Тура юлға әйҙәр һуҡмаҡ25.07.2014
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн мәсеттәргә сәфәр ҡылыу, дин белгестәре менән осрашыу, улар менән фәһемле әңгәмә ҡороу матур йолаға әүерелә бара. Ҡырмыҫҡалы районының Аҡташ мәсетен ҡарауҙан башланған изге йола яйлап киңәйә.
Ошо көндәрҙә балалар йәнә бер “кесе хаж” ҡылды – Ғафури районының Юлыҡ ауылындағы “Рәшит үә Мәрүә” мәсетенә барып ҡайтты. Ауылдың иманлы кешеләре Әлмира Яҡшыбаева һәм Илнур Ғәлиндең башланғысы менән ойошторолған был сәфәр уларҙың күркәм йортонда Ҡорбан ашынан башланып китте.
Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең һаулығына ҡоролған табын, хәйер-саҙаҡа өләшеү, фәһемле вәғәздәр тыңлау – барыһы ла ихлас күңелдән башҡарылды. Йөҙөндә – нур, күңелендә игелек булған был ғаилә йәшәү йәме дин юлында икәненә күптән инанған. Малайҙар һәм ҡыҙҙар оло табынға рәхмәт уҡып, мәсеткә йома намаҙына юл тотто.
Ауылда 15 йыл имам-хатип булып, халыҡҡа дини тәрбиә биргән аҡһаҡал Салауат Юлыҡов менән бергә балалар намаҙға баҫты, үҙҙәре лә Ҡөрьән аяттары уҡыны.
Салауат ағай ҡатыны Рәйлә абыстай менән балалар йортонан тәрбиәгә ике малай алған. Кәрим менән Одил – был ғаиләлә үҙ кеше. Уҡыуҙа ла, өйҙә лә бик тырыштар. Рәйлә абыстай улдарының уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай, улар тураһында күҙҙәренән сыҡҡан шатлыҡ йәштәре аша һөйләне.
– Үҙ балаларыбыҙҙы үҫтереп, башлы-күҙле иттек, хәҙер бар иғтибарҙы ошо ике улыбыҙға бирәбеҙ. Бәләкәсебеҙ Кәрим шиғыр яҙа, төрлө конкурста ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Одил һүрәт төшөрә, спорт менән шөғөлләнә, – тине ғорурлыҡ менән Салауат ағай.
Быйыл йәй балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең туғыҙы Грециялағы халыҡ-ара лагерға барып ҡайтты. Улар араһында Кәрим дә булды.
– Һәр кем ғүмерен изгелектә, тәүфиҡта, иманда үткәрһә, бар тирә-яҡ нурлы, ҡотло булыр ине, – тине имам-хатип. Һис шикһеҙ, хаҡ һүҙҙәр!
Мағаш, Аҡташ тауҙарына, таҙа һыулы Еҙем йылғаһына сәфәр иҫ киткес мауыҡтырғыс булды. Үҙҙәрен оҙатып йөрөгән Ғафури районы хакимиәте вәкиле Гөлнур Сәфәрғоловаға, балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдиноваға, уның урынбаҫары Зөлфиә Насретдиноваға, тәрбиәселәр Лена Үтәшева менән Байрас Абдуллинға йәш сәйәхәтселәр сикһеҙ рәхмәтле булды.
“Кесе хаж” ҡылыу балаларҙың күңеленә мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек ҡуҙҙары һалғандыр, уларҙы матурлыҡты күрә һәм тоя белергә тағы ла бер өйрәткәндер. Һәр осрашыу иҫтә ҡала бит ул, нимәгәлер инандыра, уйландыра. Тәрбиәләнеүселәрҙең бындай осрашыуҙары, фәһемле тормош һабаҡтары алыр көндәре алда әле.
Сәфәр йөрөү – ысынлап та, мосолман өсөн ғибрәт, фәһем алыу сараһы. Динебеҙ шулай өйрәтә. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ сәфәрҙән ғибәҙәт, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын, донъя көтөү, кешеләр менән аралашыу, дуҫлыҡ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу юлдарын өйрәнеп ҡайтҡан һәм уларҙы башҡалар менән уртаҡлашырға тырышҡан.
Донъяның әсе-сөсөһөн татыған, иртәгәһе көнгә өмөт менән баҡҡан етемдәр өсөн был сәфәрҙең тура юлға әйҙәр һуҡмаҡ булырына иманым камил. Бындай саралар артабан да дауам итер тип ышанабыҙ.