Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтыға ынтылыш йәшәтә
Яҡтыға ынтылыш йәшәтә
Беҙҙең баймаҡтарҙан шәберәк халыҡ юҡтыр ул! Ҡырағай баҙар шарттарына, көндән-көн тиерлек үҙгәреп торған сәйәсәткә, тәбиғәттең ҡаты һынауҙарына бирешмәй, төшөнкөлөккә бирелмәй, алдағы көн хәстәре менән йәшәй улар. Мәҫәлән, күптән түгел иң төпкөлдә ятҡан Йәрмөхәмәттә өр-яңы иман йорто асылыуы ла – быға аныҡ дәлил.

Ғөмүмән, Баймаҡта һуңғы йыл­дар­ҙа район хакимиәте, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ ярҙамы менән иман йорттары күпләп төҙөлә, кешеләр яйлап булһа ла дингә ҡайта, йәштәрҙе ылыҡтыра. Йәрмөхәмәттә асылған мәсет – районда 58-сеһе.
Ауыл халҡын был тарихи ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, район Советы секретары Радмир Ишбулатов, район ха­кимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, имам-мөхтәсип Баймөхә­мәт хәҙрәт Ғиззәтуллин, ауыл билә­мәләре башлыҡтары һәм башҡа бихисап ҡунаҡ килгәйне. Алыҫ ара­ларҙы яҡынайтып, ситтә йәшәгән йәрмөхәмәттәр ҙә күпләп ҡайтҡайны.
Изге йортто төҙөү мәсьәләһен өс йыл элек Зөфәр Ишҡыуатов менән Ришат Ишембәтов халыҡ йыйылышында күтәреп сыға. Йәрмөхәмәттәр тәҡдимде хуплап ҡаршы ала. Күмәк көс менән күркәм иман йорто ҡалҡып сыға. Уға Ришат Вәкил улының әсәһенең – ошо ауылда йәшәп кит­кән, хәҙер баҡыйлыҡҡа күскән Асия Нурфәйез ҡыҙы Ишембә­тованың – исемен бирергә ҡарар итәләр.
Яҡтыға ынтылыш йәшәтәМәсетте асыу тантана­һында ауылдың тарихына, иман йортон төҙөү барышына байҡау яһалды, ихлас күңелдән тәбрикләү һүҙҙәре әйтелде. Ришат Ишембәтов объектты сафҡа индереүгә күп көс һалған етәкселәрҙе, эш­ҡыуар­ҙарҙы, айырым ке­шеләрҙе билдәләп үтте, уларға рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Район Советы һәм хакимиәте вәкилдәре лә йәр­мөхәмәттәргә йылы тәбрикләү һүҙҙә­рен еткерҙе.
– Халҡыбыҙҙың уяна, уйлана башлауы, дингә ҡайтыуы ифрат һөйө­нөслө, – тине үҙ сығышында мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. – Туған телебеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙең, сәнғәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең, ере­беҙҙең киләсәге дингә барып тоташа.
Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин халыҡты төрлө экстремистик ағым­дарҙан һаҡ булырға саҡырҙы, мәсет­тең буш тормаҫына, унда ғилемгә ҙур урын бүленеренә ышаныс белдерҙе.
Сарала Асия Нурфәйез ҡыҙының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре исеменән ауыл хужа­лығы тармағы ветераны Булат Ишембәтов телмәр тотто, изге теләк­тәрен еткерҙе. Унан Октябрьский ҡалаһында үткән Ҡурай байрамы лауреаттары – Асия инәйҙең бүлә­ләре Эльмаз Ишембәтов менән Марат Исмәғилев ҡурайҙа төрлө көйҙәр уйнап ишеттерҙе.
Мәсеткә инеп йәмәғәт менән намаҙ уҡығандан һуң, сарала ҡат­нашыусылар Урсапҡан туғайына йүнәлде. Унда халыҡ өсөн ҙур һабантуй ойошторолдо. Байрам уңайы­нан Ишембәтовтар, Ишҡыуа­товтар, Мөхәмәтшиндар, Байымов­тар, Мөьминевтәр ҡорбан салғайны. Аш мәжлесе менән бер рәттән туғайҙа райондың халыҡ ижады үҙә­ге артистары тарафынан ҙур концерт ҡуйылды, төрлө спорт ярыштары үтте, конкурстар ойошторолдо.
Шулай итеп, Йәрмөхәмәт ауылы тарихының өр-яңы бите асылды. Төрлө һынауҙарға бирешмәй, ул артабан да үҫһен, яҡты киләсәккә ынтылһын, өмөтлө быуын тәрбиә­ләһен, иншаллаһ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521