“Шиғырҙа сихри көс бар”16.01.2015
– Нурмөхәмәт хәҙрәт, Әҙәбиәт йылының әһәмиәтен ниҙә күрәһегеҙ?
Т. БАТЫРГӘРӘЕВА.
Саҡмағош районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Исламда әҙәбиәткә, шиғриәткә элек-электән иғтибар ҙур булған. Мәҫәлән, һүҙ оҫталары араһында бәйгеләр ойошторолоуы, иң тапҡыр теллеләрҙең халыҡ араһында абруй ҡаҙаныуы, бәхеткә өлгәшеүе хаҡында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады аша ла танышбыҙ. Сәсәндәр ысынбарлыҡта борон-борондан йәмғиәттә ҙур урын биләгән, уларҙың һүҙе иң кәрәк ваҡытта әйтелеп, кешелек тарихындағы мөһим ваҡиғаларҙың нигеҙе булып торған.
Яҙма әҙәбиәт барлыҡҡа килгәс тә яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың тел ҡөҙрәте кешелеккә тоғро юлдаш булыуҙан туҡталмаған. Һүҙ – һәр заманда ла иң ҡеүәтле ҡорал. Ул кәрәк сағында әҙәм балаһының осор ҡанаттарын һындырыр, шул уҡ ваҡытта ергә бөгөлөп төшкәнгә ҡалҡынырға ҡул һуҙыр көскә эйә. Һүҙҙәр донъяһы булған әҙәбиәтебеҙ иһә – кешелеккә йәшәүгә ынтылыш биргән, уға һулар һауалай хеҙмәт иткән, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәгән рухи маяҡ. Быуаттар дауамында тупланған ошо тиңһеҙ хазинаны күҙ ҡараһылай һаҡларға, уның киләсәген тәьмин итер яҙыусыларыбыҙҙың, шағирҙарыбыҙҙың ҡәҙерен белергә бурыслыбыҙ.
Әҙәбиәтебеҙҙең иң юғары нөктәһе – “Ҡөрьән Кәрим”. Изге китапта, шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә икһеҙ-сикһеҙ аҡыл, асылып бөтмәгән хикмәт ята. Уларҙың бөйөк тәрбиәһе киләсәк әллә күпме быуын вәкиленә тура юл күрһәтәсәк, яңы асыштарға юлыҡтырасаҡ.
2015 йылдың Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүен ҙур ҡыуаныс менән ҡабул ҡылдыҡ. Алда әйтеп үткәнемсә, һүҙҙең кеше тормошонда тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Ул – телдең, әҙәбиәттең, мәҙәниәттең, сәнғәттең нигеҙе. Әгәр ҙә халыҡ үҙенең ошо ҡиммәттәренә ҡарата хәстәрлек күрһәтә, уларҙы үҫтерергә ынтыла икән, рухи хазиналарыбыҙ, иншаллаһ, һаҡланыр, киләсәк быуындарға теүәл килеш еткерелер. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бер мөбәрәк хәҙисендәге “Шиғырҙа сихри көс бар” тигән һүҙҙәре күп нәмә хаҡында һөйләй. Әҙәбиәт йылында телебеҙгә иғтибар, ихтирам артыр тип ышанам. Дөйөм маҡсатҡа һәр беребеҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тәү сиратта балаларыбыҙ күңелендә әҙәбиәткә, шиғриәткә, китапҡа һөйөү, ихтирам уятыу мөһим. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә рухи мираҫыбыҙҙы һаҡларға, үҫтерергә насип ҡылһын, ҡәләм оҫталарын тел ҡөҙрәтенән айырмаһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.