Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡсыллыҡ һаранлыҡты аңлатмай
Электр энергияһын бәрәкәтле тотоноу һәм уның өсөн түләүҙе ғәҙел итеүҙә яңы йүнәлеш барлыҡҡа килде.

Шәхси йорттарҙа йәшәүсе бик күптәр газдың ҡиммәтләнә барыуы арҡаһында өйҙө электр ярҙамында йылытыуға күскәйне. Хәҙер ундай ынтылыш йыш осрамай, сөнки электр энергияһы ла һуңғы йылдарҙа ҡыйбатланды. Баҙар иҡтисады шарттарында бер генә тармаҡтың да арзан ресурс­тар нигеҙендә оҙаҡ йылдар эшләй алмауын күрһәтә был. Шуға күрә энергияға ла заман иҡтисади ғына түгел, социаль талаптар ҙа ҡуя.

Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновациялы үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә энергияны һаҡлау һәм энергетиканың йоғонтололоғо тураһында”ғы Закондың үтәлешен тикшерҙе. Был ҡануни документ 2003 йылда уҡ ҡабул ителгән, ләкин һуңғы тиҫтә самаһы йыл эсендә үҙгәрештәр индерелмәгән, сөнки әлеге лә баяғы был ҡулланыу ресурсының арзан икәнлегенә күнегеп бөткәнбеҙ. Уны арттырыу ҙа ил иҡтисады өсөн ҡулай түгел, сөнки был шунда уҡ һәр предприятиеның эшмәкәр­легендә үҙҡиммәтте күтәрәсәк, тимәк, хаҡтар ҙа артасаҡ. Әммә, икенсе яҡтан, хаҡты яһалма рәүештә тотҡарлап тороу электр энергияһы етештергән тармаҡтың үҙенә ныҡ кире йоғонто яһай.

Комитет ултырышында доклад менән республиканың иҡтисад һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Илдар Шахмаев сығыш яһаны. Ул һөйләгәндә “Роснано” етәксеһе Анатолий Чубайстың яңыраҡ бөтә интернет буйлап таралған бел­дереүе иҫкә төшмәй ҡалманы: Рә­сәйҙә электр энергияһының үтә арзан бу­лыуы, уның әрәм-шәрәм ителеүе һәм шул арҡала был тармаҡтың үҫешенә ҙур тотҡарлыҡ тыуыуы тураһында әйт­кәйне. “Рәсәй – энергияны тотоноуҙа иң ҙур хужаһыҙлыҡҡа юл ҡуйған илдәрҙең береһе, бөтә донъя энергияны файҙа­ланыуҙа йоғонтололоҡто көсәйтә бара, беҙ генә бер урында тапанабыҙ”, — тине ул ТАСС хәбәрсеһенә. Уның фекеренсә, проблеманы ике юл менән хәл итергә мөмкин һәм уларҙың икәүһе лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шатлыҡлы күренеш була алмай: 1) электр энергияһына түләү буйынса мәсьәләне хәл итеү; 2) энергияны файҙаланыуҙы йоғонтолораҡ итеү, бының өсөн һәр төрлө тыйыуҙар индереү.

Илдар Шахмаевтың сығышынан күренеүенсә, Башҡортостанда энергияны һаҡсыл тотоноу буйынса федераль программа тормошҡа ашырыла. Әммә министр урынбаҫары уның үтәлешенә тәғәйен генә баһа бирә алманы.

– Энергияны һаҡсыл тотоноу буйынса саралар ҡабул ителгән федераль про­грам­ма өсөн йөҙҙәрсә миллион һум аҡса бү­ленгән, ә бының һөҙөмтәһе бармы? Был­тыр йәки аҙаҡҡы бер нисә йылда был экономиялау нисә процент тәшкил итте?

Министр урынбаҫары депутаттарҙың ошо һәм башҡа һорауҙарының береһенә лә яуап бирә алманы. Ни өсөн? Олораҡ быуын кешеләренән “Совет заманында эшләнгән ҡорамалдар ябай, уның ҡарауы, сифатлы була торғайны...” тип әйткәнде ишетергә тура килгеләй. Ә нилектән сифатлы? Конвейерҙа эшләгәндәрҙең байтағы үҙ бурысына намыҫлы ҡара­ғандыр, уныһына шик юҡ, ләкин, беренсенән, бөтәһе лә бер тигеҙ намыҫлы була алмай, икенсенән, иҡтисадта иҡти­сади сәбәптәр генә нигеҙ була ала. Ә сәбәбе ябай – Совет заманында продук­ция­ның үҙҡиммәте тигән төшөнсә исем өсөн генә булды, етештереүгә киткән сығым өсөн предприятие үҙе түгел, ә Дәүләт планлаштырыу комитеты яуап бирә ине. Хәйер, табышты ла дәүләт үҙенә алып торҙо. Электр энергияһы менән дә шулай – матди ҡыҙыҡһыныу булмаған урында ныҡлы контроль ғына күпмелер дәрәжәлә ҡотҡара ала. Анатолий Чубайстың һүҙҙәренә ҡарағанда, әле был контроль дә тейешенсә бар, тип әйтеүе ситен.

Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәтендә “Электр энергияһын ҡулланыуҙың социаль нормаһы” тип аталған мәсьәләне тик­шерҙеләр. Унда әлегә аныҡ ҡарар ҡабул ителмәне, фәҡәт “электр энер­гияһына хаҡ халыҡтың реаль килемен һәм үҫә барған фискаль көсөргәнешлекте иҫәпкә алып билдәләнәсәк” тигән фекер генә әйтелде.

Шулай ҙа электр энергияһына түләүҙә социаль норманы ҡайтанан ҡарап сығыу кәрәклеге бәхәсһеҙ. Ошо уҡ Хөкүмәт кәңәшмәһендә билдәләнгәнсә, “ҡала ситендәге һарай хужаларының, энергияны тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк тотоноп та, баҡса йортондағы пенсионер­ҙар кимәлендә түләүе ғәҙел түгел”.

Был тармаҡтың хеҙмәте өсөн түләүгә кемгә күпме хаҡ билдәләү ошо йүнә­лештәге төп мәсьәлә булып тора ла инде. Әлеге мәлдә торлаҡ йортта газ урынына электр плитәһе ҡулланыусылар, ауылда йәшәүселәр энергия өсөн ярты хаҡ ҡына түләп килһә, “Коммерсантъ” гәзитендә яҙыуҙарынса, артабан был ташлама бөтөрөләсәк. Уның урынына тарифтар айырмаһын ғәмәлгә ашырыу күҙ уңында тотола: айына 300 киловатт-сәғәткә тиклем тотонғандар өсөн ул арзан буласаҡ, 500 киловатт-сәғәткә хәтлем яндырған­дарҙан ҡыйбатыраҡ хаҡ алынасаҡ, ә 500-ҙән дә ашып китһә, улар өсөн “иҡтисади нигеҙләнгән” тариф ҡулланасаҡтар икән.

Яҡын киләсәктә көнкүреш приборҙарын ҡулланғанда йәки һатып алғанда, рәсәйҙәр уның электр энергияһын күпме ҡулланасағына төп иғтибар бирә башлар, моғайын. Йорттағы электр энергияһының 80 проценты самаһын тап ошо ҡора­малдар “ашай”. Белгестәр аңлатыуынса, һыуытҡыс был ресурстың 20 проценттан алып 40 процентҡа саҡлымын, электр плитәһе – 20 проценты тирәһен, телевизор – 11, кер йыуыу машинаһы – 15, саң һурҙырғыс 8 процентын тотона.

Әлбиттә, электр энергияһын мөмкин тиклем аҙыраҡ сығымдар менән файҙа­ланыу беҙҙең тормош ҡағиҙәләренә үтеп инмәгән әле. Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙағы әлеге йыйылышта министр урынбаҫары Илдар Шахмаев депутат­тарҙың анығыраҡ мәғлүмәт талап итеүенә ҡаршы былай тине: “Ни өсөн тәғәйен һандар әйтә алмауымдың сәбәбе шунда: беҙҙең министрлыҡта был эш менән шөғөлләнеүсе белгес юҡ, штат расписа­ниеһында ла ундай вазифа ҡаралмаған. Ғөмүмән, ул йүнәлеш сәнәғәтселәргә түгел, ә Иҡтисад министрлығына бире­лер­гә тейеш ине”. Тимәк, ошо тармаҡ­та­ғы һаҡсыллыҡ буйынса кем шөғөл­ләнергә тейеш икәнлеге лә билдәһеҙ бөгөнгә.

Ләкин баҙар иҡтисадына нигеҙләнгән һәм уның талаптарына буйһонған заманыбыҙ электр энергияһын һаҡсыл ҡулланырға ла мәжбүр итәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Информация о принятом Законе Республики Башкортостан от 5 июня 2019 года № 107-з «Об исполнении бюджета Республики Башкортостан за 2018 год»
Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 239

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 182

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 205

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 183

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 213

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 215

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 261

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 204

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 192

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 153

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 263