Барасаҡ еребеҙҙе нурландырып йәшәйек18.09.2015
– Беҙҙең Федоровка ауылында халыҡтың 75 процентын башҡорттар тәшкил итә. Ләкин бында мосолман зыяраты юҡ. Шуның өсөн мәрхүмдәрҙе һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Әбүбәкер ауылына алып барып ерләйбеҙ. Унда урын тарайғандан-тарая.
Үҙебеҙҙә мосолман зыяраты асыу мәсьәләһе күтәрелгәйне, ауыл хакимиәте башлығы был эшкә ризалыҡ биреп, урыҫ ҡәберлеге эргәһендәге иркен ерҙе тәҡдим итте. Ләкин арабыҙҙа дәғүә белдергәндәр бар. Урыҫ зыяратына яҡын урында мосолмандарҙыҡын булдырырға яраймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
М. МӘМБӘТОВ.
Хәйбулла районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Мин һеҙҙе, әҙәм балаларын, ерҙән яралттым һәм шунда уҡ ҡайтарырмын, Ҡиәмәт көнөндә йәнә торғоҙормон”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тормошта барыһы ла Аллаһ Тәғәләнең тәҡдиренә бәйле. Бәғзеләр – күберәк, кемдер аҙыраҡ ғүмер кисерә, Раббыбыҙҙың хикмәте менән үҙенсә донъя көтә, ризыҡлана. Ғөмүмән, Ер йөҙөндә һәр нәмәнең үлсәме бар.
Мосолман ахирәткә күсеп китһә, ул тәү сиратта һәйбәт итеп ғөсөлләндерелә, кәфенгә төрөлә, йыназа уҡытылып, Ислам тәртибе буйынса ерләнә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ҡәберҙең ләхетле булырға тейешлеген әйткән. Ул ҡибла яҡтан алына. Ерҙе туп-тура ҡаҙыу Ислам ҡағиҙәһенә тап килмәй.
Зыяраттарҙы ер аҫтындағы һыу юлдарына тап килтермәҫ өсөн борон-борондан ҡалҡыу урында эшләгәндәр. Үткән вәғәздәремдә әйтеп уҙғанымса, дин буйынса ҡәбергә 25 – 30 йылдан һуң башҡа мәрхүмде ерләргә мөмкин. Элек-электән шундай алмашыныу барған, урын күп тапҡыр файҙаланылған. Ғайса ғәләйһис-сәләм заманынан ғына иҫәпләп ҡарағанда, өсөнсө мең йыллыҡта ғүмер итәбеҙ. Уға ҡәҙәр ҙә бит бихисап кеше йәшәгән. Ә зыярат бер кемдең дә шәхси мөлкәте түгел, ә йәмғиәттеке. Уны тәрбиәләп, ҡәҙерләп тотоу – изге бурысыбыҙ. Әммә әлеге һорауҙа яңғыраған, шулай уҡ башҡа ерҙәрҙә лә йыш ҡабатланған “ҡәберлектә урын тарайып бара” тигән һүҙҙәр барыбыҙҙы ла ошо хаҡта ныҡлы уйланырға мәжбүр итһен ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Бынан утыҙ йыл элек Дондағы Ростовҡа барғайным. Унда шундай күренешкә шаһит булдым: зыярат ете саҡрымға һуҙылған! Хәҙер үҙебеҙҙең Өфөнөң зыяраттарында ла урын әҙәйеп бара. Ни өсөн тигәндә, мәрхүмдең ҡәберлеген яҡындары шәхси ере кеүек иҫәпләй башлай. Улайға китһә, киләсәктә донъя тимер рәшәткәләр менән тулыр бит.
Һорауға әйләнеп ҡайтҡанда, Ер йөҙөндә, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә бихисап милләт, дин вәкилдәре йәшәй. Мәйетте оҙатыу, тәрбиәләү йәһәтенән һәр береһенең үҙ тәртиптәре бар. Шуның өсөн элек-электән зыяраттар ҙа айырым булған. Бөгөн дә ошо йоланы дауам итергә бурыслыбыҙ. Ҡәберлектәргә урын яҡын бирелгән икән, ике араны ниҙер булһа ла айырып торорға тейеш. Әйтәйек, юл. Уның бер яғында христиандарҙың зыяраты урынлашһа, икенсеһендә мосолмандарҙыҡы булыуы мөмкин.
“Кемдер донъяла Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өмөт итеп, иман өләшеп йәшәһә, изгелек ҡылһа, ҡәбере Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр Йәннәттең бер өлөшө булыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәммәбеҙ ҙә фанилыҡта барасаҡ ҡәберҙәребеҙҙе нурландырыу өсөн хеҙмәт итергә тейешбеҙ. Был донъяға ваҡытлыса ғына килгәнбеҙ. Ошо мәлде һәр саҡ изге уй, күркәм ғәмәл менән берҙәмлектә, татыулыҡта үткәрһәк ине, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.