Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иртәгә һуң булыуы ихтимал
Хикәйә
Тормоштағы һәр ауырлыҡ кешегә аҡылына килһен һәм тура юлға баҫһын өсөн бирелә. Был – ысын тәғәйенләнешең хаҡында уйланыр өсөн үҙенсәлекле “сигнал”. Иғтибар итегеҙ: ҡайһы бер кеше көндәлек тормошта үҙен атеист тип иҫәпләһә лә, ауыр минутта барыбер ярҙам һорап Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итә. Кешенең төп тәғәйенләнеше – Раббыбыҙҙың ҡоло булыу.

Әхмәт ҡала мэрияһына ҡараған ик­мәк бешереү комбинатында эшләй ине. Тырыш һәм яуаплы ул – һәр ваҡыт иң һуң­ғы булып ҡайта. Хеҙмәт урынын ва­ҡы­ты-ваҡыты менән таҙалап тороу кә­рәк­кәнлектән, Әхмәт был бурысты ла үтәй.
Дини байрамдың һуңғы көнө лә үтеп бара, ә иртәгә иртән тағы ла икмәк бе­шерергә кәрәк. Әхмәт утты яҡтыртты ла, мейестең ишеген асып, эсенә керҙе. Комбинат эшселәре иртәнге сәғәт дүрттә киләсәк һәм хуш еҫле ҡамыр әҙер бул­ғансы, йылына торһон өсөн шунда уҡ мейесте тоҡандырасаҡ.
Әхмәт ишетелер-ишетелмәҫ кенә та­уыш менән үҙ алдына йырлап, ма­уығып эшкә тотондо. Йыуып бөткәс, һәр ваҡыт­тағыса, өйөнә ҡайтырға йыйынды.
Шул саҡ бүлмәгә йәш икмәк бе­ше­реүсе Сыңғыҙ килеп инде. Ул бысранған алъяпҡысын йыуырға алып ҡайтырға уйлағайны. Сыңғыҙ бында ут янып тороуына аптыраны. Алъяпҡысын алып, ишекте япты һәм утты һүндерҙе. Уның арты­нан өлгөрмәй ҡалған Әхмәткә бар көсөнә ҡысҡырырға, ишекте йоҙроҡ ме­нән дөмбәҫләргә генә ҡалды. Тик бы­ларҙың барыһы ла бушҡа ғына булды – һис кем ишетмәне. Әхмәт, күңелендә ҡурҡыу тойоп, оҙаҡ ваҡыт аңына килә алмай шаңҡып торҙо. Бер аҙ тыныс­ланғас, сәғәтенә ҡараны – 12-се 5 минут. Бында тағы ла биш сәғәт тораһы бар.
Ошо мәл эсендә генә Әхмәттең бар тормошо үҙгәрҙе. Ул был донъяла уҡ яна башлаясаҡ. Мейес аҡрынлап ҡыҙасаҡ... Тәүҙә уға эҫе булыр, һуңынан – ауыр... Май ирей, ә тән яна... Бәлки, ул быларҙы аңлап та өлгөрмәҫ, сөнки йөрәге туҡ­тая­саҡ... Бәлки, аҡылынан яҙыр... Ҡысҡы­рып көлөр... Аҡылын юйһа, яҡшыраҡ булыр ине – йәненә тынғы бирмәгән уйҙарынан ҡотоласаҡ.
Әхмәт мейестән яңы ғына алынған эҫе икмәккә бармағын яндырғанын хәте­ренә төшөрҙө. Хәҙер инде уның үҙенә ошо ризыҡ һымаҡ бешергә тура киләсәк. Бер нисә көн элек комбинаттың асыҡҡан эшселәре бәләкәй табала үҙҙәренә ашар­ға әҙерләгәйне. Әхмәт унда яңылыш эҫе тимергә ҡағылды. Ике генә бармағын бешерһә лә, ауыртыу түҙеп торғоһоҙ булды. Ҡулды һыуыҡ һыуға тығып торорға тура килде. Ә хәҙер нимә буласаҡ? Ике бармаҡ осо ғына түгел, бөтөн тән янасаҡ.
Эҫерәк була башланы. Ишекте ябып киткән кеше әллә мейесте лә ҡабыҙҙымы икән? Йә, ҡөҙрәтле Аллаһ, ошомо инде үлем мәле?! Әхмәт сәғәтенә ҡараны. Төнгө бер. Ваҡыт һыу һымаҡ аға... Ғүмер нисек тиҙ үтә... Стенаны тотоп ҡараны, тимер һыуыҡ ине. Ҡурҡыуҙан ғына эҫе булып тойолған икән. Әхмәт бер аҙ тынысланды. Өйөн иҫенә төшөрҙө. Ҡатыны менән улы хафалана башлағандыр инде. Эшкә киткәндә ни өсөн генә хәләл ефетенә һуҡранды икән? Һағыраҡ, ихтирам менән мөрәжәғәт итергә ине лә бит... Ғаиләһе өсөн дә бит ул Аллаһ алдында яуап бирәсәк. Их, әгәр ҙә ҡатынын тыңлаған булһа… Намаҙ уҡый башларға кәрәк, тип тәҡдим иткәйне бит. Ә Әхмәт: “Әйҙә, бер аҙ ҡартайғасыраҡ”, – тине. Әйтерһең, уға бөтөн ғүмере түгел, ә ҡартлыҡ көндәре өсөн генә яуап тоторға тура киләсәк. Эшкә килгән саҡта ни өсөн генә мәсеткә инеп сыҡманы икән? Мәзин, Аллаһтың бөйөклөгөн, Раббы­быҙҙың ҡушҡандарын үтәгәндәргә генә ҡотолоу юлы барлығын хәтерләтеп, намаҙға саҡыра ине. Әхмәттең һуңғы тапҡыр доға уҡырға мөмкинлеге булды, бәлки, шунда Аллаһ Тәғәлә уны ғәфү итер ине...

Фәнирә ҒАЙСИНА тәржемәһе.
(“Золотой родник” журналынан алынды).
(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519