Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шиғырҙа сихри көс бар”
– Нурмөхәмәт хәҙрәт, Әҙәбиәт йылының әһәмиәтен ниҙә күрә­һегеҙ?

Т. БАТЫРГӘРӘЕВА.

Саҡмағош районы.

– Бисмиллә­һир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғә­ләйкүм үә рәхмә­тул-ла­һи үә бә­рә­кәтүһ, хөр­мәт­ле ҡәрҙәштәр! Исламда әҙә­биәткә, шиғриәт­кә элек-электән иғтибар ҙур бул­ған. Мәҫәлән, һүҙ оҫталары ара­һын­да бәйгеләр ойошторолоуы, иң тапҡыр теллеләрҙең халыҡ араһында абруй ҡаҙаныуы, бәхеткә өлгәшеүе хаҡында халҡы­быҙҙың ауыҙ-тел ижа­ды аша ла танышбыҙ. Сәсәндәр ысын­барлыҡта борон-борондан йәмғиәттә ҙур урын биләгән, уларҙың һүҙе иң кәрәк ваҡытта әйтелеп, кешелек тари­хындағы мөһим ваҡиғаларҙың нигеҙе булып торған.
Яҙма әҙәбиәт барлыҡҡа килгәс тә яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың тел ҡөҙ­рәте кешелеккә тоғро юлдаш булыу­ҙан туҡталмаған. Һүҙ – һәр заманда ла иң ҡеүәтле ҡорал. Ул кәрәк сағын­да әҙәм балаһының осор ҡанаттарын һындырыр, шул уҡ ваҡытта ергә бөгө­лөп төшкәнгә ҡалҡынырға ҡул һуҙыр көскә эйә. Һүҙҙәр донъяһы булған әҙәбиәтебеҙ иһә – кешелеккә йәшәүгә ынтылыш биргән, уға һулар һауалай хеҙмәт иткән, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәгән рухи маяҡ. Быуаттар дауамында тупланған ошо тиңһеҙ хазинаны күҙ ҡараһылай һаҡларға, уның киләсәген тәьмин итер яҙыусылары­быҙ­ҙың, шағирҙарыбыҙ­ҙың ҡәҙерен белергә бурыслыбыҙ.
Әҙәбиәтебеҙҙең иң юғары нөктәһе – “Ҡөрьән Кәрим”. Изге китапта, шу­лай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә ик­һеҙ-сикһеҙ аҡыл, асылып бөтмәгән хикмәт ята. Уларҙың бөйөк тәрбиәһе киләсәк әллә күпме быуын вәкиленә тура юл күрһәтәсәк, яңы асыштарға юлыҡтырасаҡ.
2015 йылдың Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүен ҙур ҡыуаныс менән ҡабул ҡылдыҡ. Алда әйтеп үткәнемсә, һүҙҙең кеше тормошонда тотҡан уры­ны баһалап бөткөһөҙ. Ул – телдең, әҙәбиәттең, мәҙәниәттең, сәнғәттең нигеҙе. Әгәр ҙә халыҡ үҙенең ошо ҡим­мәттәренә ҡарата хәстәрлек күр­һәтә, уларҙы үҫтерергә ынтыла икән, рухи хазиналарыбыҙ, иншаллаһ, һаҡ­ланыр, киләсәк быуындарға теүәл килеш еткерелер. Пәйғәмбәребеҙ Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләмдең бер мөбә­рәк хәҙисендәге “Шиғырҙа сихри көс бар” тигән һүҙҙәре күп нәмә хаҡында һөйләй. Әҙәбиәт йылында телебеҙгә иғтибар, ихтирам артыр тип ышанам. Дөйөм маҡсатҡа һәр беребеҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тәү сиратта балаларыбыҙ күңелендә әҙәбиәткә, шиғриәткә, китапҡа һөйөү, ихтирам уятыу мөһим. Аллаһ Тәғәлә һәммә­беҙгә лә рухи мираҫыбыҙҙы һаҡларға, үҫтерергә насип ҡылһын, ҡәләм оҫта­ларын тел ҡөҙрәтенән айырмаһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 163

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 513

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 252

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 055

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 736

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 400

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 719

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 979

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 469

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 543

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 374

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 549