“Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тип әйтер булған Нух ғәләйһис-сәләм. – Шул ваҡытта Раббыбыҙ күктән ямғыр ебәрер һәм һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Ысынлап та, тәбиғәттең был күренеше – ҙур хикмәттәрҙең береһе. Ул ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған.Август урталарынан алып әлегә ҡәҙәр яуым-төшөм күп булды. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тап шул осорҙа республикабыҙҙа мәсеттәр ҙә байтаҡ асылған. Әҙәм балаларының иманға ҡайтыуы өсөн Раббыбыҙ ергә рәхмәт яуҙыралыр, әл-хәмдү лил-ләһ!
Дыуан районының Арый ауылында мәсет асылған көндә лә тәбиғәт ҡәнәғәтлеген төрлөсә күрһәтте: йә ямғыр һибәләп үтте, йә ҡояш йылмайып ебәрҙе, ел дә үҙ сиратын онотманы. Көмөш тауышлы аҙан илаһилыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе.
Халыҡ ифрат күп йыйылғайны. Арыйҙар менән бер рәттән уларҙың ситтә йәшәгән ауылдаштары, райондаштары, күрше-тирәлә ғүмер иткән халыҡ иман йортоноң биләмәһенә, тупһаһына ҡыуанып аяҡ баҫты.
– Бөгөнгө шатлыҡ һеҙҙе мәңге ташламаһын, – тип иң изге теләктәрен еткерҙе Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. – Мәсет бар ерҙә бәхет була. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә ынтылып, Хаҡ Тәғәлә юлынан тайпылмайса йәшәһәк, Раббыбыҙ бәрәкәтенән айырмаҫ. Күңелебеҙ бөтөн, халҡыбыҙ имен булыр, иншаллаһ. Мәсеттең ишеге һис ҡасан бикле тормаһын, аҙан тауышы күңелдәргә иман өләшһен.
Нурмөхәмәт хәҙрәт төҙөлөшкә өлөш индергән кешеләргә мөфтиәттең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Әйткәндәй, Арый халҡы кәңәшләшеп, мәсеткә уның имам-хатибы, иман йорто һалыу тәҡдиме менән беренселәрҙән булып сығыш яһаған Рәхимғол Исхаҡовтың исемен биргән.
Өйлә намаҙын уҡығандан һуң халыҡ ҡорбан ашы әҙерләнгән байрам өҫтәле янына йыйылды. Унда йәнле аралашыу дауам итте, фекерҙәр беректерҙе, ауыл киләсәге мәнфәғәтендә бергәләп эшләү, иманлы балалар үҫтереү кеүек яҡты маҡсаттарҙы күмәкләп тормошҡа ашырыу зарурлығы билдәләнде.