Электр энергияһын бәрәкәтле тотоноу һәм уның өсөн түләүҙе ғәҙел итеүҙә яңы йүнәлеш барлыҡҡа килде.
Шәхси йорттарҙа йәшәүсе бик күптәр газдың ҡиммәтләнә барыуы арҡаһында өйҙө электр ярҙамында йылытыуға күскәйне. Хәҙер ундай ынтылыш йыш осрамай, сөнки электр энергияһы ла һуңғы йылдарҙа ҡыйбатланды. Баҙар иҡтисады шарттарында бер генә тармаҡтың да арзан ресурстар нигеҙендә оҙаҡ йылдар эшләй алмауын күрһәтә был. Шуға күрә энергияға ла заман иҡтисади ғына түгел, социаль талаптар ҙа ҡуя.
Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновациялы үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә энергияны һаҡлау һәм энергетиканың йоғонтололоғо тураһында”ғы Закондың үтәлешен тикшерҙе. Был ҡануни документ 2003 йылда уҡ ҡабул ителгән, ләкин һуңғы тиҫтә самаһы йыл эсендә үҙгәрештәр индерелмәгән, сөнки әлеге лә баяғы был ҡулланыу ресурсының арзан икәнлегенә күнегеп бөткәнбеҙ. Уны арттырыу ҙа ил иҡтисады өсөн ҡулай түгел, сөнки был шунда уҡ һәр предприятиеның эшмәкәрлегендә үҙҡиммәтте күтәрәсәк, тимәк, хаҡтар ҙа артасаҡ. Әммә, икенсе яҡтан, хаҡты яһалма рәүештә тотҡарлап тороу электр энергияһы етештергән тармаҡтың үҙенә ныҡ кире йоғонто яһай.
Комитет ултырышында доклад менән республиканың иҡтисад һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Илдар Шахмаев сығыш яһаны. Ул һөйләгәндә “Роснано” етәксеһе Анатолий Чубайстың яңыраҡ бөтә интернет буйлап таралған белдереүе иҫкә төшмәй ҡалманы: Рәсәйҙә электр энергияһының үтә арзан булыуы, уның әрәм-шәрәм ителеүе һәм шул арҡала был тармаҡтың үҫешенә ҙур тотҡарлыҡ тыуыуы тураһында әйткәйне. “Рәсәй – энергияны тотоноуҙа иң ҙур хужаһыҙлыҡҡа юл ҡуйған илдәрҙең береһе, бөтә донъя энергияны файҙаланыуҙа йоғонтололоҡто көсәйтә бара, беҙ генә бер урында тапанабыҙ”, — тине ул ТАСС хәбәрсеһенә. Уның фекеренсә, проблеманы ике юл менән хәл итергә мөмкин һәм уларҙың икәүһе лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шатлыҡлы күренеш була алмай: 1) электр энергияһына түләү буйынса мәсьәләне хәл итеү; 2) энергияны файҙаланыуҙы йоғонтолораҡ итеү, бының өсөн һәр төрлө тыйыуҙар индереү.
Илдар Шахмаевтың сығышынан күренеүенсә, Башҡортостанда энергияны һаҡсыл тотоноу буйынса федераль программа тормошҡа ашырыла. Әммә министр урынбаҫары уның үтәлешенә тәғәйен генә баһа бирә алманы.
– Энергияны һаҡсыл тотоноу буйынса саралар ҡабул ителгән федераль программа өсөн йөҙҙәрсә миллион һум аҡса бүленгән, ә бының һөҙөмтәһе бармы? Былтыр йәки аҙаҡҡы бер нисә йылда был экономиялау нисә процент тәшкил итте?
Министр урынбаҫары депутаттарҙың ошо һәм башҡа һорауҙарының береһенә лә яуап бирә алманы. Ни өсөн? Олораҡ быуын кешеләренән “Совет заманында эшләнгән ҡорамалдар ябай, уның ҡарауы, сифатлы була торғайны...” тип әйткәнде ишетергә тура килгеләй. Ә нилектән сифатлы? Конвейерҙа эшләгәндәрҙең байтағы үҙ бурысына намыҫлы ҡарағандыр, уныһына шик юҡ, ләкин, беренсенән, бөтәһе лә бер тигеҙ намыҫлы була алмай, икенсенән, иҡтисадта иҡтисади сәбәптәр генә нигеҙ була ала. Ә сәбәбе ябай – Совет заманында продукцияның үҙҡиммәте тигән төшөнсә исем өсөн генә булды, етештереүгә киткән сығым өсөн предприятие үҙе түгел, ә Дәүләт планлаштырыу комитеты яуап бирә ине. Хәйер, табышты ла дәүләт үҙенә алып торҙо. Электр энергияһы менән дә шулай – матди ҡыҙыҡһыныу булмаған урында ныҡлы контроль ғына күпмелер дәрәжәлә ҡотҡара ала. Анатолий Чубайстың һүҙҙәренә ҡарағанда, әле был контроль дә тейешенсә бар, тип әйтеүе ситен.
Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәтендә “Электр энергияһын ҡулланыуҙың социаль нормаһы” тип аталған мәсьәләне тикшерҙеләр. Унда әлегә аныҡ ҡарар ҡабул ителмәне, фәҡәт “электр энергияһына хаҡ халыҡтың реаль килемен һәм үҫә барған фискаль көсөргәнешлекте иҫәпкә алып билдәләнәсәк” тигән фекер генә әйтелде.
Шулай ҙа электр энергияһына түләүҙә социаль норманы ҡайтанан ҡарап сығыу кәрәклеге бәхәсһеҙ. Ошо уҡ Хөкүмәт кәңәшмәһендә билдәләнгәнсә, “ҡала ситендәге һарай хужаларының, энергияны тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк тотоноп та, баҡса йортондағы пенсионерҙар кимәлендә түләүе ғәҙел түгел”.
Был тармаҡтың хеҙмәте өсөн түләүгә кемгә күпме хаҡ билдәләү ошо йүнәлештәге төп мәсьәлә булып тора ла инде. Әлеге мәлдә торлаҡ йортта газ урынына электр плитәһе ҡулланыусылар, ауылда йәшәүселәр энергия өсөн ярты хаҡ ҡына түләп килһә, “Коммерсантъ” гәзитендә яҙыуҙарынса, артабан был ташлама бөтөрөләсәк. Уның урынына тарифтар айырмаһын ғәмәлгә ашырыу күҙ уңында тотола: айына 300 киловатт-сәғәткә тиклем тотонғандар өсөн ул арзан буласаҡ, 500 киловатт-сәғәткә хәтлем яндырғандарҙан ҡыйбатыраҡ хаҡ алынасаҡ, ә 500-ҙән дә ашып китһә, улар өсөн “иҡтисади нигеҙләнгән” тариф ҡулланасаҡтар икән.
Яҡын киләсәктә көнкүреш приборҙарын ҡулланғанда йәки һатып алғанда, рәсәйҙәр уның электр энергияһын күпме ҡулланасағына төп иғтибар бирә башлар, моғайын. Йорттағы электр энергияһының 80 проценты самаһын тап ошо ҡорамалдар “ашай”. Белгестәр аңлатыуынса, һыуытҡыс был ресурстың 20 проценттан алып 40 процентҡа саҡлымын, электр плитәһе – 20 проценты тирәһен, телевизор – 11, кер йыуыу машинаһы – 15, саң һурҙырғыс 8 процентын тотона.
Әлбиттә, электр энергияһын мөмкин тиклем аҙыраҡ сығымдар менән файҙаланыу беҙҙең тормош ҡағиҙәләренә үтеп инмәгән әле. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы әлеге йыйылышта министр урынбаҫары Илдар Шахмаев депутаттарҙың анығыраҡ мәғлүмәт талап итеүенә ҡаршы былай тине: “Ни өсөн тәғәйен һандар әйтә алмауымдың сәбәбе шунда: беҙҙең министрлыҡта был эш менән шөғөлләнеүсе белгес юҡ, штат расписаниеһында ла ундай вазифа ҡаралмаған. Ғөмүмән, ул йүнәлеш сәнәғәтселәргә түгел, ә Иҡтисад министрлығына бирелергә тейеш ине”. Тимәк, ошо тармаҡтағы һаҡсыллыҡ буйынса кем шөғөлләнергә тейеш икәнлеге лә билдәһеҙ бөгөнгә.
Ләкин баҙар иҡтисадына нигеҙләнгән һәм уның талаптарына буйһонған заманыбыҙ электр энергияһын һаҡсыл ҡулланырға ла мәжбүр итәсәк.