Ғүмер былай ҙа ҡыҫҡа26.02.2016
– Ике туған һеңлем кейәүгә сығырға әҙерләнеп йөрөй ине, ағаһы баҡыйлыҡҡа күсеп ҡуйҙы. Ни эшләргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Никахты ҡасан үткәрергә: мәрхүмдең ҡырҡ көнө үткәсме, әллә йыллығын көтөргәме?
Ә. ҒАЙСИНА.
Стәрлетамаҡ районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим”дә ғаилә тормошонда, йәшәйеш барышында осрауы ихтимал төрлө хәлдәр хаҡында бихисап аят-кәримә әйтелгән. Донъя, әлбиттә ки, шыма ғына юлдан бармай. Һәр әҙәм балаһына төрлө яҙмыш насип ителә.
Ауырлыҡ – Аллаһ Тәғәләнең һынауы. Ошоно онотмайынса, тормош имтиханын лайыҡлы үтергә ынтылыу зарур, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. “Аллаһ Тәғәлә өсөн кем иң ҡәҙерлеһе?” – тип һорағандар мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттән. “Хоҙай биргәнгә шөкөр ҡыла, бәлә, бәхетһеҙлек килгәндә сабыр итә белгән әҙәм балаһы”, – тигән имам. “Түҙемлек – әҙәм балаһының иң мөһим сифаты”, – тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. “Әгәр ҙә ҡолом тәненә, балаһына, малына килтерелгән бәләләргә түҙеп, хәлде сабырлыҡ менән кисерә белһә, Ҡиәмәт көнөндә уның ғәмәлдәре хаҡында хәтеренә төшөрөп, бизмәнгә һалып тороу Минең өсөн уңайһыҙ булыр”, – тигән һүҙҙәр бар “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тормошта ниндәй генә хәлдәр осрамаһын, түҙемле булырға кәрәк. Сабыр итеп, алға атлау зарур. Эйе, туғаныңды юғалтыу – оло ҡайғы. Әммә Аллаһ Тәғәләнең тәҡдиренә ҡаршы барыу мөмкин түгел. Йәшәргә кәрәк. Әҙәм балаһына бит ғүмер бер генә бирелә. Бәғзеләр, мәҫәлән, туҡһан йыл йәшәһә, икенселәргә бер-ике көн генә бүленеүе мөмкин. Ошоно иҫтә тотоп, бүленгән ғүмерең эсендә изгелек, яҡшылыҡ ҡылып өлгөрөргә ынтылыу зарур.
Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, әгәр ҙә ире вафат булһа, ҡатын-ҡыҙ дүрт ай ҙа ун көндән һуң яңы ғаилә ҡора ала. Ә инде ул ауырлы ҡалған икән, сабыйы донъяға килгәнсә башҡа иргә сығырға рөхсәт ителмәй. Артабан иһә мөмкин. Аллаһ Тәғәлә шулай ҡушҡан икән, тимәк, бында ниндәйҙер хикмәт бар. Был хөкөмдәр йылдар, быуаттар дауамында үҙгәрмәй. Яңынан-яңы хикмәттәре көндән-көн асыла килә.
Әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, ағаһы йә башҡа ҡәрҙәше баҡыйлыҡҡа күсте икән, өйләнергә йәки кәләш алырға йыйынған туғаны ниәтен күпмелер ваҡытҡа тотҡарлап торорға тейеш тигән һүҙҙәр, ысынлап та, бар. Был – элек-электән килгән ғөрөф-ғәҙәт. Ә динебеҙҙә бындай ҡағиҙә юҡ. Ҡөрьәндең, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тәғлимәте буйынса, йәштәрҙе үҙ ваҡытында, тиҙерәк өйләндерергә кәрәк. Юғиһә аҙаҡ бөтөнләй икенсе хәлдәрҙең килеп тыуыуы, араға яман һүҙ инеүе, һөҙөмтәлә хатта бәғзеләрҙең яңғыҙлыҡҡа дусар булыуы ихтимал.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белергә, шул арауыҡта әҙәмдең иң ҙур бурысын үтәргә – изгелек ҡылып өлгөрөргә – насип ҡылһын. Ир-ат ғаилә ҡорһон, йорт төҙөһөн, ағас ултыртһын, иманлы балалар үҫтерһен. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа үҙ бурыстарын үтәргә ынтылһын. Бер-беребеҙгә хөрмәт күрһәтеп, йылы һүҙ, йылмайыу бүләк итеп, көндәребеҙҙе нурландырып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шул саҡта ғүмеребеҙ бәрәкәтле булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.