Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡорбан салырға ине...”
– Утыҙ йәшлек улыбыҙҙың иҫәнлеге өсөн ҡорбан салырға ине. Был эште ирем баш­ҡара аламы, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Ҡорбан кемгә арнап салына, шул кеше малдың йөнөнән тотоп торорға тейеш, тиҙәр. Был дөрөҫмө? Улым үҙе ҡорбан итен ашай аламы? Мал үҙеңдеке булырға тейешме, әллә һатып алырғамы?

Физәлиә ЯППАРОВА.
Ишембай районы.
– Бис­мил­лә­һир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәлә­мү ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бә­рәкәтүһ, хөрмәтле ҡәр­ҙәш­тәр! Һеҙҙе изге Рамаҙан айында ихлас күңелдән тәб­рик­ләп, һәммә­геҙгә лә Аллаһ Тәғәләнең рәх­мә­тенә өлгәшеү юлында көс, са­бырлыҡ, Раббы­быҙҙың ура­ҙа­лар­ҙы ҡабул ҡылыуын, күңелдәрҙең имандан яҡтырыуын теләйем.
Физәлиә ҡәрҙәштең һорауына килгәндә, “Ҡөрь­ән Кә­рим”дә ҡор­бан сал­ған әҙәм ба­лаһына Аллаһ­тың изгелеге на­сип булыуы ха­ҡында әйтелә. Нимә һуң ул ҡорбан? Ул – Хаҡ Тәғәләнең рәхмә­тен өмөт итеп ҡылынған изге ғибәҙәт. Һеҙҙең осраҡта ғәмәл “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Үҙегеҙҙең малды һайларға ла, һатып алырға ла мөмкин. Ҡуй – кәмендә алты айлыҡ, ә кәзә бер йәштән үткән булырға тейеш. Шуға ла иғтибар итергә кәрәк: мал уртаса һимеҙлектә, етеш­һеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш. Уны һәр кем – ирегеҙ ҙә, улығыҙ үҙе лә, башҡа кеше лә – сала ала. Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. Улығыҙ мал салған ерҙә торһа була, кире осраҡта ла зыян юҡ. Ә инде ҡорбандың йөнөн тотоу артыҡ күренеш булыр.
Мал салынғас, ите һәйбәт итеп һуйыла. Тиреһен хәйер итеп бирергә кәрәк. Ә инде ит, өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе – үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡла­ныуға ҡалды­рыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алма­ғандарға, өлкән йәш­тәгеләргә, мохтаждарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле булыр, иншаллаһ. Улығыҙ ҡорбан итен ашамаҫҡа тейеш, әгәр ҙә ҡапты икән, күләменә ҡарап хәйер бирһен. Әле Рамаҙан айы барғанлыҡтан, мәжлесте ауыҙ асыу менән бергә үткәрергә кәрәк.
Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан сал­дыр­ғандар бермә-бер күбәйҙе. Был, әлбиттә, йәм­ғиәте­беҙҙең дингә яҡынайыуы, әҙәм балаһы күңелендә юғары көскә ыша­ныстың, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуы хаҡында һөйләй. Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағыл­дырған изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыу­ҙың ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәр­хүмдәрҙең рухын яҡтырта...
Пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡорбан салыу хаҡында хәҙистәре бихисап. Уларҙы уҡыу, өйрәнеү, белмәгәндәргә еткереү дөйөм үҫешкә ҙур бәрәкәт бирер.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммә­беҙҙең дә ҡорбан­лығын ҡабул итһен, Ҡөрьән мәжлес­тәрен үткәреп торорға, уның бәрәкәтендә имен, татыу, мул йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмә­тул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521