Беҙҙең баймаҡтарҙан шәберәк халыҡ юҡтыр ул! Ҡырағай баҙар шарттарына, көндән-көн тиерлек үҙгәреп торған сәйәсәткә, тәбиғәттең ҡаты һынауҙарына бирешмәй, төшөнкөлөккә бирелмәй, алдағы көн хәстәре менән йәшәй улар. Мәҫәлән, күптән түгел иң төпкөлдә ятҡан Йәрмөхәмәттә өр-яңы иман йорто асылыуы ла – быға аныҡ дәлил.
Ғөмүмән, Баймаҡта һуңғы йылдарҙа район хакимиәте, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ ярҙамы менән иман йорттары күпләп төҙөлә, кешеләр яйлап булһа ла дингә ҡайта, йәштәрҙе ылыҡтыра. Йәрмөхәмәттә асылған мәсет – районда 58-сеһе.
Ауыл халҡын был тарихи ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, район Советы секретары Радмир Ишбулатов, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, имам-мөхтәсип Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡа бихисап ҡунаҡ килгәйне. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, ситтә йәшәгән йәрмөхәмәттәр ҙә күпләп ҡайтҡайны.
Изге йортто төҙөү мәсьәләһен өс йыл элек Зөфәр Ишҡыуатов менән Ришат Ишембәтов халыҡ йыйылышында күтәреп сыға. Йәрмөхәмәттәр тәҡдимде хуплап ҡаршы ала. Күмәк көс менән күркәм иман йорто ҡалҡып сыға. Уға Ришат Вәкил улының әсәһенең – ошо ауылда йәшәп киткән, хәҙер баҡыйлыҡҡа күскән Асия Нурфәйез ҡыҙы Ишембәтованың – исемен бирергә ҡарар итәләр.
Мәсетте асыу тантанаһында ауылдың тарихына, иман йортон төҙөү барышына байҡау яһалды, ихлас күңелдән тәбрикләү һүҙҙәре әйтелде. Ришат Ишембәтов объектты сафҡа индереүгә күп көс һалған етәкселәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, айырым кешеләрҙе билдәләп үтте, уларға рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Район Советы һәм хакимиәте вәкилдәре лә йәрмөхәмәттәргә йылы тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
– Халҡыбыҙҙың уяна, уйлана башлауы, дингә ҡайтыуы ифрат һөйөнөслө, – тине үҙ сығышында мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. – Туған телебеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙең, сәнғәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең, еребеҙҙең киләсәге дингә барып тоташа.
Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин халыҡты төрлө экстремистик ағымдарҙан һаҡ булырға саҡырҙы, мәсеттең буш тормаҫына, унда ғилемгә ҙур урын бүленеренә ышаныс белдерҙе.
Сарала Асия Нурфәйез ҡыҙының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре исеменән ауыл хужалығы тармағы ветераны Булат Ишембәтов телмәр тотто, изге теләктәрен еткерҙе. Унан Октябрьский ҡалаһында үткән Ҡурай байрамы лауреаттары – Асия инәйҙең бүләләре Эльмаз Ишембәтов менән Марат Исмәғилев ҡурайҙа төрлө көйҙәр уйнап ишеттерҙе.
Мәсеткә инеп йәмәғәт менән намаҙ уҡығандан һуң, сарала ҡатнашыусылар Урсапҡан туғайына йүнәлде. Унда халыҡ өсөн ҙур һабантуй ойошторолдо. Байрам уңайынан Ишембәтовтар, Ишҡыуатовтар, Мөхәмәтшиндар, Байымовтар, Мөьминевтәр ҡорбан салғайны. Аш мәжлесе менән бер рәттән туғайҙа райондың халыҡ ижады үҙәге артистары тарафынан ҙур концерт ҡуйылды, төрлө спорт ярыштары үтте, конкурстар ойошторолдо.
Шулай итеп, Йәрмөхәмәт ауылы тарихының өр-яңы бите асылды. Төрлө һынауҙарға бирешмәй, ул артабан да үҫһен, яҡты киләсәккә ынтылһын, өмөтлө быуын тәрбиәләһен, иншаллаһ!