Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белгестәр килгәнен көтөп ултырмайҙар
Белгестәр килгәнен көтөп ултырмайҙар“500 ферма” программаһына ингән “Салауат” ауыл хужалығы кооперативы күптән түгел малды заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡоролған һәм өр-яңы төҫ алған ҡураға индерҙе. Районда был программала ҡатнашырға нәҡ ошо кооперативҡа мөрәжәғәт итеүҙәре юҡҡа түгел, аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡтарҙың береһе ул.

Әле бында 2400 баш мал аҫрала. Кооператив етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин ҙур ҡыуаныс менән тиҙҙән тулы ҡеүәтенә файҙаланыласаҡ бина менән таныштырҙы, ундағы һәр ҡоролманың тәғәйенләнешен һәм улар ярҙамында эштең нисек атҡарыласағын аңлатты. Совет осоронда ферманан сыҡмай, көнө-төнө тигәндәй эшләгән малсы ла уларҙың ҡайһыһы ни өсөн ҡуйылыуын тиҙ генә төшөнә алмаҫ ине, моғайын. Иркен һәм яҡты бинала ҡул көсө, талап ителгән хәлдә лә, бик аҙ ҡулланыласаҡ. Хәҙер һәр баш мал тураһында тулы мәғлүмәт компьютерға индерелә һәм ошо замана техникаһы ярҙамында һыйырҙарҙың ҡайһыһын ҡасан ҡасырыу билдәләнә, быҙаулатыу көндәре асыҡлана, күпме һөт биреүе һәм башҡа мәғлүмәттәр теркәлә. Бинаның түбәһенән яҡтылыҡ төшөп тороуы, беренсенән, электр энергияһы сығымын кәметһә, икенсенән, малдар хәҙер көн яҡтыһын күрә. Ә аҙыҡ таратыу йәки башҡа саралар тураһында әйтеп тораһы ла түгел — барыһы ла механизацияланған. Ҡул менән һауыу күптән онотолған. Һыйырҙың һөтө — телендә, тиҙәр. Быйылғы ҡоролоҡта мал-тыуар кинәнеп үлән утлай алмаһа ла, һауымды кәметмәгәндәр. Мәҫәлән, туғыҙ Белгестәр килгәнен көтөп ултырмайҙарайҙа бер һыйырҙан 4 мең 748 литр һөт алғандар. Тоҡомло мал аҫрауҙың һөҙөмтәһе ошо күрһәткестә лә күренә. Үткән быуаттың 90-сы йылдар уртаһында яҡшы тоҡомло малды ситтән алып ҡайтҡандар. Үҙҙәрендә бәләкәй һөт цехы бар, шунда әҙер продукцияны ҡаптарға тултырып, Салауат ҡалаһына оҙаталар. Һөт шулай уҡ мискәләрҙән дә һатыла. Хаҡы — килешеү буйынса, нигеҙҙә, литры уртаса 22 һум.
Һүҙ тауар хаҡына ҡағылғас, Сибәғәт Абдулхай улы күңелен һәр саҡ өйкәп торған мәсьәлә хаҡында ла еткерҙе. Етәксене ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙың түбән булыуы борсой. Сәнәғәт тауарҙарына ла, көнкүрештекенә лә хаҡтар туҡтауһыҙ күтәрелгән мәлдә, ауыл кешеһе етештергән аҙыҡ-түлек йәки иген культураларыныҡы йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡала.
— Кооперативта 350-ләп кеше эшләй. Хәҙер элеккесә ҡул көсө күп талап ителмәй. Мәҫәлән, хәҙерге бер сит ил тракторы тәүлегенә элекке ун “Алтай” һөргән майҙанды эшкәртә ала. Шуға ла байтаҡ механизаторҙы ҡыҫҡартырға ла булыр ине, әммә халыҡты бөтөнләй үк эшһеҙ ҡалдырғы килмәй. Улар күмәк хужалыҡта өйрәнгән, башҡа урынға бара йәки һәр береһе үҙ эшен аса алмай бит. Хеҙмәткәрҙәргә һалам-бесән килтереп бирәбеҙ, эш хаҡы иҫәбенә иген алалар һәм һөҙөмтәлә ҡураларында ишле мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Ауыл халҡы пай ерҙәрен дә беҙгә ышанып тапшырҙы. Уларға ла килешеү буйынса түләйбеҙ. Ғөмүмән, ошо ерҙә йәшәйҙәр икән, кооперативта эшләү-эшләмәүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр береһе хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ, — тине рәйес.
Хужалыҡ етәксеһе шәкәр сөгөлдөрө етештереүҙең һуңғы ике-өс йылда иң табышлы тармаҡҡа әүерелеүен билдәләне. Былтыр был культураны 380 гектарҙа үҫтергәндәр, быйыл да шул сама, киләһе йыл уның майҙанын киңәйтмәкселәр. Әйткәндәй, сит ил техникаһы ярҙамында, ҡул көсө ҡулланмайынса игәләр. Техниканы яңыртыу эште еңеләйтеп кенә ҡалмай, ә үҙҡиммәтте кәметергә лә булышлыҡ итә. Шуға ла мөмкин тиклем ҡеүәтле комбайндар һәм тракторҙар һатып алырға тырышалар.
Быйыл хужалыҡта уңыш былтырғының яртыһы ҡәҙәр генә йыйып алынған. Шулай ҙа кәйефтәрен төшөрмәйҙәр. Хәйер, игенсе тәбиғәттең үҙен артыҡ иркәләмәүенә күптән күнеккән. Мал аҙығы наҡыҫ булһа ла, етерлек запас бар, тиҙәр. Үткән йылдан ҡалғаны әрәм-шәрәм ителмәгән, шулар ярҙамында малдарҙы имен-аман ҡышлатырға уйҙары.
Белгестәрҙең етеү-етмәүе, йәштәрҙең ауылда төпләнеү мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһындыҡ һәм ҡайҙандыр килеүҙәрен көтөп ултырмауҙарын белдек. Кәрәкле белгестәрҙе үҙҙәре әҙерләй. Мәҫәлән, әле алты егет һәм ҡыҙҙы түләп уҡыталар. Һөҙөмтәлә мал табибы, бухгалтер, механик, электрик, инженер һәм энергетик һөнәрҙәренә эйә булып ҡайтасаҡ йәштәр. Улар инде яҙмыштарын тыуған яғы менән бәйләргә ныҡлы ҡарар иткән, шуға ҙур өмөт бағлайҙар.
Ә ауылдар, һәр ҡайҙағы кеүек, бында ла ҡартая. Быны тик яңы эш урындары булдырып йәки арттырып ҡына хәл итергә мөмкин икәнлеген Сибәғәт Абдулхай улынан да яҡшыраҡ аңлаған кеше юҡтыр, моғайын. Һөнәре буйынса бухгалтер-иҡтисадсы булһа ла, ферма мөдире, бригадир кеүек баҫҡыстарҙы үтеп, ҙур тәжрибә туплаған етәксе ул. Хеҙмәте лә юғары баһаланған — Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен йөрөтә. Былтыр йәнә ҙур шатлыҡ кисергән — “Дуҫлыҡ” ордены менән наградланған.
Хеҙмәткәрҙәр менән ҡыҙыҡһынғас, рәйес байтаҡ алдынғы механизаторҙың һәм малсының исемен атаны. Мәҫәлән, ферма мөдире Илгиз Игебаев, баш зоотехник Флүр Әхмәлетдинов, бригадирҙар Илдус Игебаев менән Николай Подясов, баш агроном Рөстәм Күсәрбаев һәм ветврач Артур Күсәрбаевтарҙы төп таянысы тип иҫәпләй.
Шулай уҡ механизаторҙарҙан Камил менән Азамат Ғәббәсов, Венер Мөхәмәтов, Азамат Йосопов, Фәнил, Рәфис, Самат һәм Рәмил Фәйзуллиндар, Алексей Романов, Барый Хәбибуллин һәм Насир Бурамбаевтың эшенән ҡәнәғәт. Һәр саҡ алдынғылар рәтендәге һауынсылар — Елизавета Бикбулатова, Зулиә Иҫәнғолова, Любовь Семенова, Рәйлә Алсынбаева, Эльмира Асҡарова. Ә хужалыҡтың Ергән бүлексәһендә Роза Саҙиҡованың малсылыҡта оҙаҡ йылдар эшләүе менән бергә ун йылдан ашыу ферма мөдире йөгөн тартыуы — көслө зат һаналған ир-аттың күбеһенә өлгө.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Мәләүез районы,
Ергән ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503