Төбәк етәксеһе финанс ойошмаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең көнүҙәк булыуын билдәләне.
– Был республика халҡы өсөн бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ берлектә күп проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Банк менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында бер нисә килешеү төҙөлгән, иҡтисадҡа булышлыҡ ҡылыуҙың яңы формалары даими эшләнә.
Осрашыуҙа төрлө өлкәлә артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре хаҡында фекер алышынды. Атап әйткәндә, банк сәнәғәт, ауыл хужалығы, инфраструктура, мәғариф өлкәләре, социаль тармаҡ проекттарына финанс ярҙам күрһәтергә әҙер.
Олег Ғәниев әйтеүенсә, автомобиль юлдарына фото һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыуҙа ла булышлыҡ ҡылыу ҡарала. Тағы бер йүнәлеш – Ислам банкингын үҫтереү. Мәғарифҡа килгәндә, банк тарафынан “Рәсәй өсөн уҡытыусы” йәмәғәт программаһы тормошҡа ашырыла, Башҡортостан был проектҡа ҡушыла ала.
Республика етәксеһе өлөшләтә төҙөлөштө финанслау талаптары үҙгәреүгә лә иғтибарҙы йәлеп итте, төбәктә төҙөүселәрҙең эшмәкәрлеген ҡануниәткә ярашлы итеү йәһәтенән ҙур эш башланғанын белдерҙе.
– Беҙ штаб, нигеҙҙә, минең рәйеслектә ведомство-ара эш төркөмө булдырырға һөйләштек. Уның составына Һаҡлыҡ банкынан да вәкил инһен, – тине Радий Хәбиров. – Арала хоҡуҡ һаҡлау органдары, прокуратура белгестәре буласаҡ. Беҙ даими йыйылып, төҙөүселәр менән аныҡ эш алып барырға ниәтләйбеҙ. Улар шуны аңларға тейеш: хеҙмәттәрендә ярҙам итергә әҙербеҙ, шул уҡ ваҡытта граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡбыҙ.
2027 йылда Башҡортостанда МРОТ 33 мең һумға тиклем арттырыла 25.11.2026 // Иҡтисад
2027 йылда Башҡортостанда МРОТ 33 мең һумға тиклем арттырыла...
Өфөлә шәхси ташыусы юл хаҡын арттыра 24.11.2026 // Иҡтисад
Ул ҡаланың Калинин районында маршруттарҙы хеҙмәтләндерә....
Мәсетле районында Әй йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре тамамланды 23.11.2026 // Иҡтисад
Мәсетле районында Әй йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре тамамланды...
Башҡортостан Башлығы илдең төп транспорт форумында ҡатнаша 18.11.2026 // Иҡтисад
Радий Хәбиров федераль ведомстволар менән республика транспорт тармағының киләсәге тураһында фекер ......
Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды 18.11.2026 // Иҡтисад
Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды...
Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе 17.11.2026 // Иҡтисад
Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе...
Өфөлә Башҡортостан Башлығы Галле урамының яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе 16.11.2026 // Иҡтисад
Өфөлә Башҡортостан Башлығы Галле урамының яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе...
Рәсәйҙә әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк 16.11.2026 // Иҡтисад
Рәсәйҙә әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк...
Башҡортостан Башлығы: беҙ яғыулыҡ кризисына юл ҡуймаясаҡбыҙ, иң мөһиме, һөжүмдәрҙе кире ҡағыу 11.11.2026 // Иҡтисад
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тура бәйләнештә яғыулыҡ кризисын булдырмау саралары хаҡында ......
Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша кластерҙарға ярҙамын дауам итәсәк 11.11.2026 // Иҡтисад
Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша кластерҙарға ярҙамын дауам итәсәк...
Йыл башынан республикала 82,2 мең йорт газға тоташтырылған 10.11.2026 // Иҡтисад
Башҡортостанда газ үткәреү программаһы дауам итә. Бөгөнгә 82,2 мең йорт тәбиғи газға тоташтырылған, ......

БАШ
РУС

