Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Раббыбыҙ шатлыҡтан айырмаһын арыйҙарҙы!
Раббыбыҙ  шатлыҡтан айырмаһын арыйҙарҙы! “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тип әйтер булған Нух ғәләйһис-сәләм. – Шул ваҡытта Раббыбыҙ күктән ямғыр ебәрер һәм һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Ысынлап та, тәбиғәттең был күренеше – ҙур хикмәттәрҙең береһе. Ул ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған.


Август урталарынан алып әлегә ҡәҙәр яуым-төшөм күп булды. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тап шул осорҙа республикабыҙҙа мәсеттәр ҙә байтаҡ асылған. Әҙәм балаларының иманға ҡайтыуы өсөн Раббыбыҙ ергә рәхмәт яуҙыралыр, әл-хәмдү лил-ләһ!
Дыуан районының Арый ауылында мәсет асылған көндә лә тәбиғәт ҡәнәғәтлеген төрлөсә күрһәтте: йә ямғыр һибәләп үтте, йә ҡояш йылмайып ебәрҙе, ел дә үҙ сиратын онотманы. Көмөш тауышлы аҙан илаһилыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе.
Халыҡ ифрат күп йыйылғайны. Арыйҙар менән бер рәттән уларҙың ситтә йәшәгән ауылдаштары, райондаштары, күрше-тирәлә ғүмер иткән халыҡ иман йортоноң биләмәһенә, тупһаһына ҡыуанып аяҡ баҫты.
Раббыбыҙ  шатлыҡтан айырмаһын арыйҙарҙы!– Бөгөнгө шатлыҡ һеҙҙе мәңге ташламаһын, – тип иң изге теләктәрен еткерҙе Башҡортостан мосолмандарының Ди­ниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмә­туллин. – Мәсет бар ерҙә бәхет була. Бер-бе­ребеҙҙең ҡәҙерен белеп, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә ынтылып, Хаҡ Тәғәлә юлынан тайпылмайса йәшәһәк, Раббыбыҙ бәрәкәтенән айырмаҫ. Күңелебеҙ бөтөн, халҡыбыҙ имен булыр, иншаллаһ. Мәсеттең ишеге һис ҡасан бикле тормаһын, аҙан тауышы күңелдәргә иман өләшһен.
Нурмөхәмәт хәҙрәт төҙөлөшкә өлөш индергән кешеләргә мөф­тиәттең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Әйткәндәй, Арый халҡы кәңәшләшеп, мәсеткә уның имам-хатибы, иман йорто һалыу тәҡдиме менән беренселәрҙән булып сығыш яһаған Рәхимғол Исхаҡовтың исемен биргән.
Раббыбыҙ  шатлыҡтан айырмаһын арыйҙарҙы!Өйлә намаҙын уҡығандан һуң халыҡ ҡорбан ашы әҙерләнгән байрам өҫтәле янына йыйылды. Унда йәнле аралашыу дауам итте, фекерҙәр беректерҙе, ауыл киләсәге мәнфәғәтендә бергәләп эшләү, иманлы балалар үҫтереү кеүек яҡты маҡсаттарҙы күмәкләп тормошҡа ашырыу зарурлығы билдәләнде.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519