Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәрәкәте икһеҙ-сикһеҙ
– Ғаиләбеҙҙең именлеге өсөн ҡорбан салдырырға ниәт иттек. Уны атайымдың йыллығына ла бағышламаҡсы инек, әммә, күршеләрҙең әйтеүенсә, бындай ике мәжлесте ҡушып үткәреү дөрөҫ түгел, һәр ҡайһыһы айырым уҙырға тейеш. Ысынлап та шулаймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?


З. СӘҒИТОВА.
Ҡыйғы районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иң тәүҙә шуны әйтеп уҙыу зарур: һуңғы йылдарҙа Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан сал­дыр­ғандар бермә-бер күбәйҙе, әл-хәмдү лил-ләһ. Был, әлбиттә, йәм­ғиәте­беҙҙең дингә яҡынайыуы, әҙәм балаһы күңелендә юғары көскә ыша­ныстың, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуы хаҡында һөйләй.
Раббыбыҙ беҙгә төрлө ғибәҙәтте фарыз ҡылған, уларҙың һәр береһенең айырым хикмәте бар. Шул иҫәптән ҡорбан са­лыуҙың да. Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағыл­дырған был ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Бы­нан алдағы яҙмаларымда әйтеп үткә­немсә, ҡорбанлыҡтың ите өс өлөшкә бү­ленә. Тәүгеһе ғаилә менән бергәләп ризыҡланыу өсөн булһа, икенсеһе Ҡөрьән мәжлесен үткәреүгә тәғәйенләнә, өсөнсөһө иһә фәҡирҙәргә бүлеп бирелә. Пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡорбан салыу хаҡында бихисап хәҙисе бар. Уларҙы уҡыу, өйрәнеү, белмәгәндәргә еткереү дөйөм үҫешкә ҙур бәрәкәт бирер.
Иншаллаһ, тиҙҙән Ҡорбан ғәйете етә. Был изге көндәрҙә мосолмандар, туған­дарын, яҡындарын йыйып, матур мәжлес үткәрергә тырыша, бүләктәр бирешә, ҡорбанлыҡ ҡабул булһын тип доға ҡыл­дыра. Миңә мөрәжәғәт иткән ҡәрҙә­шебеҙҙең һорауына килгәндә иһә, Ислам бер мәжлесте ике уңайҙан уҙғарыуға ҡаршы килмәй. Ләкин шул ҡағиҙәне үтәү мөһим: сараның әүәлендә Ҡөрьән уҡылып, сәләмәтлек, именлек, татыулыҡ, бәрәкәт өсөн доға ҡылдырылһа, итте ашағас, йәғни ахырҙа башҡа изге ниәткә (мәҫәлән, сабыйға исем ҡушыу, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу) аят сығыла. Һөҙөмтәлә ике мәж­лесте бергә йыйыу кеүек килеп сыға.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыу­ҙың ошо ғәмәлдәрҙе ҡылған ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Тимәк, уны бер генә ваҡиғаға бағышлап үткәреү ҙә мөмкин түгел: барыһын да үҙ эсенә ала. Беренсенән, яҡын кешеләр менән осра­шабыҙ. Был уңайҙан Пәйғәмбәребеҙ үҙе­нең мөбәрәк хәҙисендә: “Туғандар илә күрешеү ғүмергә ҙур бәрәкәт бирә”, – тигән. Икенсенән, йортобоҙға Ҡөрьән инә, уны нурға күмә. Өсөнсөнән, был мәжлес йомарт булыу зарурлығын аңғарта. Өҫтәүенә Ҡөрьән күңелебеҙгә инә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәр­хүмдәрҙең рухын яҡтырта... Әйткәнемсә, изге ниәттә ҡылынған ғәмәлдең бәрәкәте икһеҙ-сикһеҙ.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙҙең дә ҡорбан­лыҡтарын ҡабул итһен, Ҡөрьән мәжлес­тәрен үткәреп торорға, уның бәрәкәтендә имен, татыу, мул йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмә­тул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519