– Ғаиләбеҙҙең именлеге өсөн ҡорбан салдырырға ниәт иттек. Уны атайымдың йыллығына ла бағышламаҡсы инек, әммә, күршеләрҙең әйтеүенсә, бындай ике мәжлесте ҡушып үткәреү дөрөҫ түгел, һәр ҡайһыһы айырым уҙырға тейеш. Ысынлап та шулаймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
З. СӘҒИТОВА.
Ҡыйғы районы.– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иң тәүҙә шуны әйтеп уҙыу зарур: һуңғы йылдарҙа Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салдырғандар бермә-бер күбәйҙе, әл-хәмдү лил-ләһ. Был, әлбиттә, йәмғиәтебеҙҙең дингә яҡынайыуы, әҙәм балаһы күңелендә юғары көскә ышаныстың, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуы хаҡында һөйләй.
Раббыбыҙ беҙгә төрлө ғибәҙәтте фарыз ҡылған, уларҙың һәр береһенең айырым хикмәте бар. Шул иҫәптән ҡорбан салыуҙың да. Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдырған был ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Бынан алдағы яҙмаларымда әйтеп үткәнемсә, ҡорбанлыҡтың ите өс өлөшкә бүленә. Тәүгеһе ғаилә менән бергәләп ризыҡланыу өсөн булһа, икенсеһе Ҡөрьән мәжлесен үткәреүгә тәғәйенләнә, өсөнсөһө иһә фәҡирҙәргә бүлеп бирелә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡорбан салыу хаҡында бихисап хәҙисе бар. Уларҙы уҡыу, өйрәнеү, белмәгәндәргә еткереү дөйөм үҫешкә ҙур бәрәкәт бирер.
Иншаллаһ, тиҙҙән Ҡорбан ғәйете етә. Был изге көндәрҙә мосолмандар, туғандарын, яҡындарын йыйып, матур мәжлес үткәрергә тырыша, бүләктәр бирешә, ҡорбанлыҡ ҡабул булһын тип доға ҡылдыра. Миңә мөрәжәғәт иткән ҡәрҙәшебеҙҙең һорауына килгәндә иһә, Ислам бер мәжлесте ике уңайҙан уҙғарыуға ҡаршы килмәй. Ләкин шул ҡағиҙәне үтәү мөһим: сараның әүәлендә Ҡөрьән уҡылып, сәләмәтлек, именлек, татыулыҡ, бәрәкәт өсөн доға ҡылдырылһа, итте ашағас, йәғни ахырҙа башҡа изге ниәткә (мәҫәлән, сабыйға исем ҡушыу, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу) аят сығыла. Һөҙөмтәлә ике мәжлесте бергә йыйыу кеүек килеп сыға.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыуҙың ошо ғәмәлдәрҙе ҡылған ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Тимәк, уны бер генә ваҡиғаға бағышлап үткәреү ҙә мөмкин түгел: барыһын да үҙ эсенә ала. Беренсенән, яҡын кешеләр менән осрашабыҙ. Был уңайҙан Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Туғандар илә күрешеү ғүмергә ҙур бәрәкәт бирә”, – тигән. Икенсенән, йортобоҙға Ҡөрьән инә, уны нурға күмә. Өсөнсөнән, был мәжлес йомарт булыу зарурлығын аңғарта. Өҫтәүенә Ҡөрьән күңелебеҙгә инә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта... Әйткәнемсә, изге ниәттә ҡылынған ғәмәлдең бәрәкәте икһеҙ-сикһеҙ.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙҙең дә ҡорбанлыҡтарын ҡабул итһен, Ҡөрьән мәжлестәрен үткәреп торорға, уның бәрәкәтендә имен, татыу, мул йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.