Изгелек башҡалар күрһен өсөн эшләнмәй27.02.2015
– “Изгелегең үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтыр”, ти халыҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының киреһен дә күрергә тура килә. “Ит изгелек – көт яуызлыҡ” тигән һүҙҙәр өҫкә сығып ҡуя...
Л. БИЛАЛОВА.
Мәсетле районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
Изгелек тормоштоң нигеҙен тәшкил итә. Яғымлы ҡараштан йылмайыу тыуа, ҡояш нурынан ер йылына, хәстәрлектән гөлдәр сәскә ата... Шуның шикелле мәрхәмәтлек күрһәттең икән, үҙеңдең дә, башҡаларҙың да күңеле йомшара, тирә-йүн йәмләнеп, донъя яҡтырып киткәндәй була. Тимәк, ысынлап та, шәфҡәтлелек ерҙә ятып ҡалмай. Ул, йөрәктәрҙән йөрәктәргә күсеп, үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, барлыҡ изге эштәрҙе Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейешбеҙ. Был хаҡта мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм дә әйткән. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн эшләүҙе, маҡтаныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай”, – тигән ул. Ошоға бәйле хикәйәт тә һөйләп уҙайым. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер саҡ ниндәйҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан ярҙам йыйырға булған. Ғәли хәҙрәт булған мөлкәтен ҙур ихласлыҡ менән бүлешкән. Пәйғәмбәребеҙ уға тиҙ генә доға ҡылған да юлын дауам иткән. Ғосман хәҙрәткә ингән. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәткән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға оҙаҡ итеп доға ҡылған. Быны күргән Ғәли хәҙрәт баҙап ҡалған. “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙамды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һораған. “Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың, – тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. – Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡылыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙамды мин күрһәттем, ахырыһы” тигән бәләкәй генә уй ингәйне. Шуның өсөн “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе”, тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.
Миҫалда күренеүенсә, хәйерҙе Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн биреү зарур. Был хаҡта “Ҡөрьән Кәрим”дә лә әйтелгән. “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр гүйә ки орлоҡ кеүек, – тиелгән “Бәҡара” сүрәһендә. – Ул, үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Тимәк, әҙәм балаһының изгелегенә, ихласлығына, йомартлығына, һалған көсөнә Аллаһ Тәғәлә сауабын арттырып бирә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа киң күңеллеләр аҙая барған кеүек. Элек, мәҫәлән, берәй йәш ғаилә барлыҡҡа килде икән, туғандары йә ауылдаш ир-ат йыйылышып, уларға йорт һалып бирер булған. Хәҙер иһә ундай күренеш йәмғиәткә ят була бара. Күп балалы ғаиләләр ҙә аҙая. Ә бит ишлелек – үҙе үк ҙур тәрбиә. Әйтәйек, ғаиләлә бер бала икән, уның күңеленә “барыһы ла миңә булырға тейеш” тигән фекер оялай. Әгәр ҙә ки икәү үҫһәләр, өлкәне бәләкәйенә, аҙыраҡ өлөш ҡалдырып булһа ла, бүлеп бирә. Шулай балалар күбәйгән һайын бүлешеү, тимәк, бер-береңә ихтирам, хөрмәт, һөйөү, изгелек арта бара.
Үкенескә ҡаршы, әҙәм балалары араһында мәрхәмәтлекте күрә белмәгән, аңламағандар ҙа осрап ҡуялыр. Уларҙы ғәфү итеп, таш менән киҙәнгәнгә аш менән атып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә, иншаллаһ, күңелебеҙҙе киң ҡылып, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булырға насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.