Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барасаҡ еребеҙҙе нурландырып йәшәйек
– Беҙҙең Федоровка ауылында халыҡтың 75 процентын башҡорттар тәшкил итә. Ләкин бында мосолман зыяраты юҡ. Шуның өсөн мәрхүмдәрҙе һигеҙ саҡрым алыҫ­лыҡтағы Әбүбәкер ауылына алып барып ерләйбеҙ. Унда урын тарайғандан-тарая.
Үҙебеҙҙә мосолман зыяраты асыу мәсьә­ләһе күтәрелгәйне, ауыл хакимиәте башлығы был эшкә ризалыҡ биреп, урыҫ ҡәберлеге эргәһендәге иркен ерҙе тәҡдим итте. Ләкин арабыҙҙа дәғүә белдергәндәр бар. Урыҫ зыяратына яҡын урында мосолмандарҙыҡын булдырырға яраймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
М. МӘМБӘТОВ.
Хәйбулла районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Мин һеҙҙе, әҙәм балаларын, ерҙән яралттым һәм шун­да уҡ ҡайтарырмын, Ҡиәмәт көнөндә йәнә торғоҙормон”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тормошта барыһы ла Аллаһ Тәғәләнең тәҡдиренә бәйле. Бәғзеләр – күберәк, кемдер аҙыраҡ ғү­мер кисерә, Раб­быбыҙҙың хикмәте менән үҙенсә донъя көтә, ризыҡлана. Ғөмүмән, Ер йөҙөндә һәр нәмәнең үлсәме бар.
Мосолман ахирәткә күсеп китһә, ул тәү сиратта һәйбәт итеп ғөсөлләндерелә, кәфенгә төрөлә, йыназа уҡытылып, Ислам тәртибе буйынса ерләнә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ҡәбер­ҙең ләхетле булырға тейешлеген әйткән. Ул ҡибла яҡтан алына. Ерҙе туп-тура ҡаҙыу Ислам ҡағиҙәһенә тап килмәй.
Зыяраттарҙы ер аҫтындағы һыу юлдарына тап килтермәҫ өсөн борон-борондан ҡалҡыу урында эшләгәндәр. Үткән вәғәздәремдә әйтеп уҙға­нымса, дин буйынса ҡәбергә 25 – 30 йылдан һуң башҡа мәрхүмде ерләргә мөмкин. Элек-электән шундай алмашыныу барған, урын күп тапҡыр файҙа­ланылған. Ғайса ғәләйһис-сәләм заманынан ғына иҫәпләп ҡарағанда, өсөнсө мең йыл­лыҡта ғүмер итәбеҙ. Уға ҡәҙәр ҙә бит бихисап кеше йәшәгән. Ә зыярат бер кемдең дә шәхси мөлкәте түгел, ә йәмғиәттеке. Уны тәрбиәләп, ҡәҙерләп тотоу – изге бурысыбыҙ. Әммә әлеге һорауҙа яңғыраған, шулай уҡ башҡа ерҙәрҙә лә йыш ҡабатланған “ҡәберлектә урын тарайып бара” тигән һүҙҙәр барыбыҙҙы ла ошо хаҡта ныҡлы уйланырға мәжбүр итһен ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Бынан утыҙ йыл элек Дондағы Ростовҡа бар­ғайным. Унда шундай күренешкә шаһит булдым: зыярат ете саҡрымға һуҙылған! Хәҙер үҙебеҙҙең Өфөнөң зыяраттарында ла урын әҙәйеп бара. Ни өсөн тигәндә, мәрхүмдең ҡәберлеген яҡындары шәхси ере кеүек иҫәпләй башлай. Улайға китһә, киләсәктә донъя тимер рәшәткәләр менән тулыр бит.
Һорауға әйләнеп ҡайтҡанда, Ер йөҙөндә, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә бихисап милләт, дин вәкилдәре йәшәй. Мәйетте оҙатыу, тәрбиәләү йәһәтенән һәр береһенең үҙ тәртиптәре бар. Шуның өсөн элек-электән зыяраттар ҙа айырым булған. Бөгөн дә ошо йоланы дауам итергә бурыслыбыҙ. Ҡәберлектәргә урын яҡын бирелгән икән, ике араны ниҙер булһа ла айырып торорға тейеш. Әйтәйек, юл. Уның бер яғында христиан­дарҙың зыяраты урынлашһа, икенсеһендә мосол­мандарҙыҡы булыуы мөмкин.
“Кемдер донъяла Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өмөт итеп, иман өләшеп йәшәһә, изгелек ҡылһа, ҡәбере Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр Йәннәттең бер өлөшө булыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәр­ҙәш­тәр, һәммәбеҙ ҙә фанилыҡта барасаҡ ҡәбер­ҙәребеҙҙе нурландырыу өсөн хеҙмәт итергә тейешбеҙ. Был донъяға ваҡытлыса ғына килгәнбеҙ. Ошо мәлде һәр саҡ изге уй, күркәм ғәмәл менән берҙәмлектә, татыулыҡта үткәрһәк ине, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521