Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йорт һаҡсыһы бит ышанып йөрөй...
– Тиҙҙән изге Ураҙа айына аяҡ баҫабыҙ, унан, иншаллаһ, Ҡорбан ғәйете етер. Һуңғыһында мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ҡорбан саласаҡ. Ошо изге ғәмәлгә бәйле һорауым бар. Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә, ҡорбандың һөйәктәрен эткә ашатырға ярамай, ергә күмергә кәрәк. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?


Фәрит ӘХМӘТШИН.
Белорет ҡалаһы.

Йорт һаҡсыһы бит ышанып йөрөй...Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бис­мил­лә­һир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр, әс-сәлә­мү ғәләйкүм үә бә­рәкәтүһ! “Ҡөрь­ән Кә­рим”дә ҡор­бан сал­ған әҙәм ба­лаһына Аллаһ­тың изгелеге на­сип булыуы ха­ҡында әйтелә. Нимә һуң ул ҡорбан? Ул – Хаҡ Тәғәләнең рәхмә­тен өмөт итеп ҡылынған изге ғибәҙәт һәм Уға яҡын булыу. Бындай тәүге ғәмәлде Әҙәм ғәләйһис-сәләм заманында Ҡабил менән Һабил үтәгән.
“Ҡөрьән”дәге “Кәүҫәр” сүрәһендә: “Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп намаҙ ҡыл да ҡорбан сал”, – тип әйтелгән. Мәғлүм булыуынса, төп изге ғибәҙәт мөбәрәк Зөлхизә айының 10, 11, 12-се көндәрендә ҡылына. Был мәлдә пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм ике ҡуй салған. “Тәүгеһе – үҙемдән һәм ғаиләмдән, икенсе­һе өммәтемдән”, – тигән.
Ҡорбан малы уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш. Сауап өмөт итеп ҡылынған ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн үткер бысаҡ алына. Салынған мал матур итеп тунала. Тиреһен кемгәлер хәйер итеп биреү зарур. Ә инде ит, өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалды­рыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алмағандарға, өлкән йәш­тәгеләргә, мохтаждарға таратып бирелә. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле булыр, иншаллаһ.
Өй алдында эт бар икән, ҡорбан малы­ның һөйәген уға бирергә мөмкин. Һиҙеү һәләте үтә көслө хайуан барыһын да белеп, үҙенә өлөш сығырын көтөп тора бит. Уға бирергә ярамай тип һөйәкте ҡайҙалыр илтеү килешмәҫ. Йортобоҙ һаҡсыһына бирәйек тә ҡалғанын матур итеп күмеп ҡуяйыҡ.
Борон ишек алдында мал сала торған айырым урын булған. Ҡалған һөйәктәр ҙә шунда күмелгән. Бөгөн дә, әл-хәмдү ли­л-ләһ, ҡорбан салғандар артҡандан-арта. Күптәр был ғибәҙәтте мәсеттә баш­ҡара. Тимәк, иман йорттары биләмәһендә ҡорбан сала торған урын булдырыу – көн талабы. Имамдарыбыҙ был йәһәттән иғтибарлы булырға тейеш.
Барыһына ла шөкөр итеп, шулай уҡ яңы нигеҙ һалғанда, сабый донъяға килгәндә, әйтелгән нәҙер буйынса ҡорбан салыу бар. Һуңғыһында салдырған кешенең итте ашамауы хәйерле, әгәр ҙә ҡапты икән, күләменә ҡарап хәйер бирергә тейеш.
Әйтеп үткәнемсә, ҡорбан салыусылар йылдан-йыл арта. Шулай уҡ ошондай ғә­мәл­гә тәғәйенләп ҡуй үрсетеүселәр ҙә кү­бәйә. Бынан 15 – 20 йыл элек ундай һарыҡты табыуы еңел түгел ине. Хәҙер иһә ҡуйҙар махсус әҙерләнә икән, бының менән шөғөлләнгәндәрҙең эшендә, тормошонда бәрәкәт насип булһын, тип теләйек.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә хәленән килгән һәр кемгә ҡорбан салырға насип итһен. Илебеҙ, ғаиләбеҙ имен, күңелебеҙ тыныс булһын, иншаллаһ. Әссә­ләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бә­рәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521