Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Ауылыбыҙға яҙҙан көҙгә ҡәҙәр килгән кеше ишек алды төрлө сәскәгә күмелгән күркәм йортҡа шунда уҡ иғтибар итер. "Ниндәй уңғанының ҡулдары тыуҙырған икән бындай сихри матурлыҡты?" тигән уй килер күңелдәренә.

Хөрмәтле, һоҡланғыс кеше йәшәй был йортта: Сабит атлы уҙаман булыр ул. Атаһының нигеҙен ҡоротмайынса, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, Хоҙай Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеп, башҡаларҙы ла шуға әйҙәп ғүмер итә ауылдашыбыҙ. Юҡтан бар яһарлыҡ бөтмөрлөк, тырышлыҡ, таһыллыҡ атаһынан мираҫ булып ҡалһа, әсәһенән сабырлыҡ, ихласлыҡ, мәрхәмәтлек кеүек күркәм сифаттар күскән. Әйткәндәй, әсәһе Ҡөрьән сүрәләрен яҡшы белә, намаҙын ҡалдырмай. Әле лә, 90 йәштән уҙыуына ҡарамаҫтан, йәштәрҙәй дәртле, көр күңелле, зиһенле. Сабит уҙамандың дин юлына баҫыуы ла — әсә һөтө аша һеңдерелгән иман һөҙөмтәһе ул.
Йөрәк ҡушыуы буйынсаҺәр эштә башлап йөрөгән тынғыһыҙ кешеләр була. Күңел ҡушыуы буйынса иманға баҫҡан Сабит — тап шундайҙарҙан. Ихтыяр көсө ташып торған, ойоштороу һәләтенә эйә уҙамандың дингә бирелеүен, намаҙға баҫыуын ауылдаштары хуплап ҡаршы алды. Тиҙ арала башҡа тарафтарҙа ла хөрмәт ҡаҙанған, имам-хатип дәрәжәһен алған Сабитҡа күрше Мансаҙы халҡы яңы төҙөлгән мәсетте ышанып тапшырҙы. Ышанысты аҡланы ауылдашыбыҙ: бурыстарын күңелен биреп, дәрт менән башҡара. Кешене өгөтләп, тәнҡитләп түгел, ә шәхси өлгөң, аныҡ ғәмәлдәрең аша хаҡ юлға баҫтырыу мөмкинлеген яҡшы аңлап эш итә ул. Халыҡ менән бер төптән булырға ынтыла, шуға ла абруйы ҙур.
Күңел һалып башҡарылған эш башҡаларына ҡамасауламай. Сәскә генә түгел, еләк-емеште, йәшелсәне мул итеп үҫтергән имам-хатип умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Был кәсебен киләсәктә тағы ла киңәйтергә иҫәбе бар. "Умарта менән булашып, кинәнеп ял итәм, күңелемә яңы көс-дәрт алам", — ти ул. Йорт-ҡураһының төҙөклөгөнә, мул итеп әҙерләнгән бесән-һаламына, кәртә тулы мал-тыуарына ҡарап, бал ҡорттарының эшсәнлеге хужаға ла күскәндер, ахырыһы, тип уйлап ҡуяһың. Ғөмүмән, донъя эштәрен дини ғәмәлдәр менән бергә алып барыу яғында Сабит уҙаман. Шул саҡта ғына башҡарғандарың үҙеңә лә, башҡаларға ла кинәнес килтерер, ти.
— Еҙнәй, почтальон булып эшләргә ҡулымдан килерме икән? — тип кәңәш һорағайны ул бер көндө минән.
— Һин дә булдырмағас инде! — тип йөпләнем, сөнки беләм: Сабиттың ҡулынан килмәҫтәй эш юҡ. Заманында көтөү ҙә көткән, бригадир ярҙамсыһы, тимерсе булараҡ та сынығыу алған кеше гәзит-журнал, хат тарата алмаҫмы ни? Ысынлап та, бер тигән итеп эшләне лә китте яңы почтальон. Халыҡ ҡәнәғәт, матбуғат баҫмаларына яҙылыу ҙа һиҙелерлек артты. Илап-һыҡтап түгел, дәртләнеп башҡара был вазифаны ла Сабит Вәлиев. Шул уҡ ваҡытта һоҡланғыс донъя көтә, биш намаҙын ҡалдырмай. Ҡатыны менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Дөрөҫ, бер кем дә һиңә әҙерҙе килтереп тоттормай. Тырыш булыу мөһим. Ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңлап, халыҡҡа үрнәк күрһәтеп ғүмер итә Сабит уҙаман. Иншаллаһ, Хоҙай Тәғәлә уны ярҙамынан айырмаһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 11

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 13

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 10

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 9

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 32

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 25

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 25

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 29

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 33

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 32

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана