Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эх, ҡымыҙы ла ҡымыҙы!
Эх, ҡымыҙы ла ҡымыҙы!
– Исмаилға бара ҡалһағыҙ, ҡымыҙынан ауыҙ итмәй ҡайтмағыҙ, эсемлеге ифрат тәмле, сихәтен дә тойорһоғоҙ, – тип оҙатып ҡалғайны ошо төбәктә тыуып үҫкән хеҙмәткәребеҙ, Дүртөйлөгә командировкаға юлланғас. – Үҙем нәҡ уларҙыҡын ғына һатып алам, һеҙ ҙә үкенмәҫһегеҙ.
Исмаилдар бешкән ҡымыҙҙың даны тураһында күптән хәбәрҙар булһаҡ та, ул яҡтарға юл төшкәне юҡ ине. Шуға ла район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре лә, "Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы"на барып, сит тарафтарҙа танылыу алған милли эсемлек етештереүселәр хаҡында яҙһағыҙ ине, тигәс, ҡыуанып ризалаштыҡ. Әйткәндәй, хужалыҡтың Исмаил ауылы элек-электән шифалы эсемлеге менән дан ҡаҙанған, әле лә башҡорт тоҡомло бейә һөтөнән бешелгән ҡымыҙға ихтыяж ҙур. Бөгөн хужалыҡтың 260 баш йылҡыһы бар, былтыр иһә уларҙың һаны 181 генә булған.
Йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ менән бында ныҡлап шөғөлләнергә уйлайҙар, шуға ла етәкселек мал һанын арттырырға иҫәп тота. Йыл һайын көтөүҙе яңырталар, нигеҙҙә Өфө районынан һатып алалар. Бынан тыш, урындағы йылҡыға ла өҫтөнлөк бирелә.
Бөгөн 60-ҡа яҡын һауын бейәһе һауыла. Улар матур тәбиғәт ҡосағында — Исмаил ауылынан алыҫ түгел йәмле Йәрғазы йылғаһы буйында көтөлә.
– Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы ла шәхси хужалыҡта йылҡы аҫрау, бейә бәйләү менән шөғөлләнә башланы. Был, әлбиттә, һәйбәт күренеш, сөнки йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ ҙур табыш килтерә, – ти хужалыҡ рәйесе Ғәли Мирҡасимов. – Милли эсемлегебеҙгә лә ихтыяж ҙур. Даими һатып алыусыларыбыҙ ҙа бар.
Эх, ҡымыҙы ла ҡымыҙы!Ҡымыҙҙың ҡуйылығы, тәме бейәләрҙең ниндәй үлән менән туҡланыуына бәйле. Шуға ла көтөүселәр Рәсүл Әхмәҙуллин менән Рәфил Ғибәҙуллин малды көнө-төнө күпереп үҫкән үләндә, ҡылғанлы тау битләүендә йөрөтөргә тырыша. "Ҡылған утлаған бейәнең һөтө ҡуйы була", – ти хужалыҡтың баш ветеринар врачы Владик Фәхретдинов. Йылҡы малының сәләмәтлеге тураһында ҙур хәстәрлек күрелә, ваҡытында ветеринар ярҙам да күрһәтелә. Руслан Хәйретдинов был тәңгәлдә һыр бирмәй. Берҙән-бер һауынсы Люциә Рамаҙанова (һүрәттә) бейә бәйләү, ҡымыҙ бешеү серҙәрен бала саҡтан белә икән. Эсемлекте бешеү ялһыҙ эшләүҙе талап итә, шуға яуаплы бурысты талымһыҙ Люциәгә ышанып тапшырғандар. Заманында уның ут күршеһе тирә-яҡта оҫта ҡымыҙсы булып танылған икән. Буш ваҡытында ҡыҙ уларға инеп бейә һауырға ла ярҙамлашҡан. Ошонда шифалы эсемлекте әҙерләү серҙәренә өйрәнгән дә инде Люциә.
– Аҡ менән булышҡан ерҙә кешенең күңеле лә һөттәй аҡ булырға тейеш, минеңсә, – ти һауынсы. – Ҡымыҙ бар күңелеңде һалып яһағанда ғына тәмле, шифалы була ул. Шуға ла һәр көн эшкә тынғыһыҙлаған уйҙарымды ҡалдырып, күтәренке кәйеф менән килергә тырышам.
Люциә хужалыҡта икенсе йыл эшләй. Бейәләрҙе көнөнә дүрт тапҡыр һауа. Һөттө йәйләүҙә үк үҙе белгән серҙәр менән, ҡул көсөн, йөрәк йылыһын ҡушып бешә. 8-9 сәғәттән һуң, әҙер продукцияны пластик һауыттарға тултырып, хужалыҡтың келәтенә махсус машинала оҙаталар.
Ҡуйы, тәмле ҡымыҙҙы ауыл халҡы ла, сит ҡала-райондарҙан да килеп алалар. Хужалыҡ район биләмәһендә урынлашҡан "Венеция" шифаханаһына килешеү нигеҙендә көн һайын сифатлы ҡымыҙ оҙата.

Дүртөйлө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503