“Ҡорбан салырға ине...”26.06.2015
– Утыҙ йәшлек улыбыҙҙың иҫәнлеге өсөн ҡорбан салырға ине. Был эште ирем башҡара аламы, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Ҡорбан кемгә арнап салына, шул кеше малдың йөнөнән тотоп торорға тейеш, тиҙәр. Был дөрөҫмө? Улым үҙе ҡорбан итен ашай аламы? Мал үҙеңдеке булырға тейешме, әллә һатып алырғамы?
Физәлиә ЯППАРОВА.
Ишембай районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе изге Рамаҙан айында ихлас күңелдән тәбрикләп, һәммәгеҙгә лә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеү юлында көс, сабырлыҡ, Раббыбыҙҙың ураҙаларҙы ҡабул ҡылыуын, күңелдәрҙең имандан яҡтырыуын теләйем.
Физәлиә ҡәрҙәштең һорауына килгәндә, “Ҡөрьән Кәрим”дә ҡорбан салған әҙәм балаһына Аллаһтың изгелеге насип булыуы хаҡында әйтелә. Нимә һуң ул ҡорбан? Ул – Хаҡ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп ҡылынған изге ғибәҙәт. Һеҙҙең осраҡта ғәмәл “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Үҙегеҙҙең малды һайларға ла, һатып алырға ла мөмкин. Ҡуй – кәмендә алты айлыҡ, ә кәзә бер йәштән үткән булырға тейеш. Шуға ла иғтибар итергә кәрәк: мал уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш. Уны һәр кем – ирегеҙ ҙә, улығыҙ үҙе лә, башҡа кеше лә – сала ала. Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. Улығыҙ мал салған ерҙә торһа була, кире осраҡта ла зыян юҡ. Ә инде ҡорбандың йөнөн тотоу артыҡ күренеш булыр.
Мал салынғас, ите һәйбәт итеп һуйыла. Тиреһен хәйер итеп бирергә кәрәк. Ә инде ит, өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе – үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалдырыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алмағандарға, өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле булыр, иншаллаһ. Улығыҙ ҡорбан итен ашамаҫҡа тейеш, әгәр ҙә ҡапты икән, күләменә ҡарап хәйер бирһен. Әле Рамаҙан айы барғанлыҡтан, мәжлесте ауыҙ асыу менән бергә үткәрергә кәрәк.
Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салдырғандар бермә-бер күбәйҙе. Был, әлбиттә, йәмғиәтебеҙҙең дингә яҡынайыуы, әҙәм балаһы күңелендә юғары көскә ышаныстың, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуы хаҡында һөйләй. Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдырған изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыуҙың ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта...
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡорбан салыу хаҡында хәҙистәре бихисап. Уларҙы уҡыу, өйрәнеү, белмәгәндәргә еткереү дөйөм үҫешкә ҙур бәрәкәт бирер.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙҙең дә ҡорбанлығын ҡабул итһен, Ҡөрьән мәжлестәрен үткәреп торорға, уның бәрәкәтендә имен, татыу, мул йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.