Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тура юлға әйҙәр һуҡмаҡ
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн мәсеттәргә сәфәр ҡылыу, дин белгестәре менән осрашыу, улар менән фәһемле әңгәмә ҡороу матур йолаға әүерелә бара. Ҡырмыҫҡалы районының Аҡташ мәсетен ҡарауҙан башланған изге йола яйлап киңәйә.

Ошо көндәрҙә балалар йәнә бер “кесе хаж” ҡылды – Ғафури районының Юлыҡ ауылындағы “Рәшит үә Мәрүә” мәсетенә барып ҡайтты. Ауылдың иманлы кеше­ләре Әлмира Яҡшыбаева һәм Илнур Ғәлиндең башланғысы менән ойошто­ролған был сәфәр уларҙың күркәм йортонда Ҡорбан ашынан башланып китте.
Балалар йортонда тәрбиәләнеү­се­ләр­ҙең һаулығына ҡоролған табын, хә­йер-саҙаҡа өләшеү, фәһемле вәғәздәр тыңлау – барыһы ла ихлас күңелдән башҡарылды. Йөҙөндә – нур, күңелендә игелек булған был ғаилә йәшәү йәме дин юлында икәненә күптән инанған. Малай­ҙар һәм ҡыҙҙар оло табынға рәхмәт уҡып, мәсеткә йома намаҙына юл тотто.
Ауылда 15 йыл имам-хатип булып, халыҡ­ҡа дини тәрбиә биргән аҡһаҡал Салауат Юлыҡов менән бергә балалар намаҙға баҫты, үҙҙәре лә Ҡөрьән аят­тары уҡыны.
Салауат ағай ҡатыны Рәйлә абыстай менән балалар йортонан тәрбиәгә ике малай алған. Кәрим менән Одил – был ғаиләлә үҙ кеше. Уҡыуҙа ла, өйҙә лә бик тырыштар. Рәйлә абыстай улдарының уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай, улар тураһында күҙҙәренән сыҡҡан шатлыҡ йәштәре аша һөйләне.
– Үҙ балаларыбыҙҙы үҫтереп, башлы-күҙле иттек, хәҙер бар иғтибарҙы ошо ике улыбыҙға бирәбеҙ. Бәләкәсебеҙ Кә­рим шиғыр яҙа, төрлө конкурста ҡат­нашып, еңеүҙәр яулай. Одил һүрәт төшөрә, спорт менән шөғөлләнә, – тине ғорурлыҡ менән Салауат ағай.
Быйыл йәй балалар йортонда тәр­биә­ләнеү­селәрҙең туғыҙы Греция­лағы халыҡ-ара лагерға барып ҡайтты. Улар араһында Кәрим дә булды.
– Һәр кем ғүмерен изгелектә, тәүфиҡ­та, иманда үткәрһә, бар тирә-яҡ нурлы, ҡотло булыр ине, – тине имам-хатип. Һис шикһеҙ, хаҡ һүҙҙәр!
Мағаш, Аҡташ тауҙарына, таҙа һыулы Еҙем йылғаһына сәфәр иҫ киткес ма­уыҡтырғыс булды. Үҙҙәрен оҙатып йөрөгән Ғафури районы хакимиәте вәкиле Гөлнур Сәфәрғоловаға, балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинов­а­ға, уның урынбаҫары Зөлфиә Насрет­диноваға, тәрбиә­селәр Лена Үтәшева менән Байрас Абдуллинға йәш сәйәхәт­селәр сикһеҙ рәхмәтле булды.
“Кесе хаж” ҡылыу балаларҙың күңе­ленә мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек ҡуҙ­ҙары һал­ғандыр, уларҙы матурлыҡты күрә һәм тоя белергә тағы ла бер өйрәткәндер. Һәр осрашыу иҫтә ҡала бит ул, нимәгәлер инандыра, уйландыра. Тәрбиәләнеүселәрҙең бындай осрашыу­ҙары, фәһемле тормош һабаҡтары алыр көндәре алда әле.
Сәфәр йөрөү – ысынлап та, мосолман өсөн ғибрәт, фәһем алыу сараһы. Дине­беҙ шулай өйрәтә. Элек-электән ата-ба­ба­ларыбыҙ сәфәрҙән ғибәҙәт, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын, донъя көтөү, кешеләр менән аралашыу, дуҫлыҡ, туғанлыҡ мөнәсәбәт­тәрен нығытыу юлдарын өйрәнеп ҡайтҡан һәм уларҙы башҡалар менән уртаҡлашырға тырыш­ҡан.
Донъяның әсе-сөсөһөн татыған, иртә­гәһе көнгә өмөт менән баҡҡан етемдәр өсөн был сәфәрҙең тура юлға әйҙәр һуҡмаҡ булырына иманым камил. Бындай саралар артабан да дауам итер тип ышанабыҙ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523