Иртәгә һуң булыуы ихтимал22.05.2015
Хикәйә
Тормоштағы һәр ауырлыҡ кешегә аҡылына килһен һәм тура юлға баҫһын өсөн бирелә. Был – ысын тәғәйенләнешең хаҡында уйланыр өсөн үҙенсәлекле “сигнал”. Иғтибар итегеҙ: ҡайһы бер кеше көндәлек тормошта үҙен атеист тип иҫәпләһә лә, ауыр минутта барыбер ярҙам һорап Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итә. Кешенең төп тәғәйенләнеше – Раббыбыҙҙың ҡоло булыу.
Әхмәт ҡала мэрияһына ҡараған икмәк бешереү комбинатында эшләй ине. Тырыш һәм яуаплы ул – һәр ваҡыт иң һуңғы булып ҡайта. Хеҙмәт урынын ваҡыты-ваҡыты менән таҙалап тороу кәрәккәнлектән, Әхмәт был бурысты ла үтәй.
Дини байрамдың һуңғы көнө лә үтеп бара, ә иртәгә иртән тағы ла икмәк бешерергә кәрәк. Әхмәт утты яҡтыртты ла, мейестең ишеген асып, эсенә керҙе. Комбинат эшселәре иртәнге сәғәт дүрттә киләсәк һәм хуш еҫле ҡамыр әҙер булғансы, йылына торһон өсөн шунда уҡ мейесте тоҡандырасаҡ.
Әхмәт ишетелер-ишетелмәҫ кенә тауыш менән үҙ алдына йырлап, мауығып эшкә тотондо. Йыуып бөткәс, һәр ваҡыттағыса, өйөнә ҡайтырға йыйынды.
Шул саҡ бүлмәгә йәш икмәк бешереүсе Сыңғыҙ килеп инде. Ул бысранған алъяпҡысын йыуырға алып ҡайтырға уйлағайны. Сыңғыҙ бында ут янып тороуына аптыраны. Алъяпҡысын алып, ишекте япты һәм утты һүндерҙе. Уның артынан өлгөрмәй ҡалған Әхмәткә бар көсөнә ҡысҡырырға, ишекте йоҙроҡ менән дөмбәҫләргә генә ҡалды. Тик быларҙың барыһы ла бушҡа ғына булды – һис кем ишетмәне. Әхмәт, күңелендә ҡурҡыу тойоп, оҙаҡ ваҡыт аңына килә алмай шаңҡып торҙо. Бер аҙ тынысланғас, сәғәтенә ҡараны – 12-се 5 минут. Бында тағы ла биш сәғәт тораһы бар.
Ошо мәл эсендә генә Әхмәттең бар тормошо үҙгәрҙе. Ул был донъяла уҡ яна башлаясаҡ. Мейес аҡрынлап ҡыҙасаҡ... Тәүҙә уға эҫе булыр, һуңынан – ауыр... Май ирей, ә тән яна... Бәлки, ул быларҙы аңлап та өлгөрмәҫ, сөнки йөрәге туҡтаясаҡ... Бәлки, аҡылынан яҙыр... Ҡысҡырып көлөр... Аҡылын юйһа, яҡшыраҡ булыр ине – йәненә тынғы бирмәгән уйҙарынан ҡотоласаҡ.
Әхмәт мейестән яңы ғына алынған эҫе икмәккә бармағын яндырғанын хәтеренә төшөрҙө. Хәҙер инде уның үҙенә ошо ризыҡ һымаҡ бешергә тура киләсәк. Бер нисә көн элек комбинаттың асыҡҡан эшселәре бәләкәй табала үҙҙәренә ашарға әҙерләгәйне. Әхмәт унда яңылыш эҫе тимергә ҡағылды. Ике генә бармағын бешерһә лә, ауыртыу түҙеп торғоһоҙ булды. Ҡулды һыуыҡ һыуға тығып торорға тура килде. Ә хәҙер нимә буласаҡ? Ике бармаҡ осо ғына түгел, бөтөн тән янасаҡ.
Эҫерәк була башланы. Ишекте ябып киткән кеше әллә мейесте лә ҡабыҙҙымы икән? Йә, ҡөҙрәтле Аллаһ, ошомо инде үлем мәле?! Әхмәт сәғәтенә ҡараны. Төнгө бер. Ваҡыт һыу һымаҡ аға... Ғүмер нисек тиҙ үтә... Стенаны тотоп ҡараны, тимер һыуыҡ ине. Ҡурҡыуҙан ғына эҫе булып тойолған икән. Әхмәт бер аҙ тынысланды. Өйөн иҫенә төшөрҙө. Ҡатыны менән улы хафалана башлағандыр инде. Эшкә киткәндә ни өсөн генә хәләл ефетенә һуҡранды икән? Һағыраҡ, ихтирам менән мөрәжәғәт итергә ине лә бит... Ғаиләһе өсөн дә бит ул Аллаһ алдында яуап бирәсәк. Их, әгәр ҙә ҡатынын тыңлаған булһа… Намаҙ уҡый башларға кәрәк, тип тәҡдим иткәйне бит. Ә Әхмәт: “Әйҙә, бер аҙ ҡартайғасыраҡ”, – тине. Әйтерһең, уға бөтөн ғүмере түгел, ә ҡартлыҡ көндәре өсөн генә яуап тоторға тура киләсәк. Эшкә килгән саҡта ни өсөн генә мәсеткә инеп сыҡманы икән? Мәзин, Аллаһтың бөйөклөгөн, Раббыбыҙҙың ҡушҡандарын үтәгәндәргә генә ҡотолоу юлы барлығын хәтерләтеп, намаҙға саҡыра ине. Әхмәттең һуңғы тапҡыр доға уҡырға мөмкинлеге булды, бәлки, шунда Аллаһ Тәғәлә уны ғәфү итер ине...
Фәнирә ҒАЙСИНА тәржемәһе.
(“Золотой родник” журналынан алынды).
(Аҙағы бар).