотмайынса, тормош имтиханын лайыҡлы үтергә ынтылыу зарур, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр. “Аллаһ Тәғәлә өсөн кем иң ҡәҙер­леһе?” – тип һорағандар мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттән. “Хоҙай биргәнгә шөкөр ҡыла, бәлә, бәхетһеҙлек килгәндә сабыр итә белгән әҙәм балаһы”, – тигән имам. “Түҙемлек – әҙәм бала­һының иң мөһим сифаты”, – тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. “Әгәр ҙә ҡолом тәненә, балаһына, малына килтерелгән бәләләргә түҙеп, хәлде сабырлыҡ менән кисерә белһә, Ҡиәмәт көнөндә уның ғәмәлдәре хаҡында хәтеренә төшөрөп, бизмәнгә һалып тороу Минең өсөн уңайһыҙ булыр”, – тигән һүҙҙәр бар “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тормошта ниндәй генә хәлдәр осрамаһын, түҙемле булырға кәрәк. Сабыр итеп, алға атлау зарур. Эйе, туғаныңды юғалтыу – оло ҡайғы. Әммә Аллаһ Тәғәләнең тәҡдиренә ҡаршы барыу мөмкин түгел. Йәшәргә кәрәк. Әҙәм балаһына бит ғүмер бер генә бирелә. Бәғзеләр, мәҫәлән, туҡһан йыл йәшәһә, икен­селәргә бер-ике көн генә бүленеүе мөмкин. Ошоно иҫтә тотоп, бүленгән ғүмерең эсендә изгелек, яҡшылыҡ ҡылып өлгөрөргә ынтылыу зарур.
Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, әгәр ҙә ире вафат булһа, ҡатын-ҡыҙ дүрт ай ҙа ун көндән һуң яңы ғаилә ҡора ала. Ә инде ул ауырлы ҡалған икән, сабыйы донъяға килгәнсә башҡа иргә сығырға рөхсәт ителмәй. Артабан иһә мөмкин. Аллаһ Тәғәлә шулай ҡушҡан икән, тимәк, бында ниндәйҙер хикмәт бар. Был хөкөмдәр йылдар, быуаттар дауамында үҙгәрмәй. Яңынан-яңы хикмәттәре көндән-көн асыла килә.
Әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, ағаһы йә башҡа ҡәрҙәше баҡыйлыҡҡа күсте икән, өйләнергә йәки кәләш алырға йыйынған туғаны ниәтен күпмелер ваҡытҡа тотҡарлап торорға тейеш тигән һүҙҙәр, ысынлап та, бар. Был – элек-электән килгән ғөрөф-ғәҙәт. Ә динебеҙҙә бындай ҡағиҙә юҡ. Ҡөрьәндең, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тәғлимәте буйынса, йәштәрҙе үҙ ваҡытында, тиҙерәк өйләндерергә кәрәк. Юғиһә аҙаҡ бөтөнләй икенсе хәлдәрҙең килеп тыуыуы, араға яман һүҙ инеүе, һөҙөмтәлә хатта бәғзеләрҙең яңғыҙлыҡҡа дусар булыуы ихтимал.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белергә, шул арауыҡта әҙәмдең иң ҙур бурысын үтәргә – изгелек ҡылып өлгөрөргә – насип ҡылһын. Ир-ат ғаилә ҡорһон, йорт төҙөһөн, ағас ултыртһын, иманлы балалар үҫтерһен. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа үҙ бурыстарын үтәргә ынтылһын. Бер-беребеҙгә хөрмәт күр­һәтеп, йылы һүҙ, йылмайыу бүләк итеп, көндәребеҙҙе нурландырып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шул саҡта ғүмеребеҙ бәрәкәтле булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521