Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек башҡалар күрһен өсөн эшләнмәй
– “Изгелегең үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡай­тыр”, ти халыҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бы­ның киреһен дә күрергә тура килә. “Ит изгелек – көт яуызлыҡ” тигән һүҙҙәр өҫкә сығып ҡуя...

Л. БИЛАЛОВА.

Мәсетле районы.

– Бисмилләһир-рах­мә­нир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрә­кәтүһ, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр!
Изгелек тормоштоң ни­геҙен тәшкил итә. Яғым­лы ҡараштан йылмайыу тыуа, ҡояш нурынан ер йылына, хәс­­тәрлектән гөлдәр сәс­кә ата... Шуның шикелле мәрхәмәтлек күрһәттең икән, үҙең­дең дә, баш­ҡаларҙың да күңеле йомшара, тирә-йүн йәмләнеп, донъя яҡтырып киткәндәй була. Тимәк, ысынлап та, шәфҡәтлелек ерҙә ятып ҡалмай. Ул, йөрәктәрҙән йөрәктәргә күсеп, үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, барлыҡ изге эштәрҙе Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейешбеҙ. Был хаҡта мөбәрәк хәҙи­сендә Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм дә әйткән. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн эшләүҙе, маҡ­та­ныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай”, – тигән ул. Ошоға бәйле хикәйәт тә һөйләп уҙайым. Пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер саҡ ниндәйҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан ярҙам йыйырға булған. Ғәли хәҙрәт булған мөлкәтен ҙур ихласлыҡ менән бүлешкән. Пәйғәмбәребеҙ уға тиҙ генә доға ҡылған да юлын дауам иткән. Ғосман хәҙрәткә ингән. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәткән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға оҙаҡ итеп доға ҡылған. Быны күргән Ғәли хәҙрәт баҙап ҡалған. “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙамды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һораған. “Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың, – тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. – Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡылыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙамды мин күрһәттем, ахырыһы” тигән бәләкәй генә уй ингәйне. Шуның өсөн “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе”, тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.
Миҫалда күренеүенсә, хәйерҙе Аллаһ Тәғә­ләнең ризалығы өсөн биреү зарур. Был хаҡта “Ҡөрьән Кәрим”дә лә әйтелгән. “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр гүйә ки орлоҡ кеүек, – тиелгән “Бәҡара” сүрә­һендә. – Ул, үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Тимәк, әҙәм балаһының изгелегенә, ихласлығына, йомарт­лығына, һалған көсөнә Аллаһ Тәғәлә сауабын арттырып бирә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа киң күңеллеләр аҙая барған кеүек. Элек, мәҫәлән, берәй йәш ғаилә барлыҡҡа килде икән, туғандары йә ауылдаш ир-ат йыйылышып, уларға йорт һалып бирер булған. Хәҙер иһә ундай күренеш йәмғиәткә ят була бара. Күп балалы ғаиләләр ҙә аҙая. Ә бит ишлелек – үҙе үк ҙур тәрбиә. Әйтәйек, ғаиләлә бер бала икән, уның күңеленә “барыһы ла миңә булырға тейеш” тигән фекер оялай. Әгәр ҙә ки икәү үҫһәләр, өлкәне бәләкәйенә, аҙыраҡ өлөш ҡалдырып булһа ла, бүлеп бирә. Шулай балалар күбәйгән һайын бүлешеү, тимәк, бер-береңә ихтирам, хөрмәт, һөйөү, изгелек арта бара.
Үкенескә ҡаршы, әҙәм балалары араһында мәрхәмәтлекте күрә белмәгән, аңламағандар ҙа осрап ҡуялыр. Уларҙы ғәфү итеп, таш менән киҙәнгәнгә аш менән атып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә, иншаллаһ, күңелебеҙҙе киң ҡылып, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булырға насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.












Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521