Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Малай мал һуя аламы?
– Ун ике йәшлек ейәнемдең тауыҡ салып ҡарарға теләге бар. Рөхсәт бирәйемме, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Әллә уға бындай эшкә тотонорға иртәрәкме?

Ә. ЛОҠМАНОВА.

Ишембай районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әҙәм балаһына Ер­­ҙәге үҫемлек­тәр­ҙең, хайуандарҙың айы­рым төрҙәре ме­нән ризыҡланыу рөх­сәт ителгән. Әл-хәм­дү лил-ләһ, уратып ал­ған тә­биғәтебеҙ, шифалы үлән-сәскә бү­ләк итеп, беҙҙе төрлө сирҙән аралай, хатта ки йәшеллектең йәме, матурлығы күңелдәрҙе лә дауалай.
Ризыҡланыу өсөн тәғәйенләнгән малды, ҡош-ҡортто иһә әҙәм балаһы үҙ хужалығында аҫрай. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уларға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға өндәгән. “Малды һәйбәтләп ризыҡландырығыҙ, уны рәнйетмәгеҙ, гелән күркәм мөнәсәбәт күрһәтегеҙ, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр инде һуйырға ниәтләнегеҙ икән, алдан яҡшы итеп ашатығыҙ, һимертегеҙ”.
Мал һуйыуҙың үҙ ҡанун-ҡағиҙәләре бар. Тәү сиратта бысаҡтың үткер булыуы мөһим. Малды “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Аллаһу Әк­бәр!” тип салырға кәрәк. Ҡөрьәндә билдәлән­гәнсә, ошо һүҙҙәр әйтелмәһә, ризыҡ хәләл булмай. Салғанда малдың муйын һөйәгенә тиклемге барлыҡ тамырҙары ҡырҡылырға һәм ҡан ағып сығырға тейеш. Ә ҡайһы бер ир-ат ошо талаптарҙы үтәмәй, әйтәйек, тауыҡтың муйынын балта менән сапҡандар барлығы билдәле. Был, әлбиттә, ҡағиҙәнән ситләшеүҙе генә түгел, ә үҙең тәрбиәләгән йән эйәһенә ҡарата ихтирамһыҙлыҡты, бәлки ҡанһыҙлыҡты ла күрһәтә.
Әйтеп үткәнемсә, һуйырға әҙерләнгән мал алдан яҡшы итеп туҡландырылырға тейеш. Уртаса һимеҙлектә икән, ите лә татлыраҡ. Орғасы малдың быуаҙ булмауы зарур. Быны аңғармай салып ебәреү – бер хәл, ә инде белә тороп эшләү әҙәм балаһының аҡылына ла, выжданына ла тап килмәй.
Мал һуйыу – айырым бер һөнәр, үҙен­­сәлекле сәнғәт. Был эште һәр кем булдыра алмай. Мәғлүм булыуынса, борон-борондан да ауылдарҙа әлеге бурысты айырым кешеләр атҡарған. “Уның салған ризығы тәмле була” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр. Бының нигеҙендә Аллаһ Тәғәләнең беҙ аңлап еткермәгән хикмәттәре яталыр.
Нисек кенә булмаһын, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тибеҙ икән, ир балаларҙы мал салырға өйрәтергә бурыслыбыҙ. Бының өсөн малайҙарҙың йәше еткән булырға тейеш. Был осор Исламда “ихтилам” (төшләнә башлау мәле) тип атала, 13 – 14 йәш тирәһенә тура килә. Малайҙарҙы малды, ҡош-ҡортто салырға ғына түгел, ә уны тунарға, өлөшләп бүлергә һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе өйрәтергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йәш быуынға Аллаһ Тәғәлә рөхсәт иткән ризыҡ менән генә туҡланыу мөһимлеген аңлатырға кәрәк. “Хәләлдә – бәрәкәт, хәрәмдә – һәләкәт” тигән һүҙҙәрҙе онотмайыҡ. Шул сағында, иншаллаһ, тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа таҙа булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә